Яҙмыш һынауҙарына баш эймәй

Яҙмыш һынауҙарына баш эймәй Бөгөн, йәмле йәй айының 15 авгусында Мерәҫ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Шәрипова (Мотаева) Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы матур, күркәм 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Әсәйебеҙ - сығышы менән Иҫке Сибай ауылынан. Ул 1946 йылдың авгусында тәбиғәттең иң матур, емеш-еләккә бай сағында Фәтих һәм Зәкирә Мотаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. 

Йәмле йәй айының 15 авгусында Мерәҫ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Шәрипова (Мотаева) Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы матур, күркәм 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.
Әсәйебеҙ - сығышы менән Иҫке Сибай ауылынан. Ул 1946 йылдың авгусында тәбиғәттең иң матур, емеш-еләккә бай сағында Фәтих һәм Зәкирә Мотаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә ҡәҙерлебеҙ.
Атайыбыҙ Рамаҙан Мулләхмәт улы менән бик матур ғаилә ҡоралар. Ике ҡыҙ һәм өс малайға ғүмер бүләк итәләр. Атайыбыҙ “Таналыҡ” колхозында тракторсы, әсәйебеҙ бухгалтер-иҡтисадсы, кадрҙар бүлегендә белгес булып эшләй. Тик үкенескә ҡаршы, атайыбыҙҙың ғүмер юлы ҡыҫҡа булды... Йөрәкте һурып алған ауыр ҡайғыны әсәйебеҙ оло сабырлыҡ менән үткәрә, нисек кенә ауыр булмаһын, ҡәҙерле кешебеҙ тормош һынауҙарына бирешмәй, артабан йәшәргә көс таба алды. Бер көнлөк кенә булып ҡалған ҡыҙы – һеңлебеҙ Гөлназға һәм береһенән-береһе бәләкәй балаларынан йыуаныс табып, үҙен эш менән баҫып, тормошон дауам итте.
Әсәйебеҙ атай юҡлығын белгертмәй, беҙҙе башҡаларҙан кәм-хур итмәй яңғыҙы үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Һәр беребеҙгә юғары белем алырға ярҙам итеп, эйәле-башлы итте.
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре, үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡта дөрөҫкә сыға. Ҡәҙерле әсәйебеҙгә бала ҡайғыларын кисерергә лә тура килде. Көслө рухлы әсәйебеҙ бар наҙын, йыуанысын ейән-ейәнсәрҙәре менән баҫты.
Ҡәҙерлебеҙ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә матур итеп донъя көтә. Баҡса үҫтерә, тәҙрә төптәре гөлдәргә, урамы сәскәгә күмелгән. Балаларым-ейәндәрем, тип өҙөлөп тора. Беҙ ҙә уға мөмкин тиклем ярҙам итергә, янында күберәк булырға тырышабыҙ. Ҡасан ғына ҡайтып төшһәк тә, ул беҙҙе һәр ваҡыт тәмле аштары, яҡты йөҙө менән ҡаршы ала, матур итеп оҙатып ҡала.
Әсәй! Бөгөнгө ғүмер байрамыңда һиңә иң ҙур теләгебеҙ – ныҡлы һаулыҡ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен, алла бирһә! Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Шатлыҡтарыбыҙҙы ла, көйөнөстәребеҙҙе лә үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Барыһы өсөн һиңә ҙур рәхмәтлебеҙ.
Күҙ нурҙарын түгеп, күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең.
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
Шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен Хоҙай,
Баш эйәбеҙ һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш көлһөн ғүмер таңыңда.
Алсаҡ йөҙөң, алтын ҡулың менән
Йортобоҙға нурҙар ҡояһың.
Һәр саҡ һаҡлап, ҡурсып йәшә, әсәй,
Ғаиләбеҙҙең йылы ояһын.

Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Ләйсән, Гөлназ, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас