Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Ғинуар 2025, 11:35

Күберәк булһын шундай ханымдар һәм уларҙан өлгө алһындар!

 Бөгөн Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматованың тыуған көнө. Яҡыныбыҙ үҙенең матур юбилейын ҡаршы ала - илле бишенсе ҡышын ҡаршылай. 1970 йылдың 27 ғинуарында Гөлсирә һәм Әхмәт Әфләтуновтарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә өсөнсө мөхәббәт емештәре булып донъяға килә ул. Матур ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнә. «Өләсәй ҡыҙы булдым. Уҡыу осоронда Ҡарамалы ауылында яңғыҙ йәшәгән өләсәйемдә йәшәп, шул ауылда һигеҙ класс белеме алдым. Өләсәйем минең өсөн тормош мәктәбе булды. Унан бик күп эштәрҙе еренә еткереп эшләргә өйрәндем», - тип яҡын кешеһен йылы хәтирәләр менән иҫкә ала ул. - «Ә ялдарҙа, каникулдарҙа тыуған ауылыма, атай-әсәй, туғандарым янына ҡайта инем. Аллаға шөкөр, күмәк бала үҫтек. Әле лә аралашып, татыу йәшәйбеҙ». Мәғариф өлкәһендә 35 йыл стажы булған ҡәҙерлебеҙҙең уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүе бала саҡта уҡ бөрөләнә. Бында уның тәүге уҡытыусыһы Миңһылыу Зөлҡәрнәй ҡыҙының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Ул ваҡытта хеҙмәт юлын саҡ башлап торған йәш белгестең дәрес үткәреүҙәрен яратып күҙәтә һәм үҙе лә уҡытыусы булып,тиҫтерҙәренә эш биреп, дәфтәрҙән уларҙың хаталарын тикшереп уйнай. Изге һөнәргә булған һөйөүе ҡыҙҙы Сибай педагогия училищеһына алып килә. 1985-1989 йылдарҙа тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә ул. Кураторҙары Рәсимә Ураҡсинанан уңа  Әлфирә Әхмәт ҡыҙы. Ул студенттарҙы төрлө тематик кисәләргә, ауылдар буйлап экспедицияларға алып йөрөй, шулай уҡ музейға материал  йыйыу өҫтөндә лә эшләйҙәр. Ғөмүмән, һәр йүнәлеш буйынса үҫешәләр һәм уны әле лә эшмәкәрлектә ҡулланалар. Тырыш әүҙем булған студенҡа староста бурысын ышанып тапшыралар. Педагогия училищеһын  уңышлы тамамлағас, уны йүнәлеш буйынса Өфө ҡалаһына тәрбиәсе итеп эшкә ебәрәләр. Тел, милләт тип янған йәш белгес башҡорт төркөмө асыуға өлгәшә һәм байтаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй. 31 декабрь Яңы йыл төнөнән күптәр ниндәйҙер мөғжизә көтә. Был көн беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ өсөн дә матур ваҡиға, танышыу көндәре булып хәтерҙәрендә һаҡлана. Мөхәббәттәрен ике йыл һынағандан һуң, 1992 йылда ике йәш йөрәк Әлфирә Әхмәт ҡыҙы менән Мансур Хәбир улы менән сәстәрен-сәскә бәйләй. 1995 йылда улар баш ҡаланан Беренсе Этҡол ауылына ҡайтып төпләнәләр. Йәш белгестәр унда ла яңы көс, дәрт менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Урындағы мәктәптә Әлфирә Әхмәт ҡыҙы хеҙмәт юлын уҡытыусы булып дауам итә. Бер үк ваҡытта ситтән тороп хеҙмәт һәм география фәндәре буйынса  уҡып, диплом алыуға өлгәшә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш, белемле педагогты  1997 йылда тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бынан тыш, һәр ваҡыт класс етәксеһе булып эшләй. Уның сығарылыш уҡыусылары әле лә хәлен белеп, кәрәк саҡта үҙҙәре белем алған мәктәпкә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора. Уҡыусыларым - минең ғорурлығым, тип һәр саҡ уларҙы ихтирам менән телгә ала Әлфирә Әхмәт ҡыҙы. Ғөмүмән, Әлфирә Әхмәт ҡыҙы һәр башланғысын хуплап тороусы берҙәм коллективына, ата-әсәләргә, уҡыусыларына рәхмәтле. Уҡытыусы - уның булмышы, тиер инек беҙ уның хаҡында. Сөнки үҙ эшен яратҡан әсәйебеҙ бер урында тапанып торорға яратмай. Яңы маҡсаттар, идеялар менән тик алға ынтыла. Ул етәкселек иткән «Йәш урмансылар» түңәрәге , «Йондоҙҙар» мәктәп театры йылдар дауамында уңышлы эшләй. Был түңәрәктә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың эше районда ғына түгел, республика конкурсында еңеүҙәр яулай. Ҡәҙерлебеҙҙең тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Уның тырыш эш һөҙөмтәһе булған Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ! Ә былтыр ул тағы ла юғарыраҡ наградаға - «БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Был исем барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө булды. Мансур Хәбир улы менән Әлфирә Әхмәт ҡыҙы  өс балаға ғүмер бүләк итте. Өлкәндәре Айгиз ғаиләһе менән Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Кәләше менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Икенсе балалары - Алтынай һәм Айназ исемле игеҙәктәр. Алтынай Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика интернат-гимназияһында белем ала. Ә Айназ ауылда. Икеһе лә 8-се класс уҡыусылары, мәктәптә тик бишле билдәләренә генә өлгәшәләр.  Бәләкәй кластарҙан төрлө фәндәр буйынса фәнни-эҙләнеү эштәрендә, район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, шиғыр конкурстарында ҡатнашып, алдынғы урындар яулайҙар. Азаматовтар спорттың сәләмәт йәшәү рәүеше икәнен дә яҡшы аңлай. Ғаилә менән саф һауала саңғыла йөрөйҙәр, районда үткән саңғы ярыштарында йыш ҡатнаштылар. Әлфирә Әхмәт ҡыҙы эшендә абруй ҡаҙанған уҡытыусы, ғаиләһендә һөйөклө тормош иптәше, балалары өсөн хәстәрлекле һәм  ғәзиз әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартәсәй. Уның бар эшкә лә өлгөрөүенә хайран ҡалаһың: ҡасан ғына барһаң да, өҫтәлдә йылы аштар, тәмле бәлештәр,ҡайнар сәйҙәр әҙер. Шаулап үҫкән ағастарға һыйынып ултырған мөһабәт йорт янында йәшелсә-емештәре ишелеп уңған баҡса үҫтереп, ҡура тултырып мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап, гөрләтеп йәшәй улар. Туғандары менән дә ваҡыт бер-береһенә ярҙам итеп аралашып йәшәйҙәр. Беҙҙең өсөн бар яҡлап өлгө булған яҡыныбыҙға тормош ике «бишле» билдәһе ҡуйған. Эйе, уның эшләгән изгелектәре, тырышлығы, матур ғүмер юлы был баһаға лайыҡ. Матур юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ, һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күпме булһа ерҙә изге теләк Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да. Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын, Тыуған көндөң һәр бер таңында. Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын, Күтәренке булһын күңелең. Именлектә, беҙҙең менән бергә Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

 Бөгөн Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматованың тыуған көнө. Яҡыныбыҙ үҙенең матур юбилейын ҡаршы ала - илле бишенсе ҡышын ҡаршылай.

1970 йылдың 27 ғинуарында Гөлсирә һәм Әхмәт Әфләтуновтарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә өсөнсө мөхәббәт емештәре булып донъяға килә ул. Матур ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләнә. «Өләсәй ҡыҙы булдым. Уҡыу осоронда Ҡарамалы ауылында яңғыҙ йәшәгән өләсәйемдә йәшәп, шул ауылда һигеҙ класс белеме алдым. Өләсәйем минең өсөн тормош мәктәбе булды. Унан бик күп эштәрҙе еренә еткереп эшләргә өйрәндем», - тип яҡын кешеһен йылы хәтирәләр менән иҫкә ала ул. - «Ә ялдарҙа, каникулдарҙа тыуған ауылыма, атай-әсәй, туғандарым янына ҡайта инем. Аллаға шөкөр, күмәк бала үҫтек. Әле лә аралашып, татыу йәшәйбеҙ».

Мәғариф өлкәһендә 35 йыл стажы булған ҡәҙерлебеҙҙең уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүе бала саҡта уҡ бөрөләнә. Бында уның тәүге уҡытыусыһы Миңһылыу Зөлҡәрнәй ҡыҙының да роле баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Ул ваҡытта хеҙмәт юлын саҡ башлап торған йәш белгестең дәрес үткәреүҙәрен яратып күҙәтә һәм үҙе лә уҡытыусы булып,тиҫтерҙәренә эш биреп, дәфтәрҙән уларҙың хаталарын тикшереп уйнай.

Изге һөнәргә булған һөйөүе ҡыҙҙы Сибай педагогия училищеһына алып килә. 1985-1989 йылдарҙа тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә ул. Кураторҙары Рәсимә Ураҡсинанан уңа  Әлфирә Әхмәт ҡыҙы. Ул студенттарҙы төрлө тематик кисәләргә, ауылдар буйлап экспедицияларға алып йөрөй, шулай уҡ музейға материал  йыйыу өҫтөндә лә эшләйҙәр. Ғөмүмән, һәр йүнәлеш буйынса үҫешәләр һәм уны әле лә эшмәкәрлектә ҡулланалар. Тырыш әүҙем булған студенҡа староста бурысын ышанып тапшыралар. Педагогия училищеһын  уңышлы тамамлағас, уны йүнәлеш буйынса Өфө ҡалаһына тәрбиәсе итеп эшкә ебәрәләр. Тел, милләт тип янған йәш белгес башҡорт төркөмө асыуға өлгәшә һәм байтаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләй.

31 декабрь Яңы йыл төнөнән күптәр ниндәйҙер мөғжизә көтә. Был көн беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ өсөн дә матур ваҡиға, танышыу көндәре булып хәтерҙәрендә һаҡлана. Мөхәббәттәрен ике йыл һынағандан һуң, 1992 йылда ике йәш йөрәк Әлфирә Әхмәт ҡыҙы менән Мансур Хәбир улы менән сәстәрен-сәскә бәйләй. 1995 йылда улар баш ҡаланан Беренсе Этҡол ауылына ҡайтып төпләнәләр. Йәш белгестәр унда ла яңы көс, дәрт менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Урындағы мәктәптә Әлфирә Әхмәт ҡыҙы хеҙмәт юлын уҡытыусы булып дауам итә. Бер үк ваҡытта ситтән тороп хеҙмәт һәм география фәндәре буйынса  уҡып, диплом алыуға өлгәшә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш, белемле педагогты  1997 йылда тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Бынан тыш, һәр ваҡыт класс етәксеһе булып эшләй. Уның сығарылыш уҡыусылары әле лә хәлен белеп, кәрәк саҡта үҙҙәре белем алған мәктәпкә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора. Уҡыусыларым - минең ғорурлығым, тип һәр саҡ уларҙы ихтирам менән телгә ала Әлфирә Әхмәт ҡыҙы. Ғөмүмән, Әлфирә Әхмәт ҡыҙы һәр башланғысын хуплап тороусы берҙәм коллективына, ата-әсәләргә, уҡыусыларына рәхмәтле.

Уҡытыусы - уның булмышы, тиер инек беҙ уның хаҡында. Сөнки үҙ эшен яратҡан әсәйебеҙ бер урында тапанып торорға яратмай. Яңы маҡсаттар, идеялар менән тик алға ынтыла. Ул етәкселек иткән «Йәш урмансылар» түңәрәге , «Йондоҙҙар» мәктәп театры йылдар дауамында уңышлы эшләй. Был түңәрәктә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың эше районда ғына түгел, республика конкурсында еңеүҙәр яулай. Ҡәҙерлебеҙҙең тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Уның тырыш эш һөҙөмтәһе булған Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ! Ә былтыр ул тағы ла юғарыраҡ наградаға - «БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Был исем барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө булды.

Мансур Хәбир улы менән Әлфирә Әхмәт ҡыҙы  өс балаға ғүмер бүләк итте. Өлкәндәре Айгиз ғаиләһе менән Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Кәләше менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Икенсе балалары - Алтынай һәм Айназ исемле игеҙәктәр. Алтынай Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика интернат-гимназияһында белем ала. Ә Айназ ауылда. Икеһе лә 8-се класс уҡыусылары, мәктәптә тик бишле билдәләренә генә өлгәшәләр.  Бәләкәй кластарҙан төрлө фәндәр буйынса фәнни-эҙләнеү эштәрендә, район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, шиғыр конкурстарында ҡатнашып, алдынғы урындар яулайҙар.

Азаматовтар спорттың сәләмәт йәшәү рәүеше икәнен дә яҡшы аңлай. Ғаилә менән саф һауала саңғыла йөрөйҙәр, районда үткән саңғы ярыштарында йыш ҡатнаштылар.

Әлфирә Әхмәт ҡыҙы эшендә абруй ҡаҙанған уҡытыусы, ғаиләһендә һөйөклө тормош иптәше, балалары өсөн хәстәрлекле һәм  ғәзиз әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан ҡартәсәй. Уның бар эшкә лә өлгөрөүенә хайран ҡалаһың: ҡасан ғына барһаң да, өҫтәлдә йылы аштар, тәмле бәлештәр,ҡайнар сәйҙәр әҙер. Шаулап үҫкән ағастарға һыйынып ултырған мөһабәт йорт янында йәшелсә-емештәре ишелеп уңған баҡса үҫтереп, ҡура тултырып мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап, гөрләтеп йәшәй улар. Туғандары менән дә ваҡыт бер-береһенә ярҙам итеп аралашып йәшәйҙәр.

Беҙҙең өсөн бар яҡлап өлгө булған яҡыныбыҙға тормош ике «бишле» билдәһе ҡуйған. Эйе, уның эшләгән изгелектәре, тырышлығы, матур ғүмер юлы был баһаға лайыҡ.

Матур юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һине, ҡәҙерлебеҙ, һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Күпме булһа ерҙә изге теләк

Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын,

Тыуған көндөң һәр бер таңында.

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелең.

Именлектә, беҙҙең менән бергә

Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

 

Ҡотлау менән - барлыҡ яҡындарың.

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас