Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
25 Август 2020, 22:40

Ярҙам иттеме? Әллә ярҙан эттеме?

Таныш ҡатын миңә ярҙам итергә булып китте. “Кәрәкмәй” тиһәм дә, “Һинең балаларың күмәк, ә миндә үҙеңә лә, уларға ла етерлек кейем ята. Сепрәккә тигән аҡсаңды икенсе нәмәгә тотонорһоң”,-тине. Көн һайын аптыратҡас, ярай тип, ризалаштым...

Таныш ҡатын миңә ярҙам итергә булып китте. “Кәрәкмәй” тиһәм дә, “Һинең балаларың күмәк, ә миндә үҙеңә лә, уларға ла етерлек кейем ята. Сепрәккә тигән аҡсаңды икенсе нәмәгә тотонорһоң”,-тине.

Көн һайын аптыратҡас, ярай тип, ризалаштым. Кискеһен килде. Тәүҙә өйөрөлөп йөрөп өйөмдө ҡарап сыҡты. Ашарға әҙерләп, сәй ҡайнатып ҡуйғайным. Өҫтәл артынан ике сәғәттәй тормай аптыратҡандыр. Минең эшләйһе эштәрем байтаҡ, ә ул тик ултыра. Көскә сығып китте. Соланға ҡуйған әйберҙәрен ҡарайым әле тип асып ебәрһәм!.. Совет заманынан ҡалған синтетик кофталар, уларында һап-һары таптар, эләгеп-тишелеп бөткән салбар һ.б. Шул уҡ көндө сүплеккә алып барып ырғыттым. Уның ҡарауы ул хәҙер барыһына ла нисек миңә “кейемләтә” ярҙам итеүен генә түгел, ә минең өйҙәге буяғы уңа башлаған иҙән, түтәлдәге сүп һ.б. тураһында һөйләп йөрөй. Кешенең өйөнә инһәң – һуҡыр, сыҡҡас телһеҙ бул, тигәнде белмәйҙер был өлкән апай.

Г.

Читайте нас: