Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
14 Апрель 2021, 11:13

Бер мөхәббәт тарихы Берҙән-бер, берәү булып...

Йомағужаның әле баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп йөрөгән сағы. Үткер ҡарашлы, мыҡта кәүҙәле, йор һүҙле егет теләһә ҡайһы ҡыҙҙың башын әйләндермәле... Шуғалыр ҙа үҙенә ымһынып йөрөгән сибәркәйҙәр ҙә байтаҡ...

Бер мөхәббәт тарихы
Берҙән-бер, берәү булып...
Мөхәббәт бер генә, сер генә,
Төшөнөп бөткөһөҙ серенә,
Мөхәббәт һөйләшә, ахыры,
Тик утлы ҡараштар арҡылы...
Йомағужаның әле баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп йөрөгән сағы. Үткер ҡарашлы, мыҡта кәүҙәле, йор һүҙле егет теләһә ҡайһы ҡыҙҙың башын әйләндермәле... Шуғалыр ҙа үҙенә ымһынып йөрөгән сибәркәйҙәр ҙә байтаҡ... Баймаҡтан Беренсе Этҡолға күсеп килгән Ғәзизовтар ғаиләһендә буй еткергән һомғол буйлы егетте барыһы ла ярата, үҙ итә ауылда. Егеттең эшкә бөтмөрлөгө, саялығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Шулай булмайсы, атаһы йәшләй генә мәрхүм булғас, әсәһенең берҙән-бер арҡа терәге була бит ул, барлыҡ йорт эшен үҙ ҡулына ала. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә уҡыуын да ташламай, ә әрмелә хеҙмәт итеп, ир ҡорона ултырып ҡайтҡас, йәтешерәк булһа ла яңы өй күтәреп инә. Оҙаҡламай яңы йортҡа йәш килен дә төшә... Тик... баш балалары донъяға килеү менән йәш кәләш менән кейәү араһын “ҡара бесәй” ҡыя һәм уларҙың артабанғы ғүмер һуҡмаҡтары айырыла...
Киләсәген күҙаллап, яңынан ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү хаҡында уйланып йөрөгән буйҙаҡ ир ҡышҡы кистәрҙең береһендә Ҡаратал ауылында донъя көтөүсе һеңлеһенән хәбәр-хат ала: “...Ағай, минең бында Хәлимә исемле бер иптәш ҡыҙым бар. Һине шуның менән таныштырырға ине...” Бындай мөмкинлекте ҡулынан ысҡындыра буламы инде егет аҫылы – Йомағужа ла, Ғибәҙәт исемле иптәш егетен алып, тиҙ арала Ҡараталға юллана. Һеңлеһе үҙ янына Хәлимә әхирәтен дә алған була. Күмәкләшеп, сәйгә ултыралар. Тик Хәлимә, юҡ-бар һылтау табып, ашъяулыҡҡа яҡынламай. Сәй эскән арала Йомағужа ҡыҙҙы күҙәтә, уны үҙенсә һынай. Шулай итеп, быға ҡәҙәр күрмәгән-белмәгән ҡыҙға күҙе төшә егеттең, ул ғына ла түгел, уға бер күреүҙән ғашиҡ була. “Миңә оҡшаны, 22 февраль көнө әйттерергә киләм, көтһөндәр!” – шулай хушлаша ул һеңлеһе менән.
Әйткән эш – бөткән эш, күп тә үтмәй Хәлимә Беренсе Этҡолға килен булып төшә. Йәш киленде кейәү йортонда ҡәйнәһе, ике бикәме ҡаршы ала. Бәләкәй генә йортта шулай биш йән йәшәй башлай. Шулай ҙа кеше алдында һыр бирмәй йәштәр, яҙға йортҡа төкәтмә һуҡтыралар. Балта эшенә сымыры Йомағужа йорт кәрәк-ярағын – карауат, диван ише мебелдәрҙе лә эшләп ҡуя үҙ ҡулдары менән.
Бер йыл йәшәгәс, йәштәр үҙ йорттарына нигеҙ һала. Өс айлыҡ ҡына ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып, йәш кәләш тә иренән ҡалмай – ҡул бысҡыһы
менән ағас йығып, бүрәнәләрҙе нигеҙҙә ҡул көсө менән ташып, бер йыл тигәндә яңы йорт күтәрәләр. Мейес өсөн кирбесте лә үҙ ҡулдары менән һуға ир менән ҡатын. Уларҙың татыулығына, һәр эште бер төптән егелеп эшләүҙәренә бөтә ауыл һоҡлана. Буранбайҙан килен булып төшкән Хәлимә үҙен ана шулай бар яҡтан да булған, эшкә уңған ҡатын, бөтмөр хужабикә, кеселекле килен итеп күрһәтә. Тәүге көндән тормош мәшәҡәттәренә сумған йәш ир менән ҡатын никахтарын законлаштырыу хаҡында уйламай ҙа тиерлек. Бигерәк тә Хәлимә инәй: “Әллә йәшәйем, әллә юҡ – ЗАГС ҡөҙрәт ҡанаты түгелдер әле...” – тип, никахтарын закон нигеҙендә теркәтеүгә ҡул һелтәп ҡарай. Ысынлап та, бер уйлаһаң, ғаилә бәхете ЗАГС штампына ғына бәйләнмәгән бит – иң мөһиме, үҙ-ара татыулыҡ, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәү! Ана шулай, Ғәзизовтар өс балаға атай-әсәй булғас ҡына никахтарын рәсмиләштерәләр...
Йомағужа олатай бар ғүмерен эш менән үткәргән уҙаман. Таҡтаһын да яра, балта оҫтаһы ла, тракторсы, мал ҡараусы ла булып эшләй – ҡайҙа ғына эшләһә лә эшен урын-еренә еткереп, намыҫ менән атҡара. Хатта таныш булмаған эшкә тотонорға ла йөръәт итә ул. Бер заман ауылда тирмән төҙөү тураһында хәбәр тарала. Ауылдың ир-аттары үҙ-ара кәңәшләшеп, тирмән ҡоролмаһын Горький ҡалаһына барып алып ҡайтыу, уны ҡороу бурысын Йомағужа Рамаҙан улына йөкмәтә. Тик уның ғына был эшкә башы етеренә ышана шул ауылдаштары һәм уҙаман эште тейешенсә атҡара. Аҙаҡ был тирмән Беренсе Этҡол халҡына ғына түгел, күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәргә лә байтаҡ хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡанынса тирмәнсе тигән дан тотоп йәшәй Рамаҙан олатай. Эшен һыҡранмай-һуҡранмай ғына башҡара, йыш ҡына сит ауылдан килеүселәр Ғәзизовтарҙа ҡуна ла ҡала.
Пенсия ашап ҡына өйҙә ятырға кәрәк тә бит... Тик алтын ҡуллы Йомағужа Рамаҙан улын тағы ла колхозға эшкә саҡыралар. Яңы ғына ҡайтарылған таҡта ярыу ҡулайламаһын эшләтеп ебәрерҙәй кеше таба алмайҙар икән. Ә бындай эштәргә унан да оҫтараҡ, унан да ҡулайлыраҡ кеше юҡ! Ысынлап та, күп тә үтмәй, ауылда таҡта ярыу цехы гөрләп эш башлай...
Артабан тыныс ҡына йәшәргә булыр ине лә... әммә тынғыһыҙ йән тик ултырыуҙы, эшһеҙ ятыуҙы беләме ни ул! Заманында абруйлы тележурналист булған яҡташыбыҙ – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Йәркәй Яҡшыдәүләтов алып барған телетапшырыуҙарҙы ҡарап, ғәрәп алфавитын үҙ аллы өйрәнгән һәм белемен камиллаштырған аҡһаҡал Өфөгә – диниә назаратына барып имтихандар тапшыра һәм ҡулына таныҡлыҡ ала. Егерме йылға яҡын Беренсе Этҡол мәсетенең имам-хатибы булып хеҙмәт итә, ауылдаштарын дин юлына әйҙәй, дини ғәмәлдәрҙе атҡара. Ул бата уҡыған йәш парҙарҙың, ул исем ҡушҡан сабыйҙарҙың иҫәбе-хисабы юҡ!
Ауыл еренең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ҡыял-сыялынан арынып, ижад эшенә лә ваҡыт таба уҙаман. Район гәзитендә уның мәҡәләләре, шиғырҙары даими донъя күреп тора...
Ғөмүмән, Ғәзизовтарҙың бар ғүмере эш менән үткән, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреүгә, уларҙа хеҙмәткә, тормошҡа һөйөү уятыуға бағышланған. Йомағужа олатай, ҡыҙҙарына көйәнтәләрҙе үҙе бөгөп, уларҙы йыл да яңынан эшләп тора. Балаларына сана-саңғы оҫталауҙы ла бар күңелен һалып башҡара ғаилә башлығы. Улдарын һәр саҡ үҙе менән алып йөрөп, оҫталыҡ эшенә йәлеп итә. Хәҙер уларҙың да ҡулдарынан килмәгән эш юҡ.
Ир – беләк, ҡатын – терәк, тигәндәй, Хәлимә инәй ҙә тик ултырыуҙы белмәй. Йәш сағында мал ҡараусы, бейә бәйләүсе, колхоз ашханаһында ашнаҡсы, дарыуханала, урындағы бала табыу йортонда санитарка ла булып эшләй ул. Үҙе ҡабул иткән ни һан сабыйҙың тыуған көндәрен әле лә хәтерләй Хәлимә инәй. Ауылда бер тигән ашнаҡсы булараҡ айырыуса дан ала инәй. Ҙур байрамдарҙа нәҡ уны ашнаҡсы итеп ҡуялар, ул яраштырған аш-һыуҙы кемдәр генә тәмләп ҡарамаған да, кемдәр генә маҡтамаған! Туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаусы ханым әлеге көндә лә мейестә көпөлдәтеп икмәген дә, башҡа төр ҡамыр ризыҡтарын да бешерә.
Әллә инәйҙең һәр кем менән уртаҡ тел табыр яғымлы теле, әллә уғата дәртле булыуы, ҡул эштәренә оҫталығы арҡаһындамы – уның янынан ауыл ҡатындары, бигерәк тә ҡыҙ-ҡырҡын өҙөлмәй. Шәл бәйләү, селтәр һәм башҡалар сигеү, ҡорамалар ҡороу, юрған һырыу серҙәрен ҙур теләк менән уртаҡлаша ул башҡалар менән. Әле лә был яратҡан шөғөлөнән айырылмай Хәлимә Далха ҡыҙы, үҙенә килгәндәрҙе бороп сығарырға ашыҡмай. Баҡсасы булараҡ та таный уны ауылдаштары.
Хәлимә инәйҙең сирек быуат донор булыуы ла оло маҡтауға лайыҡ! Мохтаждарға туранан-тура ҡан биргән осраҡтары ла бар! Ә бит нәҡ уның ҡаны күпме кешенең ғүмерен оҙайтҡан, күпме кешеләрҙе ҡайғынан аралаған!
Тик ултырмаҫ, тернәксел инәй балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бөгөн дә оло терәк, алыштырғыһыҙ ярҙамсы һәм кәңәшсе. Үҙе белгәндәрҙе килер быуындарға тапшырып ҡалырға тырыша ул. Мәҫәлән, бүләсәренә талҡан эшләү серҙәрен тәфсирләп аңлатҡан, хатта эш барышын күрһәткән. “Әсәй, өләсәй, ейәнсәр” район конкурсында ҡатнашып, 15 ғаилә араһында Гран-приға лайыҡ булыуҙарында Хәлимә Далха ҡыҙының өлөшө бик ҙур, әлбиттә.
Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған Ғәзизовтарҙың бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәре, ун ике бүлә-бүләсәре бар. Балаларының балаларын һөйөп, тормош матурлығына ирәмһеп йәшәгән әбей менән бабайҙың ғаилә тормошона ла 60 йыл тулып үткән!
Ата-әсәләренең иҫән булыуҙарын ҙур бәхет итеп күрә балалары.
–Атайым менән әсәйемдең донъяны шундай яратыуҙары, кеше күңелле булыуҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурланып йәшәйбеҙ, – ти, мәҫәлән,
ҡыҙҙары Зилә. – Башҡаларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеүҙе үҙҙәре өсөн ҙур баһаға һанап йәшәйҙәр ҡәҙерлеләребеҙ! Мин ауылға ҡайтҡан һайын уларға ҡарап һоҡланам! Улар икеһе бер бөтөндәр... Бер-беренә иғтибар, ихтирам менән ҡарайҙар. Ихлас күңелдән Салауат Юлаев өсөн ауырыйҙар, бер хоккей уйынын ҡалдырмайҙар. Доғаларын уҡып, теләктәрен теләй-теләй ҡарайҙар телевизорҙы. Гәзит-журналдарҙың бер юлын да ҡалдырмай уҡып баралар...
Гәүһәр туйҙарының түрендә парлашып балҡып ултырған инәй менән олатайға һоҡланмайынса ҡарау мөмкин дә түгел! Бәхетле көндәрегеҙ оҙағыраҡ дауам итһен!
Мотал Рәмов.
Читайте нас: