Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Иң ҙур баһа – рәхмәт һүҙе”

Илдар Ҡаһарманов Әбйәлил районында донъяға килһә лә, бар ғүмере Баймаҡта үтә. Ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын “Сельхозхимия” предприятиеһында башлай. Ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас, артабан ул Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығына килә  һәм ун алты йыл КамАЗ водителе булып эшләй. Һуңынан Баймаҡ АТП-һында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Бында уны иң яуаплыларҙан һаналған Баймаҡ – Магнитогорск маршрутына беркетәләр. 2017 йылда бай тәжрибә туплаған водителде мәғариф бүлегенә саҡыралар. Шул ваҡыттан алып Илдар Исхаҡ улы бында автобус водителе булып эшләй. Уҡыусыларҙы, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәрен район, республика һәм Рәсәй кимәлендә уҙған төрлө сараларға алып йөрөй...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

“Иң ҙур баһа – рәхмәт һүҙе”

Илдар Ҡаһарманов Әбйәлил районында донъяға килһә лә, бар ғүмере Баймаҡта үтә. Ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын “Сельхозхимия” предприятиеһында башлай. Ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас, артабан ул Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығына килә  һәм ун алты йыл КамАЗ водителе булып эшләй. Һуңынан Баймаҡ АТП-һында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә. Бында уны иң яуаплыларҙан һаналған Баймаҡ – Магнитогорск маршрутына беркетәләр. 2017 йылда бай тәжрибә туплаған водителде мәғариф бүлегенә саҡыралар. Шул ваҡыттан алып Илдар Исхаҡ улы бында автобус водителе булып эшләй. Уҡыусыларҙы, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәрен район, республика һәм Рәсәй кимәлендә уҙған төрлө сараларға алып йөрөй.

- Миңә беркетелгән бурыстарҙың бик яуаплы икәнлеген аңлайым, - тине Илдар Ҡаһарманов. – Шунлыҡтан һәр рейсҡа сыҡҡанда автобустың төҙөк һәм таҙа булыуы мөһим. Ҡайҙалыр барып йөрөп ҡайтҡас, пассажирҙарҙың белдергән “рәхмәт” һүҙҙәре эшем өсөн иң ҙур баһа, тип һанайым.

Илдар Ҡаһармановтың тырыш булғаны, автобусты һәр ваҡыт таҙа һәм төҙөк тотҡаны өсөн коллегалары хөрмәт итә.

Илдар Исхаҡ улы өлгөлө ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше менән матур донъя көтәләр. Әйткәндәй, Гөлнара Рәйес ҡыҙы ҡаланың “Йондоҙло” балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Матур ғаиләлә өс бала тәрбиәләнеп үҫкән. Ҡыҙҙары Айназа бөгөн Мәскәү ҡалаһында эшләй. Улдары Алмаз иһә Өфөлә төпләнгән. Улдары Ислам быйыл мәктәпте тамамлап, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортона ингән.

“Иң ҙур баһа – рәхмәт һүҙе”
“Иң ҙур баһа – рәхмәт һүҙе”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: