Таулыҡай ауылында йәшәүсе Фәйрүзә һәм Морат Бүкәнбаевтар - ауылда ихтирамлы, хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Улар ике йыл элек бергә йәшәүҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләп, 62 йыл ҡулға-ҡул тотоноп тормош һуҡмағынан бергә атлай.
Күркәм ғаилә менән яҡындан танышыу маҡсаты менән уларҙың зауыҡлы, ҡот уйнап торған йортона барғанда инәй менән олатай мул табынлы өҫтәл артында сөкөрҙәшеп сәй эсә ине. Был матур күренеште күреү менән ололарҙың балалар үҙ тормоштарын ҡорғас, өлкәнәйгән мәлдә бергәләп сәй эсерлек парың булыу - ҙур бәхет, тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Ысынлап та, бына ул бәхет, тинем эстән генә, сәстәренә сал төшһә лә йәшлек һылыулыҡтарын юғалтмаған инәй менән олатайға һоҡланып.
Сығышы менән Буранбай ауылы ҡыҙы, 17 йәшлек кенә Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙын Таулыҡай ауылы егете Морат Ильяс улына димләп бирәләр.
«Бер-беребеҙҙе алдан белмәнек, осрашып-күрешеп тә йөрөмәнек. Ул ваҡытта миңә 25 йәш ине, йәш үтеп бара, өйләнер кәрәк, тип уйланым. Шул ваҡыт Рамаҙан ағай, Буранбай ауылында һәйбәт кенә ҡыҙ бар, әйҙә барып һөйләшәйек», - тине. Барып, ата-әсәһе менән һөйләшеп, уларҙың ризалығын алып, күп тә үтмәй никах уҡыттыҡ, аҙаҡ туй үткәрҙек, - тине Морат Ильяс улы матур йәшлек хәтирәләрен иҫкә алып.
- Яҙмыш шулай ҡушҡандыр. Аллаға шөкөр, матур ғаиләгә килен булып төштөм. Үҙем ун бала тәрбиәләнгән ҙур ғаиләлә иң ҙуры булһам, Морат дүрт балалы ғаиләлә иң кесеһе ине. Ҡәйнәм менән 24 йыл татыу-матур йәшәнек. Бер ваҡытта ла нимәлер өсөндөр үпкәләшеп ултырманыҡ. Шулай уҡ тормош иптәшемдең бер туған апаһы Алмабикә ҡайынбикәм менән 43 йыл йәшәнек», - тине оло йөрәкле, изге күңелле Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙы.
60 йыл бергә бәхетле ғүмер кисереүҙең сере нимәлә?- тип һорайым мәҡәләм геройҙарынан.
- Бер-береңде хөрмәт итеп, ҡәҙер итеүҙә. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәнек, - тине улар.
Морат Ильяс улы ғүмер буйы урындағы Ленин исемендәге колхозда механизатор булып эшләй, алдынғы тракторсы, комбайнсы була. Уның намыҫлы хеҙмәте юғары награда – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән билдәләнгән. Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙы ла колхозда, аҙаҡҡы йылдарҙа мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Бүкәнбаевтар биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы үҙҙәренең өлгөһөндә эшһөйәр, туған йәнле, ярҙамсыл итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән. Өлкән улдары Мирза, ҡыҙҙары Алһыу һәм Гөлсәсәк – Таулыҡайҙа, Әнисә – Баймаҡ ҡалаһында, Гөлсинә Төмәндә йәшәй. Бөгөн улар – ике тиҫтә ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә һөйөклө өләсәй һәм ҡартатай.
78 йәшлек Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙы менән туғыҙынсы тиҫтәгә яҡынлаған Морат Ильяс улы оло йәштәбеҙ, тип ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмай, гөрләтеп донъя көтә. Йыл һайын йөҙгә яҡын ҡош-ҡорт аҫрай улар. Бынан тыш, баҡса үҫтерергә лә ярата мәҡәләм геройҙары. Картуф, кишер, сөгөлдөр, һуған һәм башҡа йәшелсә емештәр һәр саҡ ишелеп уңа. Донъя йөгөн бергә тартҡанда ғына ул алға бара. Бүкәнбаевтар ҙа шәхси хужалыҡтағы бар эштәрҙе лә бергәләп башҡара. «Морат түтәл ҡаҙа, мин ултыртам, икәүләп ҡыйын утайбыҙ, һыу ҡоябыҙ», - тип йылмая Фәйрүзә Ғилметдин ҡыҙы. Ғаилә башлығы картуф уңышын алғандан һуң, ерен таҙалап, баҫып, икенсе йылға әҙерләп ҡуйған хатта. Көҙ миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, һаман да күҙ яуын алып ултырған сәскәләргә ҡарап, хужабикәнән сәскәләр ҙә үҫтерергә ярата икәнһегеҙ? - тип һораным. «Эйе, Төмәндә йәшәгән ҡыҙыбыҙ күп итеп төрлө сәскә орлоҡтары алып килеп бирә, шуларҙы үҫтерәбеҙ», - тип яуапланы ул.
Бәхетле пар 62 тапҡыр бергә йәмле йәйҙе, һалҡын ҡышты ҡаршы алып, 62 тапҡыр яҙ йылыһын тойоп, йәнә емеш биргән алтын көҙгә бергәләп һоҡлана. Әле лә бер-береһе өсөн өҙөлөп торған Фәйрүзә һәм Морат Бүкәнбаевтарға артабан да ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.