Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор

Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, Мәзүнә инәй!

Ошо көндәрҙә Аҡтау ауылында йәшәүсе Мәзүнә Лоҡман ҡыҙы Йәндәүләтова 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Уның бала һәм үҫмер сағы аслыҡ, яланғаслыҡ йылдарына тура килә. «Өҫкә лә, аяҡҡа ла кейергә кейем булманы. Шуға күрә мин бөтөнләй уҡырға барманым. Бер класс та белем алманым. Аслыҡ хөкөм һөрҙө. Атай һуғышҡа киткәндә беҙгә ит булһын өсөн бер тананы һуйып киткәйне. Әммә уның итен төндә кемдәрҙер урлап китте. Әсәй мәрхүмә илай-илай беҙгә тиреһен ҡырҡып бешереп, аш итеп ашата ине. Шулай уҡ бер һыйырыбыҙ булды. Шуның һөтө лә беҙҙе астан үлтермәне.  Бала саҡтан ауыр эштәрҙә эшләнем: таш ҡутарып, келәт тә һалдыҡ, һарыҡ та көттөм. Беҙ күргән ауырлыҡты бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Белем ала алмаһам да, тормошта юғалып ҡалманым. Үҙемде эш менән күрһәттем», - тине ул үткән йылдарҙың хәтирәләр ебен һүтеп. Инәй тураһындағы мәҡәлә тулыраҡ сайтта:

Ошо көндәрҙә Аҡтау ауылында йәшәүсе Мәзүнә Йәндәүләтова 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Юбилярҙы тәбрикләргә ул йәшәгән йортҡа Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы  Рәмил Мәхмүтов һәм инәйҙең туғандары йыйылды. Рәмил Миңлебай улы юбилярҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовтың ҡотлау открыткаһын, район ветерандар советының бүләген тапшырҙы. Йөҙйәшәр инәй оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде.

Мәзүнә Лоҡман ҡыҙы 1936 йылда Аҫҡы Шырмай ауылында Өммөгөлсөм һәм Лоҡман Йәндәүләтовтар ғаиләһендә тыуа. Уның һәм ул осор балаларының бала һәм үҫмер саҡтары аслыҡ, яланғаслыҡ йылдарына тура килә. Ғаиләлә тыуған дүрт баланың икәүһе бала саҡтарында уҡ мәрхүм була. Кескәй Мәзүнәнең атаһы Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, яуға китә.

«Өҫкә лә, аяҡҡа ла кейергә кейем булманы. Шуға күрә мин бөтөнләй уҡырға барманым. Бер класс та белем алманым. Аслыҡ хөкөм һөрҙө. Атай һуғышҡа киткәндә беҙгә ит булһын өсөн бер тананы һуйып киткәйне. Әммә уның итен төндә кемдәрҙер урлап китте. Әсәй мәрхүмә илай-илай беҙгә тиреһен ҡырҡып бешереп, аш итеп ашата ине. Шулай уҡ бер һыйырыбыҙ булды. Шуның һөтө лә беҙҙе астан үлтермәне.  Бала саҡтан ауыр эштәрҙә эшләнем: таш ҡутарып, келәт тә һалдыҡ, һарыҡ та көттөм. Беҙ күргән ауырлыҡты бер кемгә лә күрергә яҙмаһын. Белем ала алмаһам да, тормошта юғалып ҡалманым. Үҙемде эш менән күрһәттем», - тине ул үткән йылдарҙың хәтирәләр ебен һүтеп.

Эйе, намыҫлы хеҙмәте менән дан ҡаҙана ул. Ҡаратал ауылына кейәүгә сығып, «Баймаҡ» совхозында һауынсы булып эшләй. Алһыҙ-ялһыҙ ауыл хужалығы өлкәһендә  44 йыл хеҙмәт итә.

«Совхозда иң беренсе һыйыр һауыу эшен башланым. Мал ҡараусы ла, һауынсы ла, уларҙы тәрбиәләүсе лә үҙем булдым. Йәш кенә таналарҙы өйрәтергә ҡуштылар. Иптәшкә ҡыҙҙарҙы эшкә саҡырһам, юҡ, беҙ һыйыр һауырға ҡурҡабыҙ, тип сыҡманылар. Етәкселәремдән уңдым. Һәр ваҡыт хәлемде һорашып, эшемде күреп, юғары баһалап торҙолар», - тип дауам итте һүҙен Мәзүнә Лоҡман ҡыҙы.

Эйе, Мәзүнә инәй ауыл хужалығы үҫеше өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Ярты быуатҡа яҡын хеҙмәте осоронда уны юллама менән Ленинград, Украина һәм башҡа  ҡалаларға, бик күп ял итеү йорттарына ебәрәләр. Шулай уҡ диван, сервант, балаҫ, һауыт-һаба, хатта мотоцикл һәм машина  кеүек бүләктәр менән дә баһалана уның тырыш хеҙмәте. Инәйҙең түшендәге бихисап миҙал-ордендар ҙа уның намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәтенең һөҙөмтәһе тураһында һөйләй.

Мәзүнә Лоҡман ҡыҙы әлеге ваҡытта Аҡтау ауылында матур ғүмер кисерә. Яңғыҙлыҡты тоймай ул. Ошо ауылда йәшәүсе ҡыҙы Мәрзиә, хужалыҡ эштәрендә һәр саҡ ярҙам итеүсе кейәүе Кинйәғәле, Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе һеңлеһе Миңзифа, кейәүе Билал, Сибайҙан ҡустыһы Шәфҡәт, килене Миңһылыуға, ейәндәренә, ейәнсәренә, ҡустыһы Йомағол мәрхүмдең балаларына һәм башҡа туғандарына рәхмәтле. «Һәр саҡ килеп хәлемде белеп, ярҙам итеп торалар. Бына бөгөн дә минең 90 йәшем  уңайынан килеп ҡотлап, матур итеп табын әҙерләнеләр. Рәхмәт барыһына ла, һау ғына булһындар», - тине инәй ҡыуанып.

«Мәзүнә апай ғаиләбеҙҙә баш бала. Эшһөйәр, тырыш, маҡсатлы булыуы менән беҙгә өлгө булды. Уның бер буш ултырғанын күргәнебеҙ булманы. Әле лә хәрәкәттә, өй-урам тирәһен йыйыштырып, уны бөхтә тоторға тырыша. Оло йәштә булһа ла, телефон ҡуллана, шуның аша көн һайын шылтыратышып, хәл белешеп торабыҙ», - тине Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе һеңлеһе Миңзифа Йәндәүләтова.

«Оҙон ғүмерле булыуҙың сере нимәлә?» - тип һораным йөҙйәшәр инәйҙән. «Хәрәкәттә, күп йөрөүҙә, күп эшләүҙә, һауынсы булып эшләгәндә 12 км саҡрым юлды көнөнә өс йөрөп һыйыр һауҙым, шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыуҙа, балам. Бала сағым ауыр йылдарға тура килде. Шуға күрә бөгөнгө тормошто күреүем менән бәхетлемен. Ашарға ла, кейергә лә бөтә нәмә бар, Аллаға шөкөр. Тик йорт-ил тыныс булһын, һәр кем бәхетле йәшәһен», - бер быуатҡа тиң ғүмерендә күпте күргән, күпте кисергән инәй.

Амин, шулай булһын. Мәзүнә Лоҡман ҡыҙын олпат юбилейы - 90-сы йәйе менән ҡотлайбыҙ. Уға бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һәр саҡ әлегеләй яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын тойоп, бәхетле йәшәргә яҙһын!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас