Буранбай ауыл китапханаһының иң әүҙем китап уҡыусыһы Хәмитова Сәрүәр Мөхәмәтйән ҡыҙы тураһында булыр һүҙем. Ул шул тиклем әҙәбиәтте ярата. Китапты тапшырыуға китапханаға алып килһә йөкмәткеһен һөйләп, авторын маҡтап, балалар шикелле ихлас ҡыуана. Матбуғаттан да айырылмай. "Һаҡмар" газетаһын көтөп алам, бер ваҡытта ла яҙылмай ҡалғаным юҡ", - тип 2023 йылға яҙылып та ҡуйҙы. Бүләсәре Амира киләһе йыл уҡыуға бара, ҡыҙыма бүләк булыр тип "Аҡбуҙат" журналына ла яҙылды.
Сәрүәр Мөхәмәтйән ҡыҙы ҡул эштәренә оҫта. Күҙҙең яуын алырлыҡ шәлдәр, түшәктәр, ҡашмауҙар түшелдеректәр... Ҡайһы ваҡытта өлгөрәлер. Баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәй генәһе юҡ. Тормош иптәше Ишбулды олатай менән иңгә-иң терәшеп 60 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Береһенән-береһе матур 6 балаға ғүмер бирҙеләр. Бөтәһелә матур итеп донъя көтәләр. Ошондай матур, өлгөлө ғаиләләр күберәк булһа ине! Ололарға бәхетле ҡартлыҡ теләйем ,артабанда әҙәбиәттән айырылмай , йәштәргә үрнәк булып, балаларына терәк булып һаулыҡта ғына йәшәһендәр!
Зәкиә Ғәйетбаева.
Буранбай ауылы китапханасыһы.