+7 °С
Ямғыр
ЮХХДИ инспекторҙарын беҙ бушҡа әрләйбеҙ. Улар араһында ла “бынамын” тигән кешелеклеләре бар. Бер көн урамы буйлап елдереп төшөп киләм. Һәм... ГАИшниктар туҡтатты. “Фарҙарыңды яндырмай киләһең”,-ти береһе. Нимә тип әйтәһең инде: “Ғәйебемде таныйым, онотҡанмын шул”,-тим. Шул саҡ берәүһе: “Һинең ҡаршыңа бер нисә машина үтеп киткәйне бит, береһе лә гаишниктар тороуы тураһында иҫкәртмәнеме ни?”-ти. Эйе, ғәҙәттә, юлда ГАИ торһа, ҡаршыңа килгән машина фаралары менән яҡтыртып был хаҡта иҫкәртә. Был элек-электән килгән, яҙылмаған закон.
“Юҡ, иҫкәртмәнеләр”,-тип яуаплайым. Шул саҡ береһе: “Үәт, а!”-тип төкөрөп ҡуйҙы. Икенсеһе: “Ярай, бар, икенсе ваҡыт фарҙар хаҡында онотма”,-тине. Бына шундай гаишниктар ҙа бар!
Вилдан.