Кешене яҙмыш әллә ҡайҙарға ташлай. Был геройыбыҙҙы ла яҙмыш аҙ һынамай.
Клара Ҡаҙағстан ерендә тыуып үҫһә лә тыуған ерем, тип Башҡортостанды, атап әйткәндә, Аптраҡ тигән ауылды һанай. Әсәһе Вилүрә был яҡтарҙа тыуып үҫкән. Олатаһы һуғышта үлеп ҡалғас, балалар йортонда тәрбиәләнә. Клараның атаһы ла балалар йортонда үҫкән. Тик ул милләте буйынса үзбәк, сығышы менән Ташкенттан. Яҙмыш ике етемде бер пар итә. Был ғаиләлә Клара исемле ҡыҙ бала донъяға килә.
Тиҙҙән Клара үҫеп етә. Эйәле-башлы була. Яратҡан кешеһе менән ғаилә ҡора. Бер түгел, ике бала Клараға "әсәй" тип өндәшә башлай. Тик бәхетле мәлдәре оҙаҡҡа һуҙылмай. Ғаилә башлығы янғында һәләк була. Клара ике бәпесен эйәртеп ата йортона ҡайтып инә. Ҡыҙын әсәһе йәлләһә лә, атаһы аяуһыҙлыҡ күрһәтә. 1994 йылдың 9 мартында 57 йәшендә әсәһе мәрхүм булыу менән ике балаһы менән ҡыҙын өйҙән ҡыуып сығара.
- Әсәйем тере сағында миңә Йәмилә тигән апайыңды эҙләп тап, тип әйтеп ҡалдырғайны, - ти Клара ханым. - Әсәйемдең ҡыҙ фамилияһы - Хәмитова. Хәмитова Вилүрә Саях ҡыҙы. Йәмилә апай Муксимов тигән кешегә кейәүгә сығып, Гүзәл, Зөлфиә, Азамат исемле балалар үҫтерә.
Бәлки белгән кешеләр ҙә барҙыр? Табышырға ярҙам итәйек әле!
Фотоларҙа бәлки берәйһен танырһығыҙ!