Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
22 Ноябрь 2021, 20:10

Кредит алмағыҙ!

Автобусҡа ултырмай йәйәүләп алыҫтағы магазинға китәм. Сөнки унда нәмәләр 2-3 һумға арзаныраҡ. Ә кисә мин икмәк һатып алырға аҡсамды йәлләп, ас көйө йоҡларға яттым...

Мин яңғыҙым йәшәйем. Эшем бар. Тик һуңғы осор үҙемдең үтә һаран була барыуымды тоя башланым. Иң тәүҙә ҡунаҡтарға йөрөмәй башланым. Сөнки күстәнәс тотоп барыр кәрәк. Кистәрен утты ҡабыҙмайым. Телевизорҙың артыҡ электр утын һөйрәмәүен ишеткәндән һуң, уның яҡтыһында эштәремде башҡарам. Баймаҡтағы бар магазиндарҙы белеп бөттөм. Аҙыҡ-түлектең, кейем-һалымдың ҡайҙа арзаныраҡ икәнен яҡшы беләм. Автобусҡа ултырмай йәйәүләп алыҫтағы магазинға китәм. Сөнки унда нәмәләр 2-3 һумға арзаныраҡ. Ә кисә мин икмәк һатып алырға аҡсамды йәлләп, ас көйө йоҡларға яттым. Ә барыһы ла ни өсөн тип уйлайһығыҙ? Минең кредитым бар. Ниндәйҙер кризис булыр ҙа, мин эшһеҙ ҡалырмын һәм кредит өсөн фатирымды тартып алырҙар тип ҡурҡам. Көнө-төнө ошо хаҡта ғына уйлайым. Йәшәүемдең ҡыҙығы лә, йәме лә ҡалманы. Кредит алмағыҙ, кешеләр!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: