Бөтә яңылыҡтар

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан! Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары ҙур һоҡланыу уята. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡала һәм район буйынса ЗАГС бүлегендә алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. Уҙған аҙнала тағы ла ошондай бәхеткә эйә булған биш пар етәкләшеп ЗАГС тупһаһы аша үтте, матур сараға йыйылды. Баймаҡ ҡалаһынан Яңылбикә һәм Булат Муллабаевтар, Рауза һәм Фуат Бәхтиевтар, Гөлбикә һәм Миңлеғәле Рәхимғоловтар, Таңһылыу һәм Кәрим Илтининдар, Рәмилә һәм Зәкирйән Солтанғазиндар сараның төп сәбәпселәре ине. Улар барыһы ла матур, өлгөлө тормош юлы үткән. Һәр ғаиләнең үҙ мөхәббәт тарихы бар. Әйҙәгеҙ, уларға бер аҙ туҡталып үтәйек. Дауамы сайтта:

Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары ҙур һоҡланыу уята. Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡала һәм район буйынса ЗАГС бүлегендә алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы тәбрикләү матур йолаға әйләнгән. Уҙған аҙнала тағы ла ошондай бәхеткә эйә булған биш пар етәкләшеп ЗАГС тупһаһы аша үтте, матур сараға йыйылды.

Баймаҡ ҡалаһынан Яңылбикә һәм Булат Муллабаевтар, Рауза һәм Фуат Бәхтиевтар, Гөлбикә һәм Миңлеғәле Рәхимғоловтар, Таңһылыу һәм Кәрим Илтининдар, Рәмилә һәм Зәкирйән Солтанғазиндар сараның төп сәбәпселәре ине. Улар барыһы ла матур, өлгөлө тормош юлы үткән. Һәр ғаиләнең үҙ мөхәббәт тарихы бар. Әйҙәгеҙ, уларға бер аҙ туҡталып үтәйек.

Яңылбикә Хөснөтдин ҡыҙы менән Булат Билал улы Мәмбәт ауылында тыуған. Бала саҡта бергә уйнап үҫә улар. Ике класташ киләсәктә мәңгегә бергә ҡалырбыҙ тип уйланы микән! Уларҙың дуҫлыҡтары яйлап мөхәббәткә әүерелә. Йәштәр ғаилә ҡороп, гөрләтеп йәшәй башлай. Ике ҡыҙҙары үҙ аллы тормош ҡороп,  атай-әсәйҙәрен өс ейәнсәр менән ҡыуандыра.

Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын Түбә руднигында тракторсы һөнәренә бәйләһә, Яңылбикә Хөснөтдин ҡыҙы райондың көнкүреш өлкәһендә эшләй, уның үҫешенә тос өлөш индерә.

Икенсе парҙарыбыҙ Рауза Хәйрулла ҡыҙы менән Фуат Ғаяз улы иңгә-иң терәшеп, тормош юлында осраған ҡайғы-шатлыҡты бергә күтәреп, туғандарына терәк-таяныс булып ғүмер итә.

Фуат Бәхтиев - Беренсе Этҡол ауылы егете. Урындағы мәктәптә 10 класты тамамлағас, ташсы һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Баймаҡ ПМК-һында ташсы булып башлай. Аҙаҡ машиналар төҙөү заводына эшкә төшөп, хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы хеҙмәт итә. Тормош юлдашы Рауза ханым Таулыҡай ауылы ҡыҙы. Ул 9-10 класты Беренсе Этҡол мәктәбендә ала. Тап шул осорҙа йәштәр араһында мөхәббәт хистәре барлыҡҡа килә. Мөхәббәттәрен күпмелер ваҡыт һынағандан һуң, сәстәрен-сәскә бәйләй улар. Үҙҙәре кеүек тырыш, эшсән өс балаға ғүмер бүләк итәләр. Рауза Хәйрулла ҡыҙы ябай хеҙмәткәрҙән етәксе дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.

Эшһөйәр Бәхтиевтар хаҡлы ялда ла тырышып донъя көтә, баҡса үҫтерә.

Баймаҡ ҡалаһынан Гөлбикә Йыһанур ҡыҙы менән Миңлеғәле Кинйәғәле улы Баймаҡ машиналар эшләү заводында эшләп йөрөгәндә таныша. Егет буласаҡ тормош иптәшенә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Күп тә үтмәй, һөйгәненә тәҡдим яһай. Рәхимғоловтар өс балаға ғүмер бүләк итә. Әлеге мәлдә ғаилә пары әүҙем тормош алып бара. Яратҡан шөғөлдәре менән булыша. Миңлеғәле Кинйәғәле улы техниканы яратһа, Гөлбикә Йыһанур ҡыҙы ҡул эштәре менән мауыға, һүрәт төшөрә. Ул шулай уҡ райондың инвалидтар ойошмаһында мәҙәни һәм спорт саралары үткәреүҙә әүҙемлек күрһәтә.

Киләһе парҙар - Ниғәмәт ауылы һылыуы Рәмилә Сөләймән ҡыҙы менән Абҙаҡ егете Зәкирйән Ғәлимйән улы ҡайҙа танышҡан һуң!? Әйҙәгеҙ, уларҙың мөхәббәт тарихына күҙ һалайыҡ.

Ул ваҡытта егет тракторсылар курсын тамамлап, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан була. Ә ҡыҙ төҙөүсе һөнәре алып, Төркмән ауылына эшкә килгән була. Йәштәр танышып, бер аҙҙан ҡауыша. Татыу ғаилә бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Балаларын уҡытып, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра улар.

Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар водитель булып хеҙмәт итә. Ә Рәмилә Сөләймән ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡаланың санитар эпидемиология станцияһында эшләй.

Был матур пар ҙа, әле лә бер-береһен яратып, хөрмәт итеп, гөрләтеп донъя көтә.

Сараның тағы бер ҡунаҡтары Илтининдар ине. Таңһылыу Зәкирйән ҡыҙы менән Кәрим Шәрифулла улы 1973 йылда киске уйында таныша. Яңы әрменән ҡайтҡан егет менән студент ҡыҙ бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Ике йыл осрашҡандан һуң улар ғаилә ҡора. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар район электр селтәрендә диспечер булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «РФ-тың Почетлы энергетигы» исеменә лайыҡ була. Ә Таңһылыу Зәкирйән ҡыҙы ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай.

Илтининдар өс балаға ғүмер бүләк итә. Барыһына ла юғары белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. «Иң ҙур байлығыбыҙ - балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ», - ти улар.

Был матур сарала олпат ғаилә юбилейҙарын билдәләүсе парҙар күңелле йәшлек йылдарына йәнә әйләнеп ҡайтты: бергәләп вальсҡа төштө. Уларҙың бер-береһенә яғымлы ҡараш ташлап, йылмайышып бейеүҙәрен һәр кем һоҡланып күҙәтте.

Юбилярҙарҙың ҡыуаныстарын уртаҡлашырға район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов та килде.

«Алтын туйҙарын билдәләүсе ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙең бынан ярты быуат элек танышып, бер-берегеҙгә ғашиҡ булып, ғаилә ҡороп, бөгөнгө көнгә тиклем татыу, матур йөшәүегеҙ оло ихтирамға лайыҡ. Һеҙ беҙҙең районыбыҙ ғорурлығы булып тораһығыҙ. Матур ғаилә булыуҙан тыш, барығыҙ ҙа район үҫешенә тос өлөш индергәнһегеҙ. Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә тиң-тигеҙ ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ», - тине ул ҡотлау сығышында.

Артабан бәхетле парҙар алтын туйҙы билдәләү тураһындағы актҡа ҡултамғалар ҡуйҙы. Уларҙың барыһына ла Республика башлығы Радий Хәбировтың иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Юбилярҙарҙың яҡындары, балалары ла ҡәҙерле кешеләренә йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.

«Бөгөнгө сараға атайым менән әсәйемде ҡотларға тип килдек. Уларға бәхетле бала сағыбыҙ өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Матур тәрбиә һәм белем алырға ярҙам итте беҙгә улар. Шулай уҡ хеҙмәткә лә өйрәттеләр. Ҡалала йәшәһәк тә, беҙ бәләкәйерәк саҡтарҙа улар мал көттө. Һыйырын да һауып, ағын эшкәрттек, бесәнен дә эшләнек. Һәр эште уларға ҡарап өйрәндек», - тине Рәмилә менән Зәкирйән Солтанғазиндарҙың ҡыҙҙары  Гөлшат Аралбаева.

Юбилярҙар сараны матур итеп үткәргән ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, музыкаль яҡтан биҙәүсе Халыҡ ижады үҙәгенән Илнур Аслаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп таралышты.

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан, тиҙәр. Ярты быуат ғүмер юлын бергә үткән, тормош юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы бергә еңгән ошондай татыу парҙар яңы тормош юлын бергә башлаған йәш ғаиләләргә өлгө һәм үрнәк булып тора.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас