Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Сентябрь 2025, 10:30

Ете улы - ете терәге

Сыңғыҙ ауылынан Зөләйхә Уразбаеваны ауылдаштары оло йөрәкле, изге күңелле, аҡыллы, сабыр булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Эйе, тормош иптәшенән 33 йәштә генә яңғыҙ ҡалып, береһенән-береһе бәләкәй ете улын аяҡҡа баҫтырған көслө рухлы инәйгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә аҡ күңелле ағинәй үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы. Дауамы сайтт26

Сыңғыҙ ауылынан Зөләйхә Уразбаеваны ауылдаштары оло йөрәкле, изге күңелле, аҡыллы, сабыр булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Эйе, тормош иптәшенән 33 йәштә генә яңғыҙ ҡалып, береһенән-береһе бәләкәй ете улын аяҡҡа баҫтырған көслө рухлы инәйгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә аҡ күңелле ағинәй үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын ҡаршыланы.

Зөләйхә Дүсмөхәмәт ҡыҙы 1945 йылда Баймаҡ районы Байҡара ауылында һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Күп тә үтмәй, улар Аҡтау ауылына күсә. Зөләйхә инәйҙең бала сағы шул осорҙағы аслыҡ-яланғаслыҡ мәленә тура килә. «Атайым һуғышта ҡатнашты, әсәйем йәйен урмандан ашарға яраҡлы үләндәр йыйып, беҙҙе астан үлтермәҫ өсөн бар хәленсә тырышты. Атайым һуғыш тамамланғас, яралы ҡайтты. Үҫә төшкәс, ике ағайым йылҡы көтөүсеһе, береһе магазинға һатыусы булып эшкә төшкәс, тормош шарттары бер аҙ еңеләйгәндәй булды», - тип бала саҡтарын хәтерләне ул.

Зөләйхә Дүсмөхәмәт ҡыҙы буласаҡ тормош иптәше Рәжәп Хәйрулла улы менән бер туған Хәтифә апаһы менән Дамир еҙнәһенең туйында таныша. Кейәүүңгәре булып барған баһадир кәүҙәле Сыңғыҙ ауылы егете аҡ йөҙлө, һары сәсле, күк күҙле Аҡтау ҡыҙы Зөләйхәгә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Ул ваҡытта ҡыҙға 16 йәш була. Ике йәш йөрәк бер йылдан - 1961 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй. Улар Сыңғыҙ ауылында төпләнеп, хеҙмәт юлдарын Ленин исемендәге колхозда дауам итә.

Мөхәббәт хистәренә ҡоролған матур ғаиләлә 1962 йылдары тәүге мөхәббәт емештәре Риф тыуа. Артабан Рәфҡәт, Рәғип, Рәфис, Рамаҙан, Ҡәйүм донъяға ауаз һала. Ҡотло, нурлы йорт балаларҙың шат тауышына күмелә. Үкенескә ҡаршы,  парлы тормош оҙаҡҡа бармай. Етенсе сабыйҙары донъяға тыуырға ике ай ҡалғанда ғаилә башлығы 39 йәшендә генә ваҡытһыҙ вафат була.

«Бер көн эштән төшкө ашҡа ҡайтты ла ҡапыл ғына йөрәк өйәнәге тотто. Шулайтып, күҙ асып йомған арала баҡыйлыҡҡа күсте.  Ике айҙан Нияз улыбыҙ тыуҙы. Атаһы улын ҡоса алмаһа, бала - «атай» һүҙен әйтә алманы», - тип хәтер ептәрен һүтте Зөләйхә инәй.

33 йәштә генә яңғыҙ ҡалған Зөләйхә Дүсмөхәмәт ҡыҙын һоратыусылар, димләүселәр күп була. Әммә Зөләйхә инәй был турала ишетергә лә теләмәй.

Яңы йортто төҙөп бөтөп инеү, ете малайҙы уҡытып, тәрбиәләү өсөн әсә бар көсөн һала. Көндөҙ мәктәптә йыйыштырыусы булһа, кистәрен, төндәрен ғаилә бюджетына ҡушымта булһын өсөн, һатыуға шәлдәр бәйләй. Балалары ла ғәзиз кешеһен ҡыуандырып, аҡыллы, эшсән, тырыш булып буй еткерә. Һәр береһе ғүмерлек тормош юлдашын осратып, ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәй. Ете киленен дә үҙ балаларылай яҡын күрә инәй. «Улдарымдың «алам» тигәндәрен алып бирҙем, ҡаршы төшөп ултырманым. Килендәрем һәйбәт, бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәнек, Аллаға шөкөр», - тип уларҙы яратып телгә алды ул. Улдары Рамаҙан менән Рәфис Сибай ҡалаһында, Риф, Рәфҡәт, Рәғип, Ҡәйүм, Нияз ғаиләләре менән Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Барлыҡ өмәләрҙе лә бергә башҡара улар. Үҙ-ара ҡатышып, бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Әлеге ваҡытта Зөләйхә инәй кесе улы Нияз, килене Зәлиә менән бар уңайлыҡтары булған, ҡот уйнап торған ике ҡатлы йортта йәшәй. «Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем - иң ҙур байлығым. Уларға бәхетле, тыныс тормош теләйем»,- тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем.  Әлеге ваҡытта Зөләйхә инәй 19 ейән-ейәнсәргә, 14 бүлә-бүләсәргә яратҡан ҡартәсәй.

«Атайыбыҙ мәрхүм булғанда миңә 4 йәш ине. Урындыҡта илашып ултырғаныбыҙ хәтерҙә ҡалған. Әсәй ул ваҡытта колхозда эшләй ине. Колхоз, ауылдаштар ярҙамы менән төҙөлөп бөтөп барған йортобоҙҙо һалып индек. Әсәйебеҙ эшкә әрһеҙ булды. Тормош һынауҙарына, ҡаршылыҡтарға бирешмәй матур итеп донъя көттө, беҙҙе ел-ямғыр тейҙермәй матур итеп үҫтерҙе. Уға ҙур рәхмәтлебеҙ. Әсәйебеҙгә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем», - тине ҡәҙерле кешеһе тураһында улы  Ҡәйүм Рәжәп улы.

Зөләйхә Дүсмөхәмәт ҡыҙы 80 йәшлек олпат юбилейын ҡаршылаған көндө уны ҡотларға райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Сыңғыҙ ауылының мәғариф ветерандары ойошмаһы рәйесе Рәйсә Ибраһимова, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев барҙы.

«Һеҙҙең тормош юлығыҙ күптәргә үрнәк, - тип башланы һүҙен Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы. - Иртә тол ҡалып, бер үҙегеҙ баһадирҙай ете улды аҡыллы, эшһөйәр, тырыш итеп үҫтергәнһегеҙ, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғанһығыҙ. Ә бының өсөн күпме көс кәрәк. Беҙ һеҙгә һоҡланабыҙ. Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һәр саҡ әлегеләй балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!», - тине ул ҡотлау телмәрендә. Рәйсә Хәйрулла ҡыҙы ла Зөләйхә инәйгә булған һоҡланыуын йәшерә алманы.

«Уның менән мәктәптә бер коллективта эшләнек. Ул йыйыштырыусы  булды. Зөләйхә апайҙың бер ваҡытта ла асыуланып, балаларҙы әрләп йөрөгәнен ишетмәнем. Таҙалыҡ, бөхтәлекте яратты. Изге күңелле, кешелекле. Һәм тағы ла бер сифатына һоҡланам: ул һәр ваҡыт килендәрен маҡтап, яратып ҡына телгә ала», - тине ул.

Зөләйхә Дүсмөхәмәт ҡыҙы йәштәрҙәй етеҙ, эшһөйәр, ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмай. Балаларына һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша, уларҙың терәк-таянысы. Шулай уҡ аш-һыу оҫтаһы ла ул, һыйыр ағынан тел йоторлоҡ төрлө ризыҡтар әҙерләй. Инәйҙең ҡомалаҡ әсеткеһенән күпереп бешкән тәмле икмәген һәр кем ярата. Ауыл ерендә мал, ҡош-ҡорт көтөп, гөрләтеп йәшәй улар. «Элек-электән ҡош-ҡортто күп итеп аҫрайбыҙ. Көҙ балаларым менән өмәләп уларҙы эш итеп алам. Ҡыш сығып, көндәр йылынһа, итте һыуытҡыс, туңдырғыстарға һалырға тырышмайым, банкаларға тоҙлайым, бик тәмле була», - тине ул.

Ипле, йөҙөнән нур бөркөлөп торған, мөләйем, дәртле, тыйнаҡ инәй менән аралашыу миндә мәҡәләм геройына ҡарата тағы ла ихтирам һәм хөрмәт уятты. Уның оло йөрәкле әсә булыуына ысын күңелдән һоҡландым, бар күңелемдән тик изге теләктәремде теләнем. Сөнки ул быға һис шикһеҙ лайыҡ!

 

Альбина Байегетова.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас