Ҡараталдың матур инәйҙәре

Һәр ауыл үҙенең оло йәштәге инәй-олатайҙары менән матур. Бала саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы ваҡытҡа тура килгән, әммә ошо осорҙо лайыҡлы үтеп, матур тормош юлы кисергән оло быуын вәкилдәре ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Ҡаратал ауылында йәшәгән Рәйсә Уразбаева һәм Камила Маликова ла тап шундайҙарҙан. Ошо көндәрҙә Камила Йомағужа ҡыҙы - 85 , Рәйсә Һатыбалды ҡыҙы 80 йәшлек олпат юбилейҙарын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан ауыл мәҙәниәт йортонда ике юбиляр ҡатнашлығында матур сара үтте. Уны ауыл китапханасыһы Гөлдәр Янбаева менән мәҙәни ойоштороусы Көнһылыу Шәрипова ойошторҙо. Тәбрикләү сараһында райондың ветерандар Советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Ҡаратал ауылының ветерандар советы рәйесе Иршат Аҡбулатов, мәктәп мөдире Рим Йәнбирҙин, юбилярҙарҙың балалары, ауылдаштары ҡатнашты. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә һылыулыҡтарын юғалтмаған һөймәлекле ике инәй сәхнә түренән урын алды.   Сара уларҙың тормош юлы менән таныштырыуҙан башланды.

Һәр ауыл үҙенең оло йәштәге инәй-олатайҙары менән матур. Бала саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы ваҡытҡа тура килгән, әммә ошо осорҙо лайыҡлы үтеп, матур тормош юлы кисергән оло быуын вәкилдәре ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Ҡаратал ауылында йәшәгән Рәйсә Уразбаева һәм Камила Маликова ла тап шундайҙарҙан. Ошо көндәрҙә Камила Йомағужа ҡыҙы - 85 , Рәйсә Һатыбалды ҡыҙы 80 йәшлек олпат юбилейҙарын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан ауыл мәҙәниәт йортонда ике юбиляр ҡатнашлығында матур сара үтте. Уны ауыл китапханасыһы Гөлдәр Янбаева менән мәҙәни ойоштороусы Көнһылыу Шәрипова ойошторҙо. Тәбрикләү сараһында райондың ветерандар Советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Ҡаратал ауылының ветерандар советы рәйесе Иршат Аҡбулатов, мәктәп мөдире Рим Йәнбирҙин, юбилярҙарҙың балалары, ауылдаштары ҡатнашты.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә һылыулыҡтарын юғалтмаған һөймәлекле ике инәй сәхнә түренән урын алды.   Сара уларҙың тормош юлы менән таныштырыуҙан башланды.

85 йәшен ҡаршылаған Камила Әлибаева 1941 йылдың 25 июнендә Ишбирҙе ауылында Шәрифә һәм Йомағужа Маликовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ҡыҙға бер ай тулғас, атаһын һуғышҡа алалар. Әсәләре ике бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Һәр ғаилә кеүек уларға ла һуғыш осоро ауырлыҡтарын күрергә тура килә. Бер аҙҙан  әсәһенең ағаһы уларҙы Ниязғол ауылына бәләкәй генә өйгә күсереп алып ҡайта. Ике балаһын ас-яланғас итмәҫ өсөн әсәй бар хәленсә тырыша, колхозға эшкә төшә, үгеҙ егеп, бесән, һалам ташый. Ағаһы менән еңгәһенең балалары булмағанлыҡтан, Камиланы әсәһенән үтенеп, үҙҙәренә яҙҙыртып, балалыҡҡа алалар.  Шулай итеп, Камила 1-се класҡа Ниязғол ауылына уҡырға бара. Әсәһе был ваҡытта Сыңғыҙ ауылындағы Искәндәр Әбдрәшитов исемле кешегә кейәүгә сыҡҡан була. Ниязғолға ҡыҙын күрергә тип килгәндә, кескәй Камила әсәһен ҡосаҡлап үҙе менән алып ҡайтыуын һорап илай. Үгәй атай ҙа уны үҙ ҡыҙылай яҡын күрә. Шулай итеп, Камила Сыңғыҙ ауылында йәшәй башлай, башланғыс белемде лә ошо ауылда ала. Артабан тиҫтерҙәре менән уҡыуын Беренсе Этҡол ауылында дауам итә.

Үҙе эшлекле, үҙе сибәр ҡыҙҙы 1957 йылда Ҡаратал ауылы егете Сәйәх Әлибаевҡа кәләшлеккә һоратып киләләр. Шул йылдың октябрь айында туй яһап, уны Ҡаратал ауылына оҙатып алалар. Йәштәр ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәй башлай. 1958 йылдың октябрендә Фатима исемле тәүге ҡыҙҙары тыуа, ә бер айҙан Сәйәх Нуретдин улын әрме сафына алалар. Өс йыл хеҙмәт итә ул. Ошо ваҡытта йәш килен Камила, ҡайны-ҡәйнә бер-береһенә терәк-таяныс булып, матур итеп ғүмер итә. Камила Йомағужа ҡыҙы бала ҡарап ҡына өйҙә ултырмай, ырҙын табағында сәсеүҙә, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу эштәрендә эшләй. Улар тормош иптәше менән өс ҡыҙ һәм өс улға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. «Шул тиклем матур ғаиләгә килен булып төштөм. Ҡайным мәрхүм менән ҡәйнәм һәйбәт кеше булдылар. Балаларын да матур итеп тәрбиәләнеләр. Бер туғандар үҙ-ара аралашып, ҡатышып, бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәйҙәр, Аллаға шөкөр», - тине килене Мәрзиә Шәрип ҡыҙы.

Камила Йомағужа ҡыҙы 1968 йылдан 1991 йылға тиклем почтальон була. «Ул ваҡытта гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра инеләр. Һәр өй 10-лап гәзиткә яҙыла ине», - тип иҫләй ул йылдарҙы хөрмәтле юбиляр.   Хатта шағир Буранбай Исҡужин уларға арнап «Үәт, ғаилә!» исемле шиғыр ҙа ижад иткән.  Уны Камила инәйҙең улы Сәғит Сәйәх улы уҡып ишеттерҙе:

Үрелеп-үрелеп ҡарап тора төҫлө

Ҡараталдың ҡара талдары.

Камиланың гәзит таратҡанын -

Иң яратҡан почтальондарын.

Бер тарафҡа сыға Фатима

Афзал сыға почта ҡосаҡлап.

Сәғит менән Мәрфүғәгә тағы

Ике урам ҡала дүрт яҡлап.

Зөлфиәгә Азат эйәрә

Бейек булмаһа ла эйәрҙән

Әсәһенең алып рәхмәтен

Алты бала шулай үҫкәндәр.

Сәйәх ағай кино күрһәтә

Ул да аң-белемде күтәрә.

Булһа була бит ул бер ғаилә -

Бар ауылды алға этәрә...

80 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылаған Рәйсә Уразбаева 1946 йылда Фәйзулла ауылында тыуа. «Бала сағыбыҙ һуғыштан һуңғы осорҙағы аслыҡ , яланғаслыҡ йылдарына тура килде. Әммә мин уларҙы иҫләп, һәйләгем килмәй. Тормоштоң тик матур яҡтарын ғына күреп, барыһына ла рәхмәтле булып йәшәйем», - тип башланы һүҙен юбиляр.

Рәйсә Һатыбалды ҡыҙы Сыңғыҙ ауылы егете Сәфәрғәле Уразбаев менән тормош ҡора. Мал табибы булған егетте күпмелер ваҡыттан Ҡаратал ауылына эшкә саҡыралар. Ғаилә шул ауылға күсә һәм  төпләнеп, матур ғүмер кисерә. Ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр. Тик ғаилә башлығы 50 генә йәшендә ҡаты ауырыуҙан мәрхүм була. «Иптәшем шул тиклем һәйбәт кеше булды. Яҡты донъянан иртә китеүе генә үкенесле. Аллаға шөкөр, матур балалар тәрбиәләп үҫтерҙек. Уларға  шул тиклем рәхмәтлемен, барыһы ла матур итеп йәшәй һәм эшләй. Мине ихтирам итеп, һәр ваҡыт килеп хәлемде белеп, ярҙам итеп торалар», - тине ул. Сарала инәйҙең ҡыҙы Айгөл Әхмәтова әсәһен ҡотлап, шиғри юлдар ҙа бүләк итте:

Ояһына ҡайтҡан ҡоштар кеүек

Ҡайттыҡ, әсәй, осоп-талпынып.

Атай-әсәй ҡорған ҡотло донъя

Тарта беҙҙе гел-гел саҡырып.

Йәмле йәй башында тыуғанһың һин, әсәй

Тәбиғәттең хозур мәлендә.

Һикһән йәш тип әйтерлек тә түгел,

Әсәй һаман һылыу, көләс әле лә.

Тормош арбаһының ауыр йөгөн

Тарттың, әсәй, төпкә егелеп.

Атайыбыҙ китте мәңгелеккә

Өс баланы һиңә ҡалдырып.

Һынауҙарға һынманың һин, әсәй,

Ҡайғыларға башың эймәнең

Батыр йөрәкле һин, сая ҡатын

Ысын герой һин, әсәй!

Һәм ул ҡәҙерле кешеһенә арнап, матур йыр йырланы һәм ҡурайҙа дәртле көйҙәр уйнаны.

Инәйҙәрҙең икеһе лә ауылда үткән һәр мәҙәни сарала әүҙем ҡатнаша. Рәйсә Һатыбалды ҡыҙы оҫта таҡмаҡсы булараҡ билдәле. Ул бөтәһе 170 тирәһе таҡмаҡ сығарған.  Район кимәлендәге ижади конкурстарҙа ҡатнашып яулаған еңеүҙәре бихисап. Камила Йомағужа ҡыҙы ла ауылдаштарын моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырған. Улар «Ағинәйҙәр» ойошмаһының әүҙем ағзалары ла була. Кисәлә инәйҙәр ҡунаҡтарға төрлө күңелле таҡмаҡтарын, моңло йырҙарын йырлап ишеттерҙе. Сарала шулай уҡ китапхана һәм мәҙәниәт йорто янында уңышлы эшләп килгән «Етегән» һәм «Йәйғор» ансамблдәре ағзалары ла ҡатнашты. Улар юбилярҙарҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, улар менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты, инәйҙәрҙе ауыл йәме, ауыл ҡото булараҡ билдәләп үтте һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Мәктәп мөдире, ауылдың әүҙем ир-уҙамандарының береһе Рим Йәнбирҙиндың,  Иҙел Вәлиевтың, китапханасы Гөлдәр Янбаева башҡарыуындағы йырҙар ҙа матур сараны тағы ла биҙәне.

Йылы мөхиттә, йыр-моң, йәнле аралашыу менән ойошҡанлы үткән тәбрикләү сараһы мул табынлы өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды.

Ҡаратал ауылы халҡының берҙәм, ихлас, ҡунаҡсыл, дәртле булыуына ҡыуанып, һоҡланып, йәшәһен ауылдар һәм уның ҡото булырҙай ихтирамлы, хөрмәтле инәй-олатайҙар, тигән теләктә матур кисәнән алған йылы тәьҫораттар менән ҡайтыу яғына ыңғайланым.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас