Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
21 Апрель 2018, 17:09

БАТЫРЛЫҠ!

Оҙон ҡыштан һуң еребеҙгә ашҡынып көткән яҙ килде. Быйыл ҡар әҙ булғанлыҡтан, ауыл эргәһенән аҡҡан Һаҡмар, Таулы йылғалары ныҡ ташмаҫ, тип фаразланыҡ үҙебеҙсә. Әммә тәбиғәттең үҙ закондары.

Батырлыҡ


Оҙон ҡыштан һуң еребеҙгә ашҡынып көткән яҙ килде. Быйыл ҡар әҙ булғанлыҡтан, ауыл эргәһенән аҡҡан Һаҡмар, Таулы йылғалары ныҡ ташмаҫ, тип фаразланыҡ үҙебеҙсә. Әммә тәбиғәттең үҙ закондары. 11 апрелдә Таулы йылғаһы ярҙарынан сығып ташты, туғайҙарҙы баҫты, күпер һәм юл өҫтөнән ағып, урғылып–ҡайнап оло ағаһы Һаҡмарға ашҡынды. Ошо көндә ауылдың ике ир-уҙаманы ат арбаһында Таулы йылғаһы аша кисеүҙән аръяҡҡа сыҡмаҡ була. Әммә көслө ағым ат арбаһын түңкәрә һуға. Ирҙәр бата башлай. Һалҡын һыуҙа аяҡтарын көҙән йыйыра, ярҙам саҡырып ҡысҡыра башлайҙар. Уларҙың тауышын яр буйында йөрөгән 14 йәшлек Айтуған Ғатауллин ишетеп ҡала һәм бер минут та уйлап тормай ярҙамға ташлана. Һыуға төшөп ир-егеттәргә ярға сығырға ярҙам итә.
Айтуған 8-се класта яҡшы билдәләргә уҡып йөрөй, төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ “Рух ҡошо” проектында ҡатнашты. Ярҙамсыл, аҡыллы, итәғәтле бала үҙен батыр егет итеп тә күрһәтте. Афарин, Айтуған!


Гөлбикә Кейекбаева.

Ниғәмәт ауылы.


Читайте нас: