Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
22 Июнь 2021, 08:46

Көт мине...

КӨТ МИНЕТОЛ КӘЛӘШ ЙЫРЫ(Йәрәшелгән кәләш булып тол ҡалған ҡыҙҙарға арнайым)- Мин - ун ете, ә һин - егермелә,Беҙ шундай йәш инек ул йәйҙә.Аҡ бәхеттең етенсе ҡатындаҠош юлында елдек, йә Айҙа...

ХӘТЕР
1941, 22 июнь - 2021, 22 июнь. 80 йыл...

КӨТ МИНЕ
ТОЛ КӘЛӘШ ЙЫРЫ
(Йәрәшелгән кәләш булып тол ҡалған ҡыҙҙарға арнайым)

- Мин - ун ете, ә һин - егермелә,
Беҙ шундай йәш инек ул йәйҙә.
Аҡ бәхеттең етенсе ҡатында
Ҡош юлында елдек, йә Айҙа.

- Көҙөн, ураҡтан һуң, туй яһарбыҙ,
Өй һалырмын, донъя көтөрбөҙ.
- Бер - бер артлы бәпәйҙәр табырмын,
Ғүмер юлын бергә үтербеҙ.

... Мин - һинеке, һин - минеке булып
Өлгөрмәнек, һуғыш айырҙы.
Вәғәҙәләр бирешкән ал таңда
Бәхет ҡанаттарын ҡайырҙы.

- Көт һин мине, - тинең, - мин ҡайтырмын,
Һинең өсөн уттар үтермен.
Һине миңә Хоҙай инселәгән,
- Ҡайта күр, өҙөлөп көтөрмөн!..

- Көт һин, иркәм, - тинең, - ышанып көт,
Көтһәң генә тере ҡалырмын.
Йәйге кистә тәҙрә ҡағырмын да,
Ҡосағыма алырмын да, - тинең,-
Кәләш түшәгенә һалырмын.

...Ғүмер буйы тик төштәрҙә генә
Ҡауышырға беҙгә яҙғандыр.
"...хәбәрһеҙ юғалды", - тине ҡағыҙ,
Ҡайтыр күперҙәрең янғандыр...

Беҙҙән тыуыр сабыйҙар менән дә
Йөҙәлманыҡ Бәхет күлендә.
Улдар ҡалды һиндә, сит - ят илдә,
Ҡыҙҙар шиңде минең түлемдә.

Йәш инек бит. Һөйөп, һөйөлөп тә
Танһығыбыҙ ҡанмаҫ саҡ ине.
Берәй ҡөҙрәт булып, һин ҡайт ине,
Йәйге кистә тәҙрә ҡаҡ ине.

Эш менән үтә ине көндәрем,
Эй, төндәре оҙон яңғыҙҙың!!..
Ҡәһәр, һиңә, һуғыш!
Икебеҙҙе
Ике донъяларға айырҙың.
Эй, Хоҙайым, яҙҙар, йәйҙәр етһә,
Илерерҙәй булып һағынам.
Нисә йылдар буйы һине көтөп,
Һыңар ҡанат менән ҡағынам.

Ҡайтмаҫһыңдыр.
Бүләк йөҙөгөмдө
Һыуға һалдым, ергә инселәп.
Инде һин көт.
Таңда юлға сығам...
Тапҡансы йөрөрмөн илселәп...

Көт мине. Эҙләрмен, табырмын,
Мәңгегә яныңда ҡалырмын.
Көт мине...
Таңһылыу Вәлиева.
Фото интернеттан.
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: