Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
20 Ноябрь 2021, 18:05

Мине бәхетле иткән муйынсаҡ

Һәм мин яратам тип уйлап йөрөгән егетемдән баш тарттым! Үҙем дә был хәлгә аптыраным. Егетем дә бер ни ҙә аңламай, атай-әсәйем дә...

Йәйгеһен Граф күле буйында бер муйынсаҡ таптым. Ҡарап торһаң бер ниндәй артыҡ матурлығы ла юҡ кеүек. Гәрәбәнән һәм тағы ниндәйҙер таштар ҡуйып эшләнгән. Ләкин ул миңә бик ныҡ оҡшаны. Яҡын-тирәләге бар ҡыҙҙарҙан һорашып сығып та эйәһен тапмағас, муйынсаҡты үҙемә алдым. Иртәнсәк эшкә барыр алдынан биҙәүесте тағып алдым. Һәм, беләһегеҙме, ул миңә ниндәйҙер рәхәтлек тойғолары бирҙе, кәйеф күтәрелеп китте. Шуныһы ҡыҙыҡ: муйынсаҡтан һиҙелер-һиҙелмәҫ ниндәйҙер сәскә еҫе сыға башланы. Ошо көндән мин муйынсаҡты һәр саҡ таҡтым. Ике йылдан ашыу осрашып йөрөгән егетем миңә кейәүгә сығырға тәҡдим иткәс, муйынсаҡта сәскә еҫе көсәйҙе. Һәм мин яратам тип уйлап йөрөгән егетемдән баш тарттым! Үҙем дә был хәлгә аптыраным. Егетем дә бер ни ҙә аңламай, атай-әсәйем дә. Ләкин ниндәйҙер тойғо миңә уға кейәүгә сығырға рөхсәт итмәне. Күп тә үтмәне мин буласаҡ ирем менән таныштым. Был көндө муйынсаҡ күңелде елкендергән сәскә еҫе таратты. Ярты йыл осрашҡандан һуң өҙөлөп яратҡан кешемә кейәүгә сыҡтым. Иптәшем туйға миңә ҡиммәтле биҙәүес алып бирҙе, шуны таҡтым. Йәйгеһен дуҫтарыбыҙ менән тағы ла Граф күленә барҙыҡ. Мин яратҡан гәрәбә муйынсағымды таҡҡан инем. Сөнки иртәнсәк мин уның еҫенән уянып киттем. Күрәһең, биҙәүес үҙе хаҡында хәтергә төшөргәндер. Көнө буйы ял иткәндән һуң ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡараһам, муйынымда муйынсаҡ юҡ. Илай яҙып, иремде кире бороп, яр буйҙарын эҙләп сыҡтыҡ. Табылманы. Күрәһең, муйынсаҡ минең яҙмышымды дөрөҫ юлға һалғандан һуң, үҙе минән киткәндер. Икенселәрҙе бәхетле итергә. Шуға күрә һәр табып алған әйбергә шикләнеп ҡарамағыҙ. Муйынсаҡты тапҡан ҡыҙ минең кеүек бәхетле буласағында шигем юҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: