ӘЛИФБА
Хикәйә – иҫтәлек.
Беренсе класҡа уҡырға барырға һанаулы ғына көндәр ҡалған, ә минең "Әлифба" китабым юҡ. Форма, алъяпҡыс, сумка күптәнән инде алып ҡуйылған. Ә бына китапты атайым менән әсәйем бер нисек тә таба алмайҙар. Темәс, Баймаҡ, Асҡар китап магазиндарын ҡаранылар. Юҡ булғас, юҡ инде. Алыҫ райондарҙа йәшәгән туғандарға хат яҙып ебәреп тә бөттөләр. Булмағас, булмай инде. Нисек итеп мәктәпкә, беренсе класҡа "Әлифба"һыҙ бармаҡ кәрәк? Өйҙәгеләргә күрһәтмәй генә илап та алам. Әсәйем ҡаты. Илағаныңды күрһә әрләй башлай.
- Юҡ-барға шәмәреп, ҡайғы көҫәп ултырма, - ти ул асыуланып.
Иртәгә беренсе сентябрь. Йоҡларға ятҡанбыҙ. Ә минең “Әлифба”м юҡ. Шул ваҡыт төнөн, өйөбөҙ эргәһенә мотоцикл килеп туҡтаны, һаҡ ҡына ишек туҡылдаттылар. Китапты уйлап, ҡайғырып йоҡлай алмай ята инем инде. Атай соланға сығып китте лә оҙаҡламай кире инде. Әсәй менән быш-быш һөйләшәләр, “әлифба” һүҙе ишетелеү менән ырғып торҙом. Баҡтиһәң, Шаҙығай ауылында йәшәгән Зәбир ҡоҙа, ҡайҙандыр “Әлифба” табып, төнө менән беҙгә килеп, үҙе эшкә ҡайтып киткән. Рәхмәт инде уға. Баланы ҡыуандырғаны өсөн. Китабымды ҡосаҡлап йоҡлап киткәнем. Бөгөнгөләй күҙ алдымда - тышында парта артында ҡулын күтәреп ултырған ҡыҙыҡай һүрәте төшөрөлгән. Тап шул "Әлифба" аша мин хәреф танырға өйрәндем, ижекләп һөйләмдәр уҡыным. Мәңге онотлмаҫлыҡ хәтирәләр...
Кескәй баланы ҡыуандырып, үҙенә ҙур сауап алған ҡоҙамдың ғына яҙмышы аяныслы булып бөттө. Зәбир ҡоҙаның өлкән апайы беҙҙең ауылға килен булып төштө. Күрше генә йәшәгән еңгәйҙәргә, апайы менән еҙнәйенә йыш килеп торған ҡоҙа беҙҙең бер тыуғаныбыҙ кеүек яҡын булып киткәйне инде.
Киләсәге юҡ мөһөрө тағылған ауылда, дүрт ҡыҙ араһында бер-бөртөк малай булып тыуған ул Зәбир. Атаһы көнө-төнө ҡымыҙ бейәләрен көткән. Сәғәткә бәйләнмәгән эш бит ул көтөүсе булыу. Кем унда эшләп ҡарамаған, уның нескәлектәрен белеп бөтмәй. Бейәләрҙе ваҡытында һауырға алып ҡайтыр кәрәк, нисәлер сәғәттән һуң ҡолондарын ҡушып имеҙеп алырға кәрәк. Инә һөтө эләкмәһә, улары ла йонсоп бара. Ә Зәбирҙең әсәһе Бикә апай - ҡымыҙсы. Бешкән ҡымыҙы менән дан алған. Уның ҡымыҙын тәмләп ҡарамаған бер кем дә юҡтыр, моғайын. Хатта ҡаланан килеп алалар. Ата-әсәгә ярҙамлашып, ауылдың барлыҡ эшен үҙ иңендә татып, эшһөйәр булып үҫә Зәбир ҡоҙа. Беҙҙең ауылда йәшәгән апайына ла яйын табып ярҙамлашырға өлгөрә. Күмәкләшеп тиҙ генә картуф та сәсәләр, бесәнен дә эшләйҙәр. Бушҡа ғына халыҡ араһында: "Эш күмәкте ярата", - тигән әйтем йөрөмәй бит.
Атайымдың ҡустыһы Әхмәт менән тиңдәш булғас, киске уйындарға матур итеп кейенешеп, яһанышып, бергәләшеп сығып китә инеләр. Йыуа, еләк-емеш йыйырға күмәкләшеп бергә йөрөйбөҙ. Ҡаныҡай тауы итәгенә йыуаға барғайныҡ. Тауҙың иң бейек ерендә ҡая. Шуның аҫтында йәйге эҫеләрҙә лә иремәй ҡар ята торғайны. Ҡая башына менеп тирә-яҡты, офоҡтарға тоташҡан тауҙарҙы, ус төбөндәй кеүек күренгән ауылыбыҙҙы күҙәтергә яратабыҙ. Бер көндө шулай тау итәгендә йыуа йыйыҙыҡ та ҡаяға үрмәләнек. Ҡапыл ағай менән ҡоҙа: "Беҙ ҡайттыҡ", - тинеләр ҙә аҫҡа ырғынылар. Беҙ бала-саға илаша-илаша ҡаянан төштөк. Ҡар өҫтөндә улар ҡыбырламай ҙа ятыуын күргәс, үлгәндәр, тип ҡурҡтыҡ. Ләкин эргәләренә үрмәләп етеп килгән йыланды күреп, һикереп килеп торҙолар. Баҡтиһәң, улар ҡаянан ырғыған кеүек хәрәкәттәр яһап, беҙҙән алда тиҙ генә төшә һалып, үлгән кеше булып шаяртып ятыуҙарын беҙ ҡайҙан ғына беләйек инде? Улар беҙҙе саҡ тынысландырып, шунан ғына ҡайтып киттек.
Икеһе лә шул тиклем шаян, йор һүҙлеләр, кәүҙәгә ҡарағай кеүек төҙ буйлылар, ә күҙҙәренән йәшлек нуры бөркөп тора ине. Кис булһа гармун аҫып, клубҡа сығып китәләр. Беҙ үҫмер ҡыҙҙар, клуб тәҙрәһенән (беҙҙе индермәйҙәр, бәләкәс булғас) уларҙың уйнағанын күҙәтәбеҙ. Йәштәр ҡапма-ҡаршы тороп таҡмаҡ әйтеп уйнайҙар, үҙҙәренә пар эҙләйҙәр. Бына улар икеһе лә гармундарын кирә тотоп, күңелле көй уйнап, уртаға сығалар. Бөтә ҡыҙҙарҙың күҙҙәре уларҙа. Ә беҙ шундай туғандарыбыҙ булғанға маһайышып, ҡыҙҙар алдында бер башҡа ҙурайышып торабыҙ. Зәбир ҡоҙа ағайым менән армия сафына ла бергә китте. Икеһе бер райондан булмаһалар ҙа, бер үк хәрби часкә эләгәләр. Афган һуғышының ҡыҙған мәле ине ул ваҡыт. Уларҙың тап шунда һуғышҡа эләккәндәрен белмәнек тә. Шаяртыу ҡатыш яҙылған хаттары йыш килеп торғас, уйламаныҡ та. Тик ҡайтыр ваҡыттарында союзға сыҡтыҡ тигән хәбәрҙәре килгәс кенә, аптырашта ҡалдыҡ. Хеҙмәт иткән ерҙәре тураһында һөйләмәһәләр ҙә, ағайымдың түбә сәсенең ағара башлауы, ҡоҙамдың маңлайында тәрән бураҙнаның барлыҡҡа килеүе, уларҙың күпте күргәндәре тураһында һөйләй ине.
Ә шулай ҙа Әхмәт ағайымдан ныҡышып, берәй ваҡиға тураһында һөйләттереп алдыҡ.
- Төнөн Блокпоста тора инем. Прожекторҙың яҡтыһына, ниндәйҙер шәүләнең беҙҙең постҡа яҡынлағаным күрҙем. Тиҙ генә телефон аша командирға хәбәр иттем. Артабан күҙәтергә, тигән бойороҡты ишеттек. Яҡыная башлағас ҡулына бала күтәргән ҡатын- ҡыҙ икәнен абайланыҡ. Русса ҡысҡырып килгән ҡатын ҡапыл: "Ярҙам итегеҙсе, зинһар!"- тине башҡортса. Ике һалдатты ярҙамға ебәрҙеләр. Тау-таш араһында уйнап йөрөгән балалары “дух”тарҙың беҙҙекеләргә тип ҡуйған миналарына эләккән икән. Шартлауҙан икәүһе шундуҡ үлә, аяғы сәрпәкләнгән баланы әсәһе беҙгә алып килә. Беренсе ярҙам күрһәтеп, вертолет менән ҡалаға алып киттеләр. Әсәһе беҙҙең райондан булып сыҡты. Ире менән институтта уҡығанда танышып өйләнешкән булғандар. “Ата-әсәйем уҡытыусылар, сит милләт кешеһенә тормошҡа сығыуыма шул тиклем ҡаршы булды. Сит илгә китәсәгемде белгәс, әсәйемдең йөрәгенә приступ булып ҡоланы. Мин киткәс, ғүмере буйы ата коммунист булған атайымды партиянан, эшенән сығарғандар. Хәҙер улар тураһында бер нәмә лә белмәйем”, - тип һөйләп өлгөрә Зөлфиә исемле ҡатын. Ул ире хаҡында һөйләгеһе килмәне. Моғайын һуғышып йөрөйҙөр, тип фараз итттек. Зөлфиәнең артабанғы яҙмышын ағайым белмәй ине.
Ағайым менән ҡоҙам бер ваҡыттараҡ өйләнде. Туйҙарын да бер-бер артлы үткәрмәксе булдылар. Зәбир ҡоҙа әйттерелгән кәләшен күрһәтергә, йәй уртаһында буласаҡ туйға саҡырырға, тип беҙҙең ауылға килгәндәр ине. Ҡайтыр мәле еткәйне, шул хәтлем ҡайтҡыһы килмәй, һәр беребеҙ менән ҡосаҡлашып, хушлашып сыҡты. “Кискә ҡалаһығыҙ, Ирәндек тауы аша үтеүе ҡурҡыныс булыр”, - тип еңгәйем ҡабаландырып, сығарып ебәрҙеләр.
Ҡуҙалып киттеләр... Боролошта мотоциклынан төшөп, оҙаҡ итеп тағы ҡул болғаны. Кире килергә уйлағандай, мотоциклын борҙо, тағы ҡул болғаны, шунан ғына ҡуҙғалып киттеләр. Элек улай хушлашмай торғайны, тип аптырашып тороп ҡалдыҡ. Кеше үҙе һиҙмәһә лә осрашыуҙарҙың һуңғыһы икәнлеген әллә Хоҙай Тәғәлә иҫкәртә микән?
Үҙенең иртәгә буласаҡ туйына, күрше ауылдан ат менән туй кәрәк-яраҡтары ташыған. Көн ныҡ эҫе булғас, атын туғарып, һыуға төшкән. Шунда ул һыуға батҡан. Күл буйында һыу төшөп, ял иткән кеше күп булған, ләкин уны ҡотҡара алмағандар. Туйына, тип йыйылған тыуғандары ҡустыһын, кейәүен шулай итеп, ер ҡуйынына тапшырып ҡайтты. Атаһы үлгәс тыуған улының да, ғүмере ҡыҫҡа булды. Өс айлыҡ малай ҡапыл ғына ауырып китте. Уны ла ҡотҡара алманылар. Һөйгәнен юғалтыуын ауыр кисергән кәләше оҙаҡ йылдар тормошҡа сыҡманы.
Еңгәйҙең өҫтәлендә ятҡан (рөхсәтһеҙ инде) хаттарҙы бер шулай уҡырға тура килгәйне. Ҡустыһының армиянан яҙған, хәҙер инде һарғайып бөткән ҡағыҙ киҫәктәрендә шундай мәғәнәле һүҙҙәр. Киләсәк тураһында матур хыялдар ҡороп йәшәгән булған. Ләкин шулар бер нисә минут эсендә генә юҡҡа сыҡһын әле!
Бала-саҡта булған хәлдәрҙе, олоғая килә гел хәтерләйем, бөгөнгөләй күҙ алдыма килеп баҫа. Ғүмере булһа, ошо мәлдә ул ҡоҙам күптән олатай булыр ине. Йәштәрҙең матур итеп, бер ниндәй эскелекһеҙ күңел асыуы, яңғыраған гармун тауыштары йылдар үтһә лә бер ҙә онотолмай. Бала күңелен уйлап, бәләкәй генә йомошто ла ҙурлап, мине “Әлифба”лы иткән Зәбир ҡоҙам һәр ваҡыт күңел түрендә...
Әнүзә Мәжитова.
Фото интернеттан алынды.