Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Быуындар бәйләнеше» проекты ғинуарҙа старт алып, июнгә тиклем дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә мәҙәниәт йортонда туғанлыҡ ептәрен нығытыуға ҡайтып ҡалған бик күп мәҙәни саралар үтте. Унда Таһирҙа тыуып, ошо уҡ ауылда төпләнеүселәр һәм ситтә йәшәүселәр ҡатнашты. Йәғни 14 нәҫел үҙенең сәнғәткә, ижадҡа, ҡул эшенә булған оҫталыҡтарын күрһәтеп, ауылдаштарына матур байрам сараһы бүләк итте.
«Был проект быйыл тәүге тапҡыр ойошторолһа ла матур үтте. Һүҙемде йыҡмай, әүҙем ҡатнашҡан һәр нәҫелгә ҙур рәхмәтлемен. Ярты йыл дауамында мәҙәниәт йортонда үткән концерттарҙы уңышлы тамамланыҡ. Артабан ошо проектты матур итеп йомғаҡлау маҡсатында ауылдаштар менән һөйләшеп, йыйын үткәрергә ҡарар иттек. Йыйылыш ойоштороп, уның планын, маҡсатын билдәләнек. Һәр өлөш өсөн яуаплыларҙы беркеттек. Ҡарарҙы ауыл халҡы хуплап алды. Сараны үткәреү өсөн һәр өйҙән 1 мең һум аҡса йыйҙыҡ. Уға уйындарға бүләктәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынды», - тине Таһир ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Айһылыу Әлибаева.
Йыйында Әлибаевтар (тартайҙар араһы), Әлибаевтар (ҡушыҡтар араһы), Байраҡаевтар, Биктимеровтар, Вәлиуллиндар, Ғәбитовтар, Ҡунаҡкилдиндар, Ҡотләхмәтовтар, Ҡунаҡбаевтар, Нурғәлиндар, Солтановтар, Сафиуллиндар, Хажиевтар (айыуҙар араһы), Хәбибуллиндар, Аблаевтар, Хәйбуллиндар, Хоҙайғоловтар (өкөләр араһы), Йосоповтар, Яҫыбаевтар, Яруллиндар, Рауиловтар араһы үҙ нәҫелен йыйҙы.
Бай программаны үҙ эсенә алған йыйындың иң төп өлөшө концерт программаһы булды. Тамашасы хөкөмөнә һәр аранан иң сағыу, иң дәртле сығыштар тәҡдим ителде. Дәртле бейеүҙәрҙе ҡарап, моңло йырҙарҙы, рухлы шиғырҙарҙы тыңлап, күпме талант йәшәй арабыҙҙа, тип һоҡланып, ғорурланды таһирҙар.
Йыйын спорт ярыштарын, күңелле уйындарҙы ла үҙ эсенә алды. Ҡунаҡтар ҡолғаға менеү, ауыш ағас буйлап барып һарыҡты алыу, тоҡ менән һуғышыу, арҡан тартыу һәм башҡа уйындарҙа уйындарҙа, самбо, көрәш ярыштарында теләп ҡатнашты һәм бағыусылар әҙерләгән иҫтәлекле, матур бүләктәрҙе алып һөйөндө.
«Бындай ҙур сараны яңғыҙ ғына үткәреү мөмкин түгел. Беҙгә йыйынды ойоштороуға ярҙам иткән Темәс ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғоловаға, Таһир ауылының ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Рамаҙан Әлибаевҡа, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе Айһылыу Хәбибуллинаға, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәмилә Әлибаеваға, ауыл старостаһы Ильяс Ҡунаҡбаевҡа, ауылдың әүҙем ир уҙаманы Шамил Йосоповҡа һәм йыйын ойошҡанлы үтһен өсөн үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәтлемен. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, татыулыҡ, муллыҡ теләйем» - тине «Быуындар бәйләнеше» проектына нигеҙ һалыусы Айһылыу Әлибаева. Бына шулай туған йәнле, берҙәм халыҡ йәшәй Таһир ауылында. Күптән күрмәгән туғандарын, ауылдаштарын күреп, рәхәтләнеп аралашып, хәтирәләргә бирелде йыйын ҡунаҡтары.
«Тәьҫораттар бик яҡшы. Сара юғары кимәлдә үтте. Проектты тормошҡа ашырыусы Айһылыу Насип ҡыҙына «афарин»дан башҡа һүҙ юҡ. Ул мәҙәни ойоштороусы булып эш башлағандан алып, ауылда гөрләп төрлө мәҙәни саралар үтә. Ырыуҙар концертында беҙ, Әлибаевтар, иң тәүгеләрҙән булып концерт ҡуйҙыҡ. Эстафета аҙна һайын һәр араға тапшырыла барҙы. Концерттар шул тиклем сәмле булды, һәр ырыуҙың береһенән-береһе нығыраҡ, дәртлерәк әҙерләнеүе ҡыуандырҙы. Хатта Өфө, Магниторгорск, ҡырҙа йәшәүсе туғандар ҡушылып, концерттар бик шәп үтте. Кисәне ҡарарға күрше ауылдарҙан да килеп, тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булмай ине. Ошо кисәләр менән ауылыбыҙ тағы ла йәнләнеп, йәмләнеп халыҡ рәхәтләнеп уйнап-йырлап, ял итеп ҡалды. Ошондай матур осрашыу, аралашыуҙар артабан да дауам итһен», - тине ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәмилә Әлибаева.
Әйткәндәй, тырыш, дәртле таһирҙар йыйын булырҙан бер көн алда ауылдарына «Мин яратам Таһирҙы» исемле арт-объект та урынлаштырҙы. Был яҙыу ҙа уларҙың ауылдарын яратыуын, берҙәмлеген дәлилләй.
Иртәнсәк старт алған йыйын асыҡ һауала күңелле дискотека менән тамамланды. Сарала ҡатнашыусылар Темәс ауылынан килгән ди-джей Айрат Шәриповҡа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бына шулай берҙәмлек менән үтте был ҙур сара.
Эйе, тыуып үҫкән ерҙән, тәпәй баҫҡан атай йортонан, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтарҙан, бер ҡанлы, бер йәнле туғандарҙан дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡтыр донъяла. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, тыуған ер, тыуған ауыл үҙенә тарта. «Быуындар бәйләнеше» проекты ошоларҙы тормошҡа ашырып, үҙ маҡсатына иреште.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.