Уҡытыусы - уның булмышы, тиер инем яҙасаҡ мәҡәлә геройы, бөтә ғүмерен Беренсе Этҡол мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, уҡыусыларҙың һәләттәрен күреп, уны артабан үҫтереүгә көс һалған, мәктәп эшенән тыш, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән, хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Зөбәйҙә Ҡолмурзина тураһында.
Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы 1940 йылдың 17 авгусында Баймаҡ районы Ямаш утарында Зәйнулла һәм Тайфа Ҡолмурзиндар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы менән әсәһе көнө-төнө «Коммунар» колхозында эштә булғанлыҡтан, бәләкәй Зөбәйҙәгә һуғыш йылы балаларының өлөшөнә төшкән бөтә ауырлыҡты үҙ иңендә татырға тура килә. Ул 7 йәшендә Шүлкә башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Белемгә ынтылышы булған көслө ҡыҙ үҙенең мәктәп йылдары, тәүге уҡытыусылары тураһында әле лә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. «Тәүге уҡытыусым Нәфизә Мәүлетҡолова ине. Ә 2-4-се кластарҙа Кәбирә Ноғоманова исемле апай уҡытты. Белемгә ынтылышты, китапҡа һөйөүҙе, уҡыу - энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу, тигән халыҡ аҡылын мейегә һеңдереүсе ул булды. Уны һәр саҡ оло ихтирам менән иҫкә алам», - тине ул мәктәп йылдарын хәтерләп.
1951 йылда Зөбәйҙә һәм уның класташтары 4-се класс имтихандарын уңышлы тапшырып, артабан уҡыуҙарын Беренсе Этҡол 7 йыллыҡ мәктәбендә дауам итә.
«Сит мәктәптә уҡыу еңел бирелмәне. Аяҙҙа ла, ямғырҙа ла, буранда ла 25 саҡырым араны йәйәүләп, аҙналыҡ аҙыҡты йөкмәп йөрөп уҡыныҡ. Йылдар үтеү менән күмәгәйҙек. Артелдең бер үгеҙен егеп, шуға аҙыҡтарыбыҙҙы һалып, үҙебеҙ йәйәү эйәреп килә торғайныҡ. Яҙ көндәре йылғаларҙы кисеп сыға инек. Ауырлыҡтарға түҙемле, уҡыуға тырыш булдыҡ. Шуға ла класыбыҙҙағы алты бала ла юғалып ҡалманы: биш ҡыҙҙың өсәүһе юғары белем алып, уҡытыусы һөнәренә эйә булды. Беребеҙ - медицина, икенсебеҙ тәрбиәсе һөнәрен һайланы. Ә Юламан Раев оҙаҡ йылдар Баймаҡ урман хужалығының Коммунар участкаһын етәкләне», - тип әле лә класташтарын йылы хәтирәләр менән иҫкә алды мәғариф ветераны.
Зөбәйҙә Ҡолмурзина, 1957 йылда урта мәктәпте уңышлы тамамлап, БДУ-ның филология факультетының рус-башҡорт бүлегенә уҡырға инә. Ул уҡыған төркөм белемле, көслө рухлы, илһөйәр йәштәрҙән тора.
Беҙ әлегә бары студенттар
Түгел шағир, түгел журналист.
Үтер айҙар, үтер йылдар, дуҫтар.
Тик юлыңдан, иптәш, тайпылма һис!
Был шиғыр үткән быуаттың 60-сы йылдарында башҡорт филологияһы студенттарының рәсми булмаған гимны һанала. Ул йыр менән йәштәр төрлө кисәләрҙе, байрам сараларын башлап ебәргән. Беҙ әлегә бары студенттар, түгел шағир, түгел журналист, тип йырлап йөрөгән йәштәр аҙаҡ шағир ҙа, фән, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булып китә.
Унда ла алдынғы студенттар иҫәбендә тороп, яҡшы уҡыған ҡыҙ, ҡулына диплом алып, хеҙмәт юлын Йылайыр урта мәктәбендә башлай. Тик тыуған яҡ уны үҙенә тарта. Бер йылдан һуң - 1963 йылда Беренсе Этҡол мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшен дауам итә. Мәктәп коллективында тәжрибәле педагогтар күп була. Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы ла үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеүе менән улар рәтенә инә. Йәш уҡытыусы белемен күтәреү, заманса педагогик технологияларҙы өйрәнеү, үҙенең эш алымдарын камиллаштырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләй. Ваҡыт үтеү менән оло тәжрибә туплана. 1988-1993 йылдарҙа Беренсе Этҡол мәктәбендә Стәрлетамаҡ педагогия институты менән берлектә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тәрән өйрәнеү буйынса эксперименталь методик майҙансыҡ булдырыла. Был эште эксперимент етәксеһе Зөбәйҙә Ҡолмурзина коллегаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Зиннур ҡыҙы менән башҡара. Йоҡоһоҙ төндәр, тырыш хеҙмәт ыңғай һөҙөмтәһе менән ҡыуандыра. Беренсе Этҡол урта мәктәбенән күп кенә уҡыусылар ошо юғары уҡыу йортон тамамлап, әлеге көндә республиканың төрлө төбәктәрендәге мәктәптәрҙә, власть органдарында, йәмәғәт ойошмаларында уңышлы эшләй, араларында Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙының юлын дауам итеүселәр ҙә бар.
«Тормошта һәр кемдең яратҡан, хөрмәт иткән, остазы тип һанаған уҡытыусыһы була. Ә минең өсөн шундай шәхес ул класс етәксем Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы. Ул беҙҙе тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, түҙемлек менән һәр эште еренә еткереп башҡарырға өйрәтте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненең серҙәренә төшөндөрҙө. Мәктәпте тамамлағас, һис икеләнеүһеҙ, уның һөнәрен һайланым һәм үкенмәйем. Ул биргән белем, тәрбиә беҙҙе тормош юлында ышаныслы атларға ярҙам итте. Рус мәктәбендә эшләй башлағас, Зөбәйҙә апайым миңә терәк-таяныс булды, эшлекле кәңәштәре менән юғалып ҡалыуға юл ҡуйманы», - тине Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алмабикә Шахмөхәмәтова.
Бынан тыш, Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы үҙенең бай тәжрибәһе менән район һәм республика уҡытыусылары менән ихлас уртаҡлаша, улар өсөн асыҡ дәрестәр үткәрә, төрлө ғилми конференцияларҙа докладтар менән сығыш яһай. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы биттәрендә даими рәүештә мәҡәләләр баҫтыра. Оҙаҡ йылдар дауамында мәктәп, зона, район методик берекмәләрен етәкләй. Тырыш, намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. 1982 йылда уға «РСФСР-ҙың уҡытыусы-методисы» тигән юғары исем бирелә.
З.З Ҡолмөхәмәтова тыуған яҡты өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Беренсе Этҡол, тирә-яҡтағы күрше ауылдар менән осрашып, тормош-көнкүреш әйберҙәре буйынса экспонаттар йыя һәм 1977 йылда мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү музейы асып ебәрә һәм уны 1992 йылға тиклем етәкләй.
Уҡытыу эше кабинет системаһына күскәс, Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыу менән шөғөлләнә. Район смотр-конкурстарында кабинет ике тапҡыр беренсе урынды яулай.
Элек мәктәп уҡытыусылары урындағы колхоз менән тығыҙ бәйләнештә булды, ауылда агитмасса эшен алып барҙы. Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙы 18 йыл дауамында айына ике тапҡыр колхоз радиоузелендә даими рәүештә эфир тапшырыуҙары алып барҙы, ауыл халҡын яңылыҡтар менән таныштырҙы. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булараҡ мәктәптә «Йәш хәбәрсе» һәм драма түңәрәктәрен ойоштора. Уның етәкселегендә мәктәп уҡыусылары спектаклдәр менән районыбыҙ ауылдарында сығыш яһай.
Уҡыусыларының, коллегаларының һәм ауыл халҡының хөрмәтен яулаған абруйлы педагогтың фиҙаҡәр хеҙмәте илебеҙ, республикабыҙ тарафынан лайыҡлы баһаланды. Ул «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемдәренә, күп һанлы Маҡтау грамоталарына эйә булды.
Тырыш, алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы педагогты коллегалары ихтирам итте. Үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән дәртле уҡытыусы Беренсе Этҡол мәктәбендә 1995 йылға тиклем, йәғни хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Әлеге ваҡытта ветеран уҡытыусы улының, килененең, ейәнсәрҙәренең иғтибарына, күңел йылыһына сорналып, Сибай ҡалаһында йәшәй. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 80 йәшен билдәләне. Беҙ, мәктәптең мәғариф ветерандары, хөрмәтле коллегабыҙҙы олпат юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Миңзәлә Арыҫланова, мәғариф ветераны,
Беренсе Этҡол ауылы.