Әсәләр - нур сәсәләр
Буранбай ауылында дәртле, талантлы халыҡ йәшәүе бер кемгә лә сер түгел. Быны ауыл мәҙәниәт йортонда үткән төрлө саралар ҙа дәлилләй . Яңыраҡ «Әсәләр - нур сәсәләр» байрамы үтте. Сараның төп ҡунаҡтары ошо ауылда йәшәүсе әсәйҙәр һәм тамашасылар булды. Байрамды ауылдың мәҙәни ойоштороусыһы Гүзәл Әминева бик матур итеп алып барҙы.
Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев донъя йәме булған әсәләрҙе, шулай уҡ Ғаилә йылында бергә йәшәүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе татыу, бәхетле ғаилә - Ҡояш һәм Зөбәйер Ишалиндарҙы тәбрикләне.Ҡәйүм Рәжәп улы Ишалиндар ғаиләһенә Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Байрам программаһы бик бай булды. Ул сәскә үҫтерергә яратҡан баҡса оҫталарын тәбрикләүҙе лә үҙ эсенә алды. Иң күп сәскә төрҙәре үҫтереүселәрҙе асыҡлау, уларҙы саҡырып бүләкләү - Буранбай ауылында элек-электән килгән матур йолаларҙың береһе. Ә ауылда улар бик күп! Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлдәр Ҡотоева егәрле, уңған сәскә үҫтереүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, матур бүләктәр биреп һөйөндөрҙө. «Иң күп сәскә» үҫтереүсе тип Миңзәлә Хәмитова танылды. Матурлыҡ яратҡан уңған ауылдашыбыҙҙың баҡса һәм ихатаһын 30 төрлө сәскә биҙәй. Шулай уҡ тәбрикләнеүселәр араһында Гүзәл Халиҡова, Рәмилә Ҡотоева, Рәхимә Ғәйетбаева, Гүзәл Раева һәм башҡаларҙың исемдәре бар.
Ауылда бер ниндәй ҙә байрам «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеүселәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығынан тыш үтмәй, тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Балаларҙың дәртле бейеүҙәре, әсәйҙәргә арнап башҡарылған йыр һәм шиғырҙар күңелдәрҙе йылытты. Матур концерт номерҙары әҙерләүсе Зарифа Аралбаеваға һәм Миңлегөл Абыҙгилдинаға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Улар балаларҙың һәләтле, талантлы булып үҫеүҙәренә бар тырышлығын һала. Шулай уҡ «Гәүһәркәй» һәм «Ынйылар» ансамбленең сығыштары концерттың матур бер биҙәге булды. «Гәүһәркәй» ансамбле барлыҡҡа килгәндән бирле унда шөғөлләнеүсе Миңлеямал Раева ла тәбрикләнде байрамда. 70 йәшлек олпат юбилейын билдәләүсе ағинәй ауыл тормошонда, мәҙәни сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Миңлеямал Ғоссам ҡыҙына һәр ваҡыт әлегеләй дәртле булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Ошо мәҡәләм аша беҙгә шундай матур байрам ойоштороусы ауыл биләмәһе хакимиәтенә, мәҙәни ойоштороусы Гүзәл Азамат ҡыҙына, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлдәр Рәжәп ҡыҙына, концерт номерҙары әҙерләгән артистарға, сараны ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Илгиз Әхмәтовҡа, Булат Шахморатовҡа һәм ошо ауылда тыуып үҫеп, ҡырҙа йәшәүсе һәм эшләүсе, һәр ваҡыт тыуған ауылын онотмай, ярҙам итергә тырышыусы Алсу Туйсинаға ысын күңелдән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Алсу Ғибат ҡыҙы улдары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы әсәләрҙе һәм яугирҙәрҙең ғаиләләрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай, бүләктәр тапшырып һөйөндөрә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, әсәләргә арналған байрамдан һәр кем рухи аҙыҡ алып, ял итеп, ҡыуанып таралышты.
Фәннүрә Раева.
Буранбай ауылы.