Йыл һайын июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һәр ваҡыт һаулығыбыҙ һағында тороусы, ауыр саҡта иртәгеһе көнгә өмөт уятыусы аҡ халатлылар – иң изге һөнәр эйәләренең береһе. Беҙҙең районда ла үҙ эшен яратып башҡарған медицина хеҙмәткәрҙәре бихисап. Шуларҙың береһе – Йәрмөхәмәт ауылы фельдшеры Гөлниса Ишҡыуатова. Уның был өлкәләге дөйөм стажы – 36 йыл. Фельдшерҙың хеҙмәт кенәгәһендә 1989 йылдан бөгөнгә тиклем бер урында эшләүе тураһындағы бер генә яҙыу. Ошонан сығып та, Гөлниса Хажиәхмәт ҡыҙының үҙ һөнәрен ни тиклем яратыуын, уға тоғро ҡалыуын аңларға була. Мәҡәләм геройы ни өсөн тап ошо юлдан киткән? Быға нимә сәбәпсе булған? Үткәндәргә бер аҙ байҡау яһайыҡ.
Гөлниса Ишҡыуатова 1970 йылда Үрге Иҙрис ауылында Зәбирә һәм Хажиәхмәт Фәйзуллиндар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Ғаиләләге иң бәләкәс ҡыҙ бала саҡтан зирәк, отҡор, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Ул 1978 йылда ошо ауыл мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға бара. 1987 йылда Ҡолсора урта мәктәбен тамамлай.
«Артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау мине борсоманы. Бала саҡтан уҡ үҙемде киләсәктә медицина хеҙмәткәре итеп күрә инем», – тип һүҙен башланы мәҡәләм геройы. – Сөнки был һөнәр элек-электән оҡшаны. Аҡ халат кейгән врачтар мәктәпкә килеп укол һалыуҙарын, температура үлсәүҙәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә инем. Хатта әхирәтем менән ауыл медпунктына барып, Миңһылыу Баймөхәмәтова һәм Гүзәл Салихова апайҙарҙың эшләгәнен ҡарай торғайныҡ. Улар беҙгә витаминдар бирә ине. Ҡыҙыҡһыныуымды күреп атайым да, ҡыҙым, үҫкәс, врач булырһың, беҙ һиңә белем алырға ярҙам итербеҙ, тине. Аҡ халатлылар юлына нигеҙ тап ошолай һалынды ла инде».
Йәш белгес 1989 йылда шәфҡәт туташы дипломы алып, йүнәлтмә буйынса Йәрмөхәмәт ауылына эшкә урынлаша. Ят ауылда уны нисек ҡабул итеүҙәрен һөйләүен дә үтендем әңгәмәсемдән.
«Ул күңелле лә, тулҡынландырғыс та мәлдәр кисәгеләй күҙ алдымда. Уҡыу йортон яңы ғына тамамлаған 19 йәшлек кенә ваҡыт. Автобус менән килеп төштөм. Бәләкәй генә бер ауыл. Медпункт ауыл осонда ине. Тура шунда барып, коллегам Райхана Исчурина һәм Сәкинә Байбикова апайҙар менән таныштым. Әйҙә инде, ҡабул итеп ал, тип миңә Райхана Ғәйнислам ҡыҙы үҙенең эшен тапшырҙы. Ә Сәкинә Шәйхислам ҡыҙы менән бер коллектив булып тағы ла егерме йыл бик татыу һәм матур эшләнек. Ул миңә һәр ваҡыт терәк-таяныс булды, гел ярҙам итте. Һәйбәт апай ине. Уның ярҙамын мәңге онотмайым...
Эшкә төшкән ваҡытта ауылда кеше лә, балалар ҙа, бер йәшкә тиклемге сабыйҙар ҙа күп булды. Яңы тыуған 7-8 баланы өй беренсә йөрөп ҡарап, һаулыҡтарын даими контроль аҫтына ала инем. Шулай уҡ һәр өйгә инеп, кешеләре менән танышып, уларҙы яҙып алып йөрөгән хәтерҙә. Яңы шәфҡәт туташы килгән, беҙ һине ауылға килен итеп алабыҙ, тип шаяртып көлә ине йәрмөхәмәттәр. Шулай башланып китте хеҙмәт юлымдың тәүге көндәре», – тип хәтер йомғағын һүтте ул. Аҡыллы, мөләйем әңгәмәсемдең хәтирәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, ауыл фельдшеры булараҡ, әсәләр дауаханаға барып өлгөрмәгән осраҡта кендек инәһе булғанығыҙ бармы, тигән һорауымды ла бирмәй түҙмәнем. «Эйе, эшкә төшөп, ике-өс йыл тирәһе үткәйне, бер ауырлы ҡатын ҡапыл ауырып китте. Ул ваҡытта ауылда техника әҙ. Киттек «Беларусь» менән Беренсе Этҡол ауыл дауаханаһына. Бындай саҡта һәр минут ҡәҙерле. Пациентты тиҙерәк алып барып еткерергә кәрәк тип, водитель тура юлдан киткәйне, техника батты ла ҡуйҙы. Шунан әсәне машинаға ултыртып, Гөлнур тигән ауылдашым менән бәпес табырға ярҙам иттек. Шунан Беренсе Этҡол дауаханаһына алып киттек. Баш табип Булат ағай мәрхүм Ғәлин беҙҙе тәҙрәнән үк, малаймы, ҡыҙмы, тип ҡысҡырып ҡаршы алды, беҙҙең «малай» тигән яуапты ишетеү менән, улайһа, исеме Юлдаш булыр, тине. Ысынлап та, ата-әсә юлда тыуған бәпескә бәхетле бала саҡ, яҡты киләсәк юрап, Юлдаш тип исем ҡушты. Ул малай мине бала саҡтан яҡын күрҙе, йыл һайын яҙғыһын тыуған көнөмдә урмандан матур сәскәләр алып килеп бүләк итте. Үҙем эштә булмаһам, медпукттың тупһаһына ҡалдырып китә торғайны. Шул йылда тағы ла бер ҡатынды алып барып өлгөртмәй, бәпес «Беларус»та тыуҙы. Шулай итеп, юлда бер ҡыҙ, бер малай тыуҙы. Аҙаҡ инде яйлап тәжрибә лә тупланды, әсәләрҙе йә алдан дауаханаға ебәрә башланым, йә бәпес тыуыу ваҡыттары етәрәк машиналарҙы әҙерләп, табып ҡуйҙыҡ», – тип йылы хәтирәләре менән бүлеште Гөлниса Хажиәхмәт ҡыҙы.
Шәфҡәт туташы 2001 йылда белемен тағы ла камиллаштыра – Өфөлә ситтән тороп фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Һәм хеҙмәт юлын ошо вазифала дауам итә.
«Эшемде бик яратам. Уны күңел һалып башҡарам. Ауыл халҡының һаулығын нығытыуға, профилактик эш алып барыуға ҙур иғтибар бүлергә тырышам. Оло йәштәге инәй-олатайҙар, ағай-апайҙар көн һайын килеп, уколдарын һалдырып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кәрәкле мәғлүмәт алып ҡайтыуҙары минең өсөн бик яҡшы. Ауыл халҡы менән бер ғаиләләй йәшәйбеҙ», – тигән фекерҙәре менән дә бүлеште Гөлниса ханым.
Эйе, кеше эше менән маҡтаулы. Уңған фельдшерҙың намыҫлы хеҙмәте лә һәр саҡ етәкселек тарафынан хупланып, ыңғай баһалана. 40 йылға яҡын эшләү дәүерендә Гөлниса Ишҡыуатова бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Үҙ эшенән, ғаиләһенә ваҡыт бүлеүҙән тыш, дәртле ханым ауылда үткән мәҙәни сараларҙа, экологик өмәләрҙә, осрашыуҙарҙа, ғөмүмән, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Быйыл уға халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Маҡтау грамотаһы тапшырыла.
«Хеҙмәтемде күреп, юғары баһалап, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылыуы, минең өсөн, әлбиттә, ҡыуаныс. Улар беҙгә артабан да дәртләнеп эшләргә көс бирә һәм тағы ла яуаплылыҡ өҫтәй. Ә иң ҙур ҡыуаныс ул – ауырыуҙың һауығып, аяҡҡа баҫып китеүен күреү», – тине үҙ эшен яратҡан фельдшер.
Ғаиләһе менән дә бәхетле Гөлниса ханым. 1989 йылда эшкә килгән ваҡытында ололарҙың, килен итеп алып ҡалабыҙ, тигән һүҙҙәре юш килә. Буласаҡ тормош иптәшен дә ошо ауылда осрата ул. Ул ваҡыттарҙы бына нисек хәтерләй: «Эшкә килгәс, Ярат ауыл биләмәһе башлығы Мәүлитдин Мөхәмәтшин миңә Яңылбикә һәм Нуретдин Йосоповтар өйөндә йәшәүгә урын әҙерләгән ине. Улар икеһе лә шул тиклем һәйбәт кеше булды, мине үҙ ҡыҙҙарылай яҡын күрҙеләр. Ялдарға Үрге Иҙрискә ҡайтмаған саҡта улар менән бесәнгә лә йөрөнөм, йорт эштәрен дә бергәләп башҡара инек. Ике йыл бергә йәшәгәндән һуң ауылға йәш ҡыҙҙар – Миләүшә Әхмәтова менән Ғәлиә Мансурова мәктәпкә эшкә килде. Беҙ өсәүләп икенсе ергә күсеп бергә йәшәй башланыҡ. Ауыл тормошонда үткән һәр сарала ҡайнап йәшәнек. Спектаклдәр әҙерләп, күрше ауылдарға ла йөрөй торғайныҡ, Яратта ырҙын табағында ла эшләп өлгөрҙөк, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын да үткәрештек, ғөмүмән, күңелле йәшәнек. Яҙмыш ҡушыуы буйынса, өсөбөҙ ҙә Ярат, Йәрмөхәмәт ауылдарына килен булып төштөк...»
Эйе, тормош иптәше Илһам Зиннур улы менән мөхәббәттәрен дүрт йыл һынағандан һуң 1992 йылда донъя ҡора улар. Дүрт балаға – өс ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр. Өлкән ҡыҙҙары Нурания Өфө ҡалаһында йәшәй, кейәүҙәре Салауат менән бер ул үҫтерәләр. Нурзилә баш ҡалала эске эштәр бүлегендә эшләй, Ләйсән Йошкар-Ола ҡалаһында лингвистика йүнәлеше буйынса белем ала. Ә Ришат быйыл Ярат мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған.
Гөлнисә Хажиәхмәт ҡыҙы өйләнешкәндәренең тәүге йылдарында бергә йәшәгән ҡәйнәһе Нәғимә Ишҡыуатованы ла тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. «Ҡәйнәм мәрхүмә шул тиклем һәйбәт кеше булды. Биш йыл бергә йәшәнек. Мине эштәргә лә өйрәтте, алтын кәңәштәрен дә бирҙе. Эшкә китһәм, йә кистәрен, төндәрен ауырыуҙар янына барһам, балаларҙы һәр ваҡыт алып ҡала ине. Яңы йорт һалып сыҡһаҡ та, аралашып, матур итеп йәшәнек».
Тормоштоң тик матурлығын, һәр нәмәнең тик яҡшы яҡтарын ғына күргән, үҙ эшен, ғаиләһен, халҡын яратҡан медицина хеҙмәткәре менән аралашыу миндә уға ҡарата тағы ла ихтирам һәм хөрмәт тойғоһо уятты.
«Әле минең ҡарамаҡта төрлө йәштәге 138 кеше. Фельдшер булараҡ, ауылдаштарыма һәм башҡаларға һаулыҡ, сәләмәтлек, күңел көрлөгө теләйем. Үҙ һаулыҡтарына битараф булмаһындар, анализдар тапшырып, һаулыҡтарын тикшертеп торһондар. Тағы ла форсаттан файҙаланып, Йәрмөхәмәт ауылына йылына бер тапҡыр күсмә диспансеризация үткәрә килгән үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә», – тип әңгәмәне тамамланы тәжрибәле фельдшер.
Эйе, ашҡынып барыр эшең, һағынып ҡайтыр өйөң булыу – бәхет, тиҙәр. Бөгөнгө мәҡәләм геройы ла яратҡан, күңел һалып башҡарған эше, уның эштән ҡайтыуын һағынып көтөп торған тормош иптәше, балалары менән бәхетле. Ошо бәхетегеҙ һеҙҙе ташламаһын, ғүмерегеҙ буйы оҙата барһын, хөрмәтле аҡ халатлы фәрештәбеҙ, Гөлниса Хажиәхмәт ҡыҙы!
Альбина Байегетова.