Уҡытыусы - абруйлы, тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләүсе изге һөнәр эйәһе. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған педагогтар һоҡланыу уята. Шундай уҡытыусыларҙың береһе - Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Рәйсә Ибраһимова. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рәйсә Хәйрулла ҡыҙының дөйөм педагогик стажы - 34 йыл. Хаҡлы ялдағы педагог ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы. Әле лә дәртле, әүҙем, энергияһы ташып торған ханым ул беҙҙең яратҡан, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ.
Р.Х. Ибраһимова 1951 йылда Таулыҡай ауылында билдәле табип Ҡәнзәфәр тоҡомонан булған Хәйрулла Хәмзә улы менән данлыҡлы Туйсиндар тоҡомонан сыҡҡан Мәрфуға Хәлфетдин ҡыҙы Ғәлиндар ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан тырыш, талапсан, маҡсатлы була. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бигерәк тә математика фәнен үҙ итә.
«Иҫәп-хисапты яратыуҙа атайымдың роле ҙур булды. Ул уҡырға бармаҫ борон уҡ беҙҙе һанарға, иҫәпләргә өйрәтте. Ҡыҙым, кил әле, урам тышында нисә ҡаҙ йөрөй, - тип һорар ине. Дөрөҫ яуапты ишеткәс, эйе, ә хәҙер шуларҙың дүртәүһе айырылды, ти, нисәүһе ҡалды?... Шуға ла мәктәпте тамамлағас, үҙемде тап ошо фән уҡытыусыһы итеп күҙалланым һәм был юлды һайлағанға үкенмәйем», - тине тәжрибәле, белемле педагог Рәйсә Хәйрулла ҡыҙы үткәндәргә байҡау яһап.
34 йыл эшләү дәүерендә ул 4-сенән 11-се класҡа тиклем 6 класс сығара. Уҡыусылары уны әле лә оло хөрмәт һәм ихтирам менән иҫкә ала.
«Рәйсә Хәйрулла ҡыҙы Таулыҡай мәктәбендә уҡытҡанда беҙҙе математика, алгебра һәм геометрия фәненән белем бирҙе. Шулай уҡ класс етәксеһе булды. Үҙ фәнен төплө белгән, ныҡышмал, башлаған эшен аҙағына еткергән көслө уҡытыусы ине. Шул уҡ ваҡытта уҫал да булды. Иң иҫтә ҡалғаны 7-се класта беҙҙе «провофланговый отряд» тип районға конкурсҡа ебәрҙеләр. Шунда беренсе урын алып ҡыуаныбыҙ әле лә хәтеремдә. Ул һәр беребеҙҙе марш менән атларға өйрәтте. Тағы ла 7 ноябрҙә район кимәлендә йыр конкурсында беҙҙең класс еңеүсе булды. Был еңеүҙәр уның тырыш эш һөҙөмтәһе ине. Беҙҙең үҫмерлек осоронда класс сәғәттәрен ҡыҙҙар менән егеттәргә айырым үткәрә ине», - тине 1989 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Фәниә Сәйетова-Ғәлина.
«Рәйсә Хәйрулла ҡыҙы 9-11-се кластарҙа беҙҙең класс етәксебеҙ булды. Шул тиклем талапсан ине. Беҙгә үҙе уҡытҡан фәндән төплө белем биреү өсөн бар тырышлығын һалды. 9-сы класты тамамлағас, 25 майҙа класташтар менән йыйылышырға булдыҡ. Егеттәр, барып усаҡ яғабыҙ ҙа, һеҙҙе килеп алырбыҙ, тип алданыраҡ киттеләр. Уларҙы көтөп торһаҡ, класс етәксебеҙ ҡыҙы Әлиә менән килә ята. Таяҡ тотҡан. Беҙҙе күрҙе лә баҫтыра башланы. Ҡайтығыҙ, хәҙер өйөгөҙгә барып тикшерәм, тип ҡайтарып ебәрҙе. Ысынлап та, килде, йыбанманы. Килгәнендә кемебеҙҙер китап уҡып ултырған, кемебеҙҙер йоҡлап ятҡан кеше булдыҡ. Шул ваҡиғаға 30 йыллап ваҡыт үтте, йыйылышҡан һайын иҫләп көлөп алабыҙ, - тине уҡыусыһы Гүзәл Әминева. - Шулай итеп, белем генә түгел, тәрбиә лә бирергә тырышты ул уҡыусыларына. Шул тиклем ихтирам иттек. Уҡытыусыбыҙға рәхмәтлебеҙ», - тине Гүзәл Азамат ҡыҙы һүҙен йомғаҡлап.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусыбыҙ баҡса үҫтерергә, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Йәйен ихата алдын аллы-гөллө матур сәскәләр биҙәй. Ә ҡул эштәрен, тегеү, бәйләүҙе ул айырыуса ҙур кинәнес менән башҡара. Хатта хәл белергә барған уҡыусыларына күңел йылыһы һалып, күҙ нурҙары түгеп теккән ҡул эштәрен бүләк итә.
Р.Х. Ибраһимоваға Сыңғыҙ ауылының мәғариф ветерандары рәйесе эше ышанып тапшырылған.
«Мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан бер хеҙмәткәр ҙә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Тыуған көн байрамдары, Уҡытыусы йә Ололар көнө булһынмы һәр береһен ҡотлап, барып хәлдәрен белә. Уларҙы борсоған һорауҙар булһа, беҙгә мөрәжәғәт итеп, ярҙам итеүебеҙҙе һорай. Әле бына үҙе лә олпат юбилейын ҡаршылаған Рәйсә Хәйрулла ҡыҙына тик изге теләктәремде һәм ауыл тормошондағы әүҙемлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», - тине Таулыҡай ауылы хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаев.
Рәйсә Хәйрулла ҡыҙы тормош иптәше Рамаҙан Исмәғил улы менән 50 йыл бергә йәшәп, биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Үкенескә ҡаршы, ғаилә башлығы бер нисә йыл элек мәрхүм булып ҡала.
Улдарына һәм ҡыҙҙарына төплө белем һәм тәрбиә бирер өсөн бар тырышлығын һала улар. Балаларының һәр ҡайһыныһы юғары белем алып, тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Өлкән улдары Рәмил белеме буйынса фельдшер. Бер нисә йыл үҙе һайлаған һөнәре буйынса эшләй, аҙаҡ 2000 йылдан 2022 йылға тиклем хеҙмәт юлын эске эштәр бүлегенең эксперт-криминалистика бүлексәһендә дауам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, махсус хәрби опреацияға барырға ҡарар итә һәм контракт төҙөй. Ике йылдан контракт тамамланып, тыуған яҡтарға ҡайта. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены миҙалы менән бүләкләнә. Әле ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Әлфиә менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе улдары Рәил Өфө ҡалаһында төҙөлөштә эшләй. Ул 2023 йылда контракт нигеҙендә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бына шулай ике яугир әсәһе лә ул мәҡәләм геройы.
Ибраһимовтарҙың өсөнсө улдары Рәсүл «Башкирэнерго» ойошмаһының Баймаҡ филиалында инженер булып эшләй. Тормош иптәше Лена менән ике ул үҫтерәләр.
Ҡыҙҙары Лилиә баш ҡалала «Имуннопрепарат» предприятиеһында эшләй. Ике ҡыҙы өсөн һөйкөмлө әсәй ул.
Кесе ҡыҙҙары Әлиә Баймаҡта «Башэнергосбыт» ойошмаһы хеҙмәткәре. Тормош иптәше Ришат менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Балаларының уңыштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бәхетле ғүмер кисерә юбиляр.
«Беҙ әсәйебеҙҙе яратабыҙ һәм уның менән ғорурланабыҙ. Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, һәр ваҡыт яҡшы кәңәштәре менән ярҙам итә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да һайлаған һөнәренә тоғро: математика фәне буйынса ярҙам итеүҙе һорап килеүсе таныштарының балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең үтенестәрен кире ҡаҡмай, аңламаған темаларын өйрәтә», - тине ҡыҙы Әлиә Сыртланова.
Төплө белемле, намыҫлы хеҙмәт юлы үткән Рәйсә Хәйрулла ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул БАССР-ҙың Маҡтау грамотаһы, «Хеҙмәт ветераны» исеме һәм башҡа бик күп юғары наградалар, Почет грамоталары менән билдәләнә.
Хөрмәтле ҡытыусыбыҙ Рәйсә Хәйрулла ҡыҙын матур юбилейы уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Иң мөһиме, сәләмәтлек, күңел тыныслығы, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.