Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор

Олпат юбилейығыҙ менән!

Яңғаҙы ауылында йәшәүсе Йосопова Фәриғә Илһам ҡыҙы 85 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы...

Яңғаҙы ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Йосопова Фәриғә Илһам ҡыҙын 85 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм донъяла булған барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.Ҡәҙерлебеҙ! Күңелеңдән тыныслыҡ бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙеңә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен.Һаулык, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ- ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәттәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Иңебеҙгә канат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙҙә ҡанатлы, бәхетле. Оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Алдағы тормошҡа ла йәм һәм дәрт биреп, аҡ бәхеттәргә төрөнөп шатлык, ҡыуаныслы көндәр кисерергә яҙһын. Ауырыу- һыҙланыуҙарһыҙ оҙон ғумер насип итһен Хоҙай Тәғәлә. Һәр көндән йәм табып,, ҡәҙер- хөрмәттә генә йәшәргә яҙһын, барлыҡ изге уй- ниәттәре тормошҡа ашһын.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле
Ҡылған эшең- бары изгелек
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Иң изге теләктәр менән- балаларың исеменән улың Мәулитдин, киленең Нурзилә, ейәндәрең Рамаҙан, Раян, ейәнсәрең Наҙгөл,Мәҙинә.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас