Һаҡмар
+3 °С
Облачно
Антитеррор

Иң ҙур баһа - халыҡ рәхмәте

Ошо көндәрҙә Аҡморон ауылында йәшәүсе БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, ауылдың ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Зәйтүнә Ирмәкова ғүмер байрамын - 70 йәшен билдәләне. Ул 1956 йылда Аксинья Федоровна һәм Ғәлимйән Ғәйнетдин улы Байшөғөровтарҙың татыу, ҙур ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Тулыраҡ, сайтта:  

Ошо көндәрҙә Аҡморон ауылында йәшәүсе БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, ауылдың ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Зәйтүнә Ирмәкова ғүмер байрамын - 70 йәшен билдәләне.

Ул 1956 йылда Аксинья Федоровна һәм Ғәлимйән Ғәйнетдин улы Байшөғөровтарҙың татыу, ҙур ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә.

«Әсәйем өй усағын, уның ҡотон һаҡлаусы булды. Бик оҫта итеп бешеренә ине. Тәмле икмәктәре, төрлө бәлештәре һәр саҡ уңып беште, ул шулай уҡ кәбеҫтә тоҙлау, салаттар эшләү оҫтаһы булды. Ауыл халҡы әсәйебеҙ әҙерләгән тәмле аш-һыуға һәр ваҡыт һоҡлана ине. Ә атайымды тирә-яҡтағылар балта оҫтаһы һәм тимерсе булараҡ хөрмәт итте. Тәҙрә ҡапҡастары булһынмы, семәрләп әйберҙәр эшләүме - уның алтын ҡулдары барыһын да булдырҙы», - тине ул ҡәҙерле кешеләрен йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып.

Эйе, эшһөйәр, тырыш атай-әсәй балаларында ла ошондай сифаттар тәрбиәләй.

Бала саҡтан һатыусы булып уйнарға яратҡан Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы, үҫә төшкәс, үҙенең киләсәген дә ошо һөнәр менән бәйләргә теләй. Бала саҡ хыялы тормошҡа аша -  ул утыҙ йылдан ашыу Аҡморон сельпоһы менән уңышлы етәкселек итә. 1990  йылдарҙағы үҙгәрештәр, үҙгәртеп ҡороуҙар мәле тап уның эшләү дәүеренә тура килә. Еңел булмаған осорҙа ул юғалып ҡалмай, үҙен уңған етәксе, оҫта ойоштороусы булараҡ таныта. Ойошма 20 ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, мөһим һаналған көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итә. Еңел булмаған хеҙмәте менән халыҡтың тауарҙар һәм хеҙмәттәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Ул йылдарҙа эшселәр һаны ла 100-гә тиклем барып етә. Аҡморон сельпоһының шул уҡ ваҡытта үҙенең икмәк бешереү производствоһы була. Унда бешерелгән икмәк-бәлештәрҙе, пряник һәм башҡа тәмлекәстәрҙе ауыл халҡы ла, ҡырҙан килгән ҡунаҡтар ҙа ҙур кинәнес менән яратып һатып ала.

Утыҙ йылдан ашыу сауҙа өлкәһендә үҙ эшен намыҫ менән башҡарған Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙының тырыш хеҙмәте һәр саҡ юғары баһалана. Ул БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, РФ ҡулланыусылар кооперацияһының почетлы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Уның  Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары ла бихисап. Ә шулай ҙа, ауылдаштарым, яҡташтарымдың рәхмәт һүҙҙәре - эшемә иң юғары баһа, ти мәҡәлә геройы. Эйе, кеше хеҙмәте менән маҡтаулы. Эшеңдә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә тормош иптәшең һәм балаларыңдың һәр яҡлап терәк-таяныс булыуы ла ыңғай һөҙөмтә бирә. Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы ла уның һәр башланғысын ҡеүәтләп, уға көс, дәрт биреп торған тормош иптәше Зөбәйер Батырғәле улына рәхмәтле. Улар иңгә-иң терәп, 48 йыл бәхетле, мөхәббәтле ғүмер кисерәләр. Өс балаға ғүмер бүләк итәләр, уларҙы хеҙмәт яратыусы, тырыш итеп тәрбиәләйҙәр. Ләкин, үкенескә ҡаршы, ғаилә башлығы былтыр мәрхүм булып ҡала.  

Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы балалары өсөн атай нигеҙен һыуытмай, уның ҡотон, йылыһын һаҡлай. Уларҙың килеүен тәмле аштар бешереп, ҡыуанып көтөп ала, матур итеп оҙатып ҡала.  Ирмәковтарҙың өлкән улдары Азамат - вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Ҡыҙҙары Жанна - филология фәндәре кандидаты, психолог, юрист һөнәрҙәренә эйә. Ул Темәс психоневрология интернатында директор булып эшләй. Юрист, инженер һөнәрҙәренә эйә булған кесе улдары Ринат Иркутскийҙа нефть компанияһында уңышлы эшләп йөрөй.   «Өс балам, алты ейән-ейәнсәрем - иң ҙур байлығым», - ти юбиляр. Лайыҡлы тормош юлы үткән, матур балалар тәрбиәләгән Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙы уҙған йылдарға байҡау яһап, барыһы өсөн дә рәхмәтле булып йәшәй.

70 йәшен ҡаршылаған З.Г. Ирмәкованы матур, күркәм юбилейы уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр миҙгелгә ҡыуанып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән имен-һау, бәхетле йәшәргә яҙһын. 70 йәшегеҙ мөбәрәк булһын!

Альбина БАЙЕГЕТОВА.  

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас