Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
6 Ноябрь 2022, 13:05

ШҮЛГӘНТАШТА ТЫУҒАН УЙҘАР

Фекер алышыуға саҡырам. ...Ҡайҙан ғына килмәйҙәр Шүлгәнташҡа. Ана шул сәйәхәтселәр, туристар мәмерйә тураһында мөмкин тиклем күберәк белеп, күреп, ишетеп, күңелдәре байығып ҡайтһын, тағы ла киләсәкбеҙ, тип ынтылып торһон өсөн, минеңсә, гидтар киң даирәле, күпте белгән, хатта "Урал батыр" ҡобайырын бер тапҡыр уҡып сыҡҡан кешеләр булырға тейеш. Ятлап алған ҡоро ғына, ҡойто мәғлүмәттәр менән бөйөк Уралды, ҡобайырҙы, башҡорттоң тарихын өҫтән - мөҫтән генә шымаламаһындар ине. Урал бит ул! Шүлгән бит ул! Уралдан мәңгелек донъя - бағ - ҡалған, утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ ҡалған. Шүлгәндән - Шүлгән мәмерйәһе. Заятүләккә лә, Аҡбуҙ толпарға ла бер кәлимә өлөш һис тә артыҡ булмаҫ ине...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Быйыл август башында Башҡортостаныбыҙҙың Бөрйән районындағы Шүлгән мәмерйәһенә барыу бәхете тейҙе. Нисәмә йылдар хыяллана
инек, мөҙҙәте быйыл булған икән. Балаларыбыҙ, уларҙың бала - сағалары - күмәкләп барҙыҡ. Мәскәүҙән ҡоҙағыйыбыҙҙы ла алып килде ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙ. Онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Был, әлбиттә, шулай булырға тейеш тә. Бөтә донъяға билдәле мәмерйә бит Шүлгән мәмерйәһе. Ундағы кеүек таштағы һүрәттәр Франция һәм Испания илдәрендәге мәмерйәләрҙә генә теркәлгән.

МХК (Мировая художественная культура) дәресен уҡытырға тура килде миңә. Аҙнаһына бер генә дәрес. Ошо дәресте яраттым үҙем. Ниндәй генә мәҙәни ҡомартҡыларға юлыҡтырманы был дәрестәр. Шунда оло ғорурлыҡ менән "Наскальная живопись древних" темаһын Шүлгәнташ мәмерйәһе менән бәйләп аңлаттым. Ә Шүлгән "Урал батыр" эпосынан айырылғыһыҙ бит. Һөйләһәң, һөйләп бөткөһөҙ, тыңлаһаң, тыңлап бөткөһөҙ тарих, ҡобайыр.
Тәүге фараздарҙың береһе буйынса, 4000 йылдан ашыу тарихы булған, донъя халыҡтары тарихына туранан тура ҡағылышы булған эпоста, ҡобайырҙа, тасуирланған хәл ваҡиғаларҙың тәрән тамырҙары кешелектең тәүтормош осорона барып тоташа.
Бына ошо турала тос ҡына, ыҡсым ғына, мауыҡтырғыс, тәрән йөкмәткеле хикәйә ишеткем килгәйне минең. Рус телендә һөйләһәләр ҙә, бик риза булыр инем. Кем ул Йәнбирҙе менән Йәнбикә, уларҙың улдары Урал менән күлгә сумған Шүлгән, Йылҡысыҡҡан ни өсөн Йылҡысыҡҡан икән - һәм башҡа, һәм башҡа...

Ҡайҙан ғына килмәйҙәр Шүлгәнташҡа. Ана шул сәйәхәтселәр, туристар мәмерйә тураһында мөмкин тиклем күберәк белеп, күреп, ишетеп, күңелдәре байығып ҡайтһын, тағы ла киләсәкбеҙ, тип ынтылып торһон өсөн, минеңсә, гидтар киң даирәле, күпте белгән, хатта "Урал батыр" ҡобайырын бер тапҡыр уҡып сыҡҡан кешеләр булырға тейеш. Ятлап алған ҡоро ғына, ҡойто мәғлүмәттәр менән бөйөк Уралды, ҡобайырҙы, башҡорттоң тарихын өҫтән - мөҫтән генә шымаламаһындар ине. Урал бит ул! Шүлгән бит ул! Уралдан мәңгелек донъя - бағ - ҡалған, утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ ҡалған. Шүлгәндән - Шүлгән мәмерйәһе. Заятүләккә лә, Аҡбуҙ толпарға ла бер кәлимә өлөш һис тә артыҡ булмаҫ ине.. Быларҙың барыһы өсөн, уҙа барһа, 45 минут, йәғни, бер дәрес ваҡыт артығы менән етәсәк. Мәмерйә эсендә экскурсовод менән йөрөп сығыуға сама менән ошо тиклем ваҡыт китте.
Ҡыҫҡаһы, матур йөкмәткеле, мауыҡтырғыс текст кәрәк. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Таңһылыу Ҡарасурина - Вәлиева.

ШҮЛГӘНТАШТА ТЫУҒАН УЙҘАР
ШҮЛГӘНТАШТА ТЫУҒАН УЙҘАР
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: