Яңы йыл байрамында һәр кемдең иң көтөп алған персонажы - Ҡыш бабай. Кескәйҙәр уға хыялындағы бүләкте һәм тәмлекәстәр һорап хат яҙһа, өлкәндәр ҙә унан ниндәйҙер мөғжизә көтә.
Ә бит байрамдарының төп ҡунағы булған Ҡыш бабай ролен килештереп уйнау, халыҡҡа матур байрам кәйефе бүләк итер өсөн дә ҙур оҫталыҡ, артислыҡ һәләте талап ителә. «Һаҡмар»ҙың бөгөнгө ҡунағы - Таулыҡай ауылы кескәйҙәре өсөн бер нисә йылдар дауамында алмаштырғыһыҙ Ҡыш бабай булған «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәзилә Ҡоланбаева. Һеҙҙең иғтибарға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
-Рәзилә Зиннур ҡыҙы, Ҡыш бабай ролендә һеҙ нисә йыл?
-Таулыҡайға килен булып төшкәс, балалар баҡсаһына эшкә урынлаштым. Унда кескәйҙәр ҡатнашлығында төрлө байрамдар, саралар йыш үткәрә инек. Ә Яңы йыл иртәлегендә инде миңә Ҡыш бабай ролен ышанып тапшырҙылар. Сөнки, билдәле, балалар баҡсаһы коллективында ир-егеттәр эшләмәй. Кәүҙәм дә ҙур, тауышым да көр булғанға, ул ролде миңә тәҡдим иткәндәрҙер инде( көлә).
-Тимәк, һеҙ хәҙер тәжрибәле Ҡыш бабай?
-Эйе, тип әйтер инем. 30 йыл был ролде башҡарам. Ул ваҡытта өлкән улым Динис ике йәштә ине, хәҙер инде ул үҙе өс бала атаһы.
- Иң тәүҙә тулҡынландығыҙмы?
- Тәүге йылдарҙа, әлбиттә, тулҡынландым. Беренсенән, байрамды ҡарарға тип килгән ата-әсәләрҙән оялһам, икенсенән, кескәйҙәрҙе был персонаж барлығына ышандыра алһам ярар ине, тип уйландым.
-Ә хәҙер?
-Был өлкәлә йылдан-йыл тәжрибә лә тупланып, Ҡыш бабай ролен хәҙер ихлас итеп, рәхәтләнеп башҡарам. Сценарийҙы берҙе генә күҙ йүгертеп ҡарап алам да, аҙаҡ инде рәхәтләнеп һөйләйем. Был темаға ҡағылышлы йырҙар ҙа, шиғырҙар ҙа белгәс, бер ҡыйынлығы юҡ.
-Ғәҙәттә, бәләкәс балалар Ҡыш бабайҙан ҡурҡа. Һеҙҙең менән бындай хәл булдымы?
-Эйе, бәләкәс төркөмдәге ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың күбеһе йә тауыштан, йә һаҡалдан ҡурҡа. Шуға уларҙың байрам кәйефен боҙмаҫ өсөн яҡын бармаҫҡа тырышам, ә өлкән төркөмдәгеләр менән бергәләп уйнап, йырлап, бейеп рәхәтләнеп күңел асабыҙ.
-Тәрбиәләнеүселәр һеҙҙе таныймы? Әллә ысын Ҡыш бабай килгән тип ҡабул итәме?
-Мин Ҡыш бабайға оҡшайым тип, иң беренсе ултырып яйлап биттәремә гримм һалам. Ҡаштарымды, күҙҙәремде, керпегемде аҡҡа буяйым, битемде ҡыҙартам, кейенәм, тылсымлы таяғымды биҙәйем. Ҡайһы ваҡыт,улар нығыраҡ ышанһын өсөн, тәҙрә туҡылдатып, тыштан килеп инәм дә, балаларҙан һаулыҡ һорашып, һеҙҙең байрамға алыҫ яҡтарҙан пар аттарҙа килеп еттем, тиһәм, балалар ышанып, йүгереп барып тәҙрәләрҙән ҡарай. Атың ҡайҙа, тип ат таптыралар.
- Балалар баҡсаһынан тыш, был ролде тағы ҡайҙа башҡарҙығыҙ?
-Элегерәк ауыл мәҙәниәт йортонда ата-әсәләре колхозда эшләүсе балалар өсөн айырым иртәлек үтә торғайны. Шунда беҙҙең коллективты сценарийҙа ҡатнашырға саҡғыра торғайнылар. Шунда һәм округ та ойошторолған байрамда Ҡыш бабай була инем. Бынан тыш, күршеләремде, туғандарымды Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, бүләктәр тапшырып йөрөп сығам. Был образ үҙемә лә оҡшай, яҡындарым да ҡыуанып тороп ҡала.
-Ә үҙегеҙ бала саҡта Ҡыш бабайға ышана инегеҙме?
-Һәр бала кеүек беҙ ҙә уның барлығына ышандыҡ. Әхирәттәрем менән бүләктәр һорап, уға хат яҙып, шыршыға элә инек. Хәҙер ниндәй генә уйынсыҡтар юҡ. Ә беҙҙең бала саҡта хәҙерге һымаҡ магазин кәштәләре төрлө уйынсыҡтарҙан тулып ятманы. Шуға ла ябай ғына бүләктәр көттөк инде: ҡурсаҡмы, тәмлекәстәрме... 31 декабрь төнөнән һуң иртәнсәк шыршы төбөнән бүләктәрҙе алыу -бала саҡтың матур бер хәтирәһе булып әле лә күңел төбөндә һаҡлана.
-Ҡыш бабай менән иң иҫтә ҡалған ваҡиға?
-Бала саҡта булды ул. Беҙ ғаиләлә 8 бала үҫтек. Мин иң бәләкәсе инем. Ауылда өлкәндәр өсөн үткәрелгән Бал-маскарадҡа атай менән әсәй беҙҙе алып сыҡмай торғайны. Шулай бер ваҡыт беҙҙе йоҡларға һалып, үҙҙәре Шыршы байрамына китте. Төндә уянып китһәм, атайҙар беҙҙә Ҡыш бабай менән ҡунаҡ булып ултыралар. Беҙгә Ҡыш бабай килгән тип, эй аптыраным, эй ҡыуандым. Шунан кире йоҡлап киткәнмен. Иртәнсәк уяныу менән әсәйҙән, Ҡыш бабай беҙгә ниндәй бүләк алып килгән, тип һораным. Кәнфиттәр ҡалдырҙы ул һеҙгә, тип әсәй бер сеүәтә ябай ғына кәнфиттәрҙе күрһәтте.Шулай итеп мин Ҡыш бабай барлығына ҙурайғансы ышандым.
-Ҡыш бабай Яңы йыл менән ҡотлап, ниндәй теләктәрен еткерә?
-Иң ҙур теләгем, Ергә тыныслыҡ килһен, яуҙағы егеттәребеҙ тыуған яҡтарға, яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар. Яңы йыл ҡыуаныстар ғына килтерһен. Һәр кемгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар бәхете теләйем.
-Изге теләктәрегеҙ, матур әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Рәзилә Зиннур ҡыҙы. Ошо дәртегеҙ һүнмәһен, артабан да халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итеп йәшәргә яҙһын!
Альбина Байегетова әңгәмәләште.