Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыу матур йолаға әйләнгән. Баймаҡ районында ла бындай наградаға эйә булыусы гүзәл заттар бихисап. Ошо исемлекте тулыландырып, уҙған көндәрҙә район хакимиәте бинаһында тағы ла ете әсәгә - Баймаҡ ҡалаһынан Сөмбөл Байсыуаҡоваға, Ишмөхәмәттән Ҡәмәриә Сәфәрғәлинаға, Билал ауылынан Юлиә Билалова һәм Гөлсәсәк Ғүмәроваға, Әминдән Гөлиә Вәлишинаға, Байымдан Мәүлиҙә Ғәлинаға, Урғаҙанан Зөлфирә Урмантаеваға тантаналы шарттарҙа «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.
Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова, тәбрикләнеүселәрҙең ғаиләләре һәм яҡындары ҡатнашты. Кисәне Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Ғәлинур Хәмитов һәм Гөлнара Кейекбирҙина алып барҙы.
Тантананы асыу өсөн һүҙ Фәнил Рәмил улына бирелде. Ул ҡунаҡтарҙы сәләмләп, тантана сәбәпселәре булған гүзәл ханымдарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
«Күп балалар тәрбиәләү буйынса республикала беҙҙең район алдынғылар рәтендә. Беҙ һеҙҙең кеүек матур, татыу, тырыш ғаиләләр менән ғорурланабыҙ. Балаларығыҙ һеҙҙең, шулай уҡ район, илебеҙ ғорурлығы булырҙай шәхестәр булып үҫһендәр», - тине ул сығышында. Ҡотлау телмәренән һуң иң матур минуттар - әсәләргә миҙалдар тапшырыу күренеше булды. Тулҡынландырғыс минуттар көслө алҡыштарға күмелде.
«Беҙҙең ғаиләлә алты бала. Иң ҙур ҡыҙыбыҙға 22 йәш булһа, иң бәләкәйенә - 8 йәш. Мин урындағы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Тормош иптәшем автозаправкалау станцияһында эшләй. Балаларыбыҙға матур тәрбиә биреп үҫтерергә тырышабыҙ. Ә бөгөнгө сараға килгәндә, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыуыбыҙға шатбыҙ. Был ваҡиғаны көтөп алдыҡ. Әсә булыу - ҙур бәхет. Атаһына оҡшап йылмайып ятҡан, ҡайһы яғы менәндер һиңә лә тартҡан балаңды ҡулға алыу, тупылдатып һөйөп, яратыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр донъяла. Был тойғо барлыҡ матди байлыҡтарҙан да өҫтөнөрәк», - тине Урғаҙа ауылынан килеүсе Зөлфирә Миҙәхәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан тапшырыла. Был юғары награда балаларын матур итеп тәрбиәләгән, уларҙың һәләттәрен һәр яҡлап үҫтергән әсәләргә бирелә.
1998 йылдан миҙалға районыбыҙҙан барлығы 500-ҙән ашыу гүзәл зат эйә булды. Ә 2014 йылдың ноябренән Әсәлек даны миҙалы тапшырыу тантаналары Баймаҡ районында ла үткәрелә башланы. 2014 йылдан 2024 йылға тиклем районда барлығы 219 әсә тәбрикләнде. Шуларҙың 109-ы 2022-2024 йылдарҙа, ә 18-е 2025 йылдың ғинуарынан бөгәнгө көнгә тиклем 18-е ҡатын-ҡыҙ был наградаға эйә булып ҡыуанды.
Тантаналы сара «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу ваҡиғаһы менән генә сикләнмәне. Был көн Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Әнисә һәм Рәсүл Йортбәковтар өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиғаға бай булды. Сөнки 50 йылдан ашыу бергә йәшәгән өлгөлө пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Улар өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығарған. Улдары Рәфил, Рәсих ғүмерҙәрен уҡытыусы һөнәренә арнаһа, Рәис умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ҡыҙҙары Әлфирә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрында эшләй. Уларҙың барыһы ла ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып эшләй һәм йәшәй. Йортбәковтарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә килгән ине.
«Атай менән әсәй шул тиклем татыуҙар. Бер-береһен хөрмәт итеп йәшәйҙәр. Икеһе лә эшсән, тырыштар. Улар беҙгә һәр яҡлап өлгө. Беҙ, балалары, һәр ваҡыт атай йортона, улар янына ашҡынып барабыҙ. Ҡәҙерле кешеләребеҙгә киләсәктә һаулыҡ, сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ», - тине Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙары Әлфирә Ҡоланбаева.
«Бөгөнгө сарала ҡатнашыуыма шатмын. Матур ғаиләләргә ҡарап ҡыуанып ултырҙым. «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусы әсәләрҙе ҡотлайым. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләү, ғаилә усағын һаҡлау үҙе бер хеҙмәт, ҙур яуаплылыҡ та. Һеҙ ҙә бөгөнгө кисәнең ихтирамлы, хөрмәтле ҡунаҡтары Әнисә Хажи ҡыҙы һәм Рәис Ғилмитдин улы Йортбәковтар кеүек балаларығыҙҙы матур итеп үҫтереп, эйәле-башлы итеп, бәхетле йәшәгеҙ», - тигән изге теләктәрен еткерҙе райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова һәм әсәләргә йәмғиәттә ғаилә ролен нығытыу, уның ҡиммәттәрен һаҡлау, балаларына тейешле тәрбиә биргәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Гөлшат Рим ҡыҙы Йортбәковтар ғаиләһенән бергә бәхетле, татыу йәшәү сере нимәлә икәнлеге менән дә ҡыҙыҡһынды. «Мөхәббәтле булыуҙа, бер-береңде ғүмер буйы ихтирам итеүҙә һәм яратыуҙа, - тип һүҙ башланы Рәсүл Ғилмитдин улы. - Мин буласаҡ тормош юлдашым, хәҙер инде ғүмерлек йәрем, терәгем Әнисә Хажи ҡыҙы менән бер ауылда үҫтек. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң ул мине армияға оҙатты, көтөп алды, тоғро булды. Ғаилә бәхете тоғролоҡта һәм аңлашып йәшәүҙә лә», - тине ул һүҙен тамамлап.
Эйе, бер-береңә ғүмер буйы терәк-таяныс булып тормош йомғағын бергә һүтергә, аңлашып йәшәргә вәғәҙә итеп, бирелгән вәғәҙәгә тоғро ҡалған парҙар тик һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Һәр ғаилә парҙарына етәкләшеп алтын, гәүһәр туйҙарына етергә яҙһын.