Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
19 Март 2022, 11:10

Аяҡ-ҡулды һындырып бөтәбеҙ инде...

Машинағыҙҙан төшөгөҙ ҙә, йәйәүләп атлап ҡарағыҙ! Нисә метр үтә алырһығыҙ икән? Ә беҙ өлкәндәр көн дә ҡолай-ҡолай үҙ йомошобоҙ менән йөрөйбөҙ... 

Аяҡ-ҡулды һындырып бөтәбеҙ инде...
Аяҡ-ҡулды һындырып бөтәбеҙ инде...

Нимәгә хәҙер тротуарҙарға шлак һипмәйҙәр ул? Бөтә Баймаҡ боҙ яланына әйләнгән. Магазиндар алды, предприятиелар алды ла тик боҙ. Һауа торошо тимәгеҙ! Ошоға тиклем ҡап-ҡара итеп шлак һибеп сығалар ине. Хәҙер юҡ. Беҙ өлкәндәр бер-беребеҙгә тотоноп саҡ атлап йөрөйбөҙ. Кем яңғыҙ, ҡолай. Күпме өлкән кеше аяҡ-ҡулын һындыра! Ә бит ҡарт һөйәк бөтәшмәй! Редакцияға ла яҙҙым ошо хаҡта, сара күрелмәне. Ул уҫлаптай шлак тауҙарын нимә тип тоталар?! Элек йөк машинаһынан ырғытып барырҙар ине көрәкләп. Түрәләргә әйткем килә: машинағыҙҙан төшөгөҙ ҙә, йәйәүләп ярты урамды булһа ла үтеп ҡарағыҙ. Нисә метр бара алыр икәнһегеҙ? Ниңә әҙер шлакты түкмәйһегеҙ юлға? Ниңә бер магазин алды ла, предприятие алды ла боҙҙан таҙартылмай? Беҙ өлкәндәр аяҡ-ҡулын һындырып бөтһөн тейһегеҙме? Оят бит!

Сабира инәйегеҙ. 

Аяҡ-ҡулды һындырып бөтәбеҙ инде...
Аяҡ-ҡулды һындырып бөтәбеҙ инде...
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: