Таулыҡай ауылында йәшәүсе Әлифә һәм Сәғәҙәт Үҙәнбаевтарҙы ауылдаштары өлгөлө, матур ғаилә булараҡ белә. Бәхетле пар 60 йылға яҡын ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер һуҡмағынан бергә атлай.
Улар икеһе лә ошо ауылдан. Әлифә Мәхмүтйән ҡыҙы 1948 йылда Үрге Таулыҡай, ә Сәғәҙәт Әхмәҙей улы 1940 йылда Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуа. Уларҙың бала саҡтары һуғыш, һәм унан һуңғы осорға тура килә. Ул йылдарҙы әле лә ҙур тулҡынданыу менән иҫләй Сәғәҙәт олатай.
«Атайымды Бөйөк Ватан һуғышына алғанда миңә 10 ай ғына булған. Шул китеүҙән ул ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Береһенән-береһе бәләкәй өс улын, бер ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыр өсөн әсәйем бар тырышлығын һалды. Ул ваҡыттарҙа аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрҙө. Урманда үҫкән балтырған, ҡаҡы, йыуа, ҡымыҙлыҡ беҙҙе астан үлтермәне. Бер ваҡиға күңелемдә әле лә кисә булғандай һаҡлана: өләсәйем Икенсе Этҡол ауылында йәшәне. Улар әҙерәк хәллерәк йәшәгәндер, күрәһең. Бер туған апайым менән шунда бер телем икмәк ашайбыҙ, тип йәйәүләп юлға сыҡтыҡ. Ул ваҡытта апайыма 6 йәш тирәһе булһа, миңә 3-4 йәш ине. Бикешкә еткәйнек, ҙурыраҡ малайҙар юлда осрап, беҙҙе туҡмайбыҙ тип бәйләнеп, аҡса таптырҙы. Апайым кәүҙәле ине, ул бирешмәне, үҙҙәренә таш ташлап, ҡаршылашып, саҡ ҡастыҡ. Бәләкәс кенә булһаҡ та, әллә нисә ауыл аша йәйәү нисек йөрөгәнбеҙҙер!» - тине ул бала саҡтың хәтирәләр йомғағын һүтеп.
Әлифә инәй ҙә ҙур, татыу ғаиләлә үҫә. Баш бала булараҡ, һеңле-ҡустыларын ҡарау, уларҙы оло тормошҡа аяҡ баҫтырыуҙа инәйҙең роле ҙур була.
Сәғәҙәт олатай 1963 йылда армияға алына, ә Әлифә инәй ошо йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Был ваҡытта ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабынған була. Егет өс йыл да өс ай Польшала хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ул ваҡытта ҡыҙ уҡып бөтөп, Ҡарамалы ауылында уҡытыусы булып эшләгән була. Йәштәр 1967 йылда ғаилә ҡора. Дүрт балаға - ике ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бүләк итә Үҙәнбаевтар. Уларҙы үҙ өлгөләрендә эш һөйөүсән, тырыш, ярҙамсыл итеп үҫтерәләр. Барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтыралар.
Ҡыҙҙары Земфира - Таулыҡайҙа, Лүзиә - Өфөлә, Батыр Сибай ҡалаһында төпләнгән, ғаиләләре менән балалар үҫтереп татыу, матур йәшәйҙәр. Артур - ата-әсәһе менән бергә йәшәй.
«Аллаға шөкөр, иң ҙур ҡыуанысыбыҙ - балаларыбыҙ. Ете ейән-ейәнсәребеҙ, дүрт бүлә-бүләсәләребеҙ бар. Уларға ҡарап ҡыуанып, уңыштарына һөйөнөп йәшәү - иң ҙур бәхет», - ти Үҙәнбаевтар.
Әле инәй менән олатай хаҡлы ялда. Сәғәҙәт Әхмәҙиә улы ғүмерен Ленин исемендәге колхозда водитель һөнәренә арнай. Ҡырҡ йыл яратҡан эшенә тоғро була ул. Үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡара. Ул йылдарҙы һөйләгәндә олатайҙың күҙҙәрендә осҡон барлыҡҡа килде.
«Колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағында эшләнек. Мин йөк машинаһында йөрөнөм. Ауылдарҙа клуб, мәктәп, яңы ферма төҙөлгән мәл ине. Ҡырҙан кирбес, цемент, шифер ташыныҡ. Ете машина өлгөрә алмай инек. Ә баҫыу эштәре башланғас, иген культуралары ташыныҡ. Уңыш та шәп ине, 14 техника йөрөнөк. Алдынғыларға дәртләндереү премиялары бирә торған инеләр. Ярышып эшләнек. Күңелле булды, Халыҡ эшһеҙ торманы. Көн тимәй, төн тимәй эшләне. Мин дә көндөҙ баҫыуҙа булһам, төндә «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә эшләнем. Ауырып мөрәжәғәт итеүселәрҙе, йә бәпестәре булырға йөрөгән әсәләрҙе йөк машинаһы менән район үҙәк дауаханаһына алып бара инем. Йоҡламай йөрөгән көн-төндәр күп булды инде», - тине ул хәтер ебен һүтеп. Был хәтирәләрҙе ул ҙур кинәнес менән, рәхәтләнеп һөйләне. Ошонан сығып та, Сәғәҙәт Әхмәҙиә улының «тимер ат»ты, үҙ эшен ни тиклем яратыуын аңларға була. Уның намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана: «Башҡортостандың атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә, бик күп Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталарына лайыҡ була.
Әлифә Мәхмүтйән ҡыҙы - хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны. Ул 40 йыл уҡытыусы булып эшләй, башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Төплө белемле, аҡыллы, талапсан, ғәҙел була ул. Уны коллегалары ла, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ихтирам һәм хөрмәт итә.
«Ялға сыҡҡас та, эшемде, татыу, ҙур коллективты, уҡыусыларымды һағындым. Бәләкәс кенә булып уҡырға килгән ҡыҙҙар, малайҙарҙы үҙ балаларымдай яҡын күреп яраттым, арҡаларынан тупылдатып һөйөп ала инем.
Төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларыма рәхмәтлемен. Әле лә шылтыратып хәлде белеп торалар, осрашыуҙарға саҡыралар. Һәр икеһе бәхетле булһын», - тине ул.
Мәҡәлә геройҙары менән аралашҡан ваҡытта уларҙың бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарына, үҙ-ара яғымлы итеп аралашыуҙарына һоҡландым. Бәхетле парҙар, күҙ теймәһен, тинем эстән генә һәм, 60 йылға яҡын татыу, бергә, бәхетле йәшәүҙең сере нимәлә, тигән һорауымды бирмәй түҙмәнем.
«Бер-береңде аңлауҙа. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ғаиләлә һауыт-һаба шылтырамай тормай. Әммә сабыр булырға, ошо ваҡытты матур итеп үткәреп ебәрергә кәрәк. Берең ут булғанда, икенсең һыу булһын. Бер-берегеҙҙе ихтирам итеп йәшәгеҙ, ғүмер тиҙ үтә, ҡәҙерен белегеҙ», - тигән алтын кәңәштәрен дә еткерҙе бәхетле пар. Үҙәнбаевтар ҡунаҡсыл, ярҙамсыл, ихлас, туған йәнле. Яҡындары менән үҙ-ара аралашып йәшәйҙәр. Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай улар: баҡса тултырып емеш-еләк, картуф үҫтерәләр. Әлифә инәй гөл-сәскә үҫтерергә, бәйләргә, тегергә ярата. Шәхси хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙе лә бергәләп башҡаралар.
2 августа Сәғәҙәт Әхмәҙиә улы үҙенең олпат юбилейын - 85 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан юбилярҙы ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балалар ҡыуанысы, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, тормош юлдашығыҙ Әлифә Мәхмүтйән ҡыҙы менән артабан да гөрләтеп, ауыл йәме булып йәшәргә яҙһын һеҙгә, хөрмәтле Сәғәҙәт олатай. Һеҙҙең парлы, өлгөлө тормош юлығыҙ күптәргә үрнәк!