Һаҡмар
+22 °С
Облачно
Антитеррор

Рәхмәтлебеҙ, һиңә, әсәйем!

Рәхмәтлебеҙ, һиңә, әсәйем! Ишей ауылында йәшәүсе  ҡәҙерле әсәйебеҙ Баймөхәмәтова Вәлимә Мазһар ҡыҙы ошо көндәрҙә 80 йәшлек олпат, матур юбилейын билдәләне. Ҡәҙерлебеҙ тормоштоң йәмен татып, 60 йыл килен булып төшкән Ишей ауылына төпләнеп, таштай-ҡомдай батып, уны тыуған ауылындай яҡын күреп, балаларының уңыштарына һөйөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтән, әле лә дәртле, әүҙем ул. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаһы булараҡ, бик күп сараларҙа ҡатнаша. Яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәре үреү булһынмы, экологик өмәме -һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Өйҙә лә тик ултырмай эшһөйәр, уңған әсәйебеҙ: ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса үҫтерә, тәмле итеп ҡомалаҡтан икмәк бешерә.Тулыраҡ:

Рәхмәтлебеҙ, һиңә, әсәйем!

Әсәй. Дүрт хәрефтән торған һүҙ, ә бала өсөн шундай ҙур, оло мәғәнәгә эйә. Үҙем әсәй булғас ҡына, уның иңендә күпме яуаплылыҡ, ғүмер ағышында һәр бала өсөн боросолоуҙар, төндәрен йоҡламай уйланыуҙар тиккә генә  икәнен нығыраҡ аңлайһың.

Яҙыр һүҙем - әсәйем, Ишей ауылында йәшәүсе Баймөхәмәтова Вәлимә Мазһар ҡыҙы тураһында булыр. Ҡәҙерле кешебеҙ ошо көндәрҙә 80 йәшлек олпат, матур юбилейын билдәләй.

Ул 1946 йылда Һаҡмар ауылында ун балалы ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде Һәүәнәк мәктәбендә ала, артабан Темәскә йөрөп һигеҙ класс белемен үҙләштерә. «Ҡыш булһа саңғы менән, башҡа ваҡытта йәйәү йөрөнөк. Машина килә ятҡанын күрһәк, ҡурҡып ағастар араһына йәшенә инек», - тип мәктәп  йылдарын иҫкә ала ул. 1963 йылда уҡыуҙы тамамлағас, Сибай ҡалаһында педагогия училищеһы асылған, тигән хәбәрҙе ишетеп, тәүгеләрҙән булып уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ унда ла һынатмай, 1966 йылда ҡулына «Башланғыс кластар уҡытыусыһы» дипломын ала. Әсәйемде һәм тағы ла ике ҡыҙҙы Баймаҡтан йүнәлтмә менән Ишей ауылына эшкә ебәрәләр. Уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡәҙерлебеҙ яңы көс, дәрт менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тигәндәй, яңы килеүсе йәш ҡыҙға атайыбыҙ, ошо уҡ ауылда шофер булып эшләп йөрөүсе Рәис Ғиниәт улы Ишдәүләтов атлы егет күҙ һала. Дуҫлашып, мөхәббәттәрен бер аҙ һынағандан һуң, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Матур йәш ғаиләне тулыландырып, өс улдары һәм өс ҡыҙҙары тыуа. Ҡыуанып йәшәйһе ине лә бит, ләкин, үеенескә ҡаршы, ҡәҙерле атайыбыҙ 52 генә йәшендә мәрхүм булды. Был ауыр ҡайғы туғандарын ғына түгел, ауыл халҡын да тетрәндерҙе. Сөнки атайыбыҙ ихлас, ярҙамсыл атайыбыҙ һәр кемгә ярҙам итергә ашҡынып торҙо. Уны ауылдаштары әле лә бик яҡшы хәтирәләр менән иҫкә ала. Ул ваҡытта өлкән ағайыбыҙға 22, бәләкәй ҡустыма 10 йәш булып, әсәй ҡулында тороп ҡалдыҡ. Әсәйебеҙ, беҙ етемлекте тоймаһындар тип, бар хәленсә тырышты. Ул иңенә төшкән ауырлыҡтарға, тормош һынауҙарына бирешмәй, донъя көттө. 32 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булды. «Ул мәлдәрҙә икешәр класс уҡыттыҡ, балалар күп була торғайны. Нисек эшләгәнбеҙ икән!», - тип һөйләй ул. Һәр бер уҡыусыһын, бергә эшләгән коллегаларын матур һүҙҙәр менән йыш иҫкә ала әсәйебеҙ. Уҡыусылары әле лә шылтыратып, килеп хәл белешеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп тора. Бик күптәре абруйлы урында матур итеп эшләп йөрөйҙәр.

Әсәйебеҙ тырышып эшләне лә, беҙҙе лә матур итеп тәрбиәләне. Алты балаһын да уҡытып, һөнәр алырға ярҙам итеп, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙы. Әйткәндәй, ул ике тапҡыр «Әсәлек даны» миҙалы менән дә бүләкләнде.

Балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй ғәзизебеҙ. Өлкән улдары Рәсүл атайыбыҙ юлынан китеп - водитель һөнәрен һайланы. 30 йылдан ашыу машина йөрөтә ул. Ишей ауылынан кәләш алып, Зөлфиә еңгәйем менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Рәсимә апай Наил еҙнәй менән Өфө ҡалаһында төпләнгән. Рөстәм ағайым менән Миңзифа еңгәйем Ишей ауылында тормош көтә, Рәмзиә апайым менән Зөфәр еҙнәйем, ҡустым Динислам менән киленебеҙ Лилиә Баймаҡта йәшәй. Динислам да шоферҙар династияһын дауам итеп, уңышлы эшләп йөрөй.  Мин үҙем тормош иптәшем Азамат менән алыҫ Себер яҡтарында, Лянтор ҡалаһына төпләндек. Аллаға шөкөр, әсәйемдең өс ҡыҙы, өс улы, кейәүҙәре, килендәре, туғыҙ ейәне, дүрт ейәнсәре, өс бүләсәре бар. Барыбыҙ ҙа ғәзиз, яҡын кешебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур итеп йәшәргә тырышабыҙ. Ҡәҙерле әсәй! Беҙҙең барлыҡ уңыштарыбыҙ - һинең ҡаҙанышың!

Бөгөнгө көндә лә әсәйебеҙ тормоштоң йәмен татып, 60 йыл килен булып төшкән Ишей ауылына төпләнеп, таштай-ҡомдай батып, уны тыуған ауылындай яҡын күреп, балаларының уңыштарына һөйөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтән, әле лә дәртле, әүҙем ул. Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы булараҡ, бик күп сараларҙа ҡатнаша. Яугирҙәр өсөн маскировкалау селтәре үреү булһынмы, экологик өмәме -һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә. Өйҙә лә тик ултырмай эшһөйәр, уңған әсәйебеҙ: ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса үҫтерә, тәмле итеп ҡомалаҡтан икмәк бешерә.

Ҡәҙерле әсәй, 80 йәшең күҙ асып йомған арала үткән кеүек тойолһа ла, матур, лайыҡлы, шул уҡ ваҡытта һикәлтәле, бормалы ла булған тормош юлың ул.

Һине олпат юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Оҙон ғүмер,күңел тыныслығы,ныҡлы һаулыҡ, атабан да беҙгә терәк-таяныс булып, кәңәштәреңде биреп, тыуып үҫкән атай йорто усағын һүндермәй, әлегеләй ихлас йөҙ менән ҡаршы алып, изге фатихаларың менән оҙатып ҡалыусы оло йөрәкле, изге күңелле кешебеҙ булып ҡал! Беҙ һине яратабыҙ!

Һиңә рәхмәт һүҙен әсәйебеҙ

Белдерәбеҙ тыуған көнөңдә.

Үҫтерҙең һин беҙҙе, кеше иттең,

Оло рәхмәт барыһы  өсөн дә.

Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек

Юлдаш булһын, әсәй, ғүмергә.

Йортобоҙҙо йылытыусы усаҡ

Нур биреүсе ҡояш һин беҙгә.

Иң изге теләктәр менән - Лянторҙан ҡыҙы Зоя, кейәүе Азамат, ейәне Данил, ейәнсәре Аделина.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас