Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
22 Ноябрь 2021, 19:05

Шөкөр итә беләйек!

Почтальондар рәхәтлектән шул ауыр сумкаларҙы йөкмәп йөрөмәйҙер. Улар ҡуйылған талапты үтәй...

Почта, пенсия таратыусыларҙың аҙыҡ-түлек һ.б. әйберҙәрҙе лә йөкмәп, кешеләргә тәҡдим итеүе билдәле. Был хаҡта хатта социаль селтәрҙәргә зарланып яҙыусылар ҙа бар, йәнәһе, “нәмәләре ҡиммәт, алмайбыҙ”.

Моғайын, почтальондар рәхәтлектән шул ауыр сумкаларҙы йөкмәп йөрөмәйҙер. Улар ҡуйылған талапты үтәй. Бер йыл шулай 90 йәштәге күрше инәйгә почтальон пенсияһын бирә лә, “Инәй, печенье, кәнфит алаһыңмы?”-тип һорай. Әбей күп итеп тәмлекәстәр алып ҡала. Тик эшенән ҡайтып ингән ҡыҙы был хәлде оҡшатмай. Тәмлекәсле пакетты тотоп, почтаға юллана, аҡсаһын кире таптырып ала. Күп тә үтмәй, әбей мәрхүмә булып ҡалды. Бәлки, ул үлемен һиҙеп, тәмлекәстәрҙе аятына тип әҙерләгәндер. Бер уйлаһаң, пенсия әбейҙеке, нимә һатып алырға икәнен дә ул үҙе хәл итергә тейеш ине бит. Ауылдағы һатыусыларҙың да: “Алмағыҙ почтальондарҙан! Уларҙың әйбере ҡыйбат. Беҙҙән алығыҙ”,-тигәнен ишетергә тура килә.

Аштан оло булмаһаҡ ине. Хоҙай Тәғәлә барыһын да һынау өсөн ебәрә бит. Ниндәй хаҡҡа булһа ла, ризыҡ булғанына шөкөр итәйек, риза булайыҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: