“Беҙҙең Рәмил ағай”
- Бала саҡта ниндәй малай водитель булырға хыялланмай икән? Миндә лә шул теләк ҙур булды. Үҫә килә күптәренең ҡарашы үҙгәрһә лә, мин бала саҡ хыялыма тоғро ҡалдым. Бөгөн водитель булараҡ, ҡырҡ өс йыл стажым бар, - тип үҙе менән таныштырҙы Ишбирҙе ауылының мәктәп автобусы водителе Рәмил Рәхимов.
Рәмил Илһам улы Йомаш ауылында тыуып үҫһә лә, бар ғүмере Ишбирҙе ауылында үтә. Ошонда уҡ ғаилә ҡора, йорт һала, балалар үҫтерә. Тормош иптәше Тәнзилә апай ҙа мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.
Рәмил Рәхимов хеҙмәт юлын Баймаҡ леспромхозында водитель булараҡ башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙә барған үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында предприятие ябылыуға дусар була. Һөҙөмтәлә күптәр эш эҙләп ситкә сығып китә. Шул сәбәпле Рәмил ағай ҙа хеҙмәт юлын “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында дауам итә. Вахта автобусында эшселәрҙе ташый. Һуңғараҡ Баймаҡ урмансылығына күсә. Бында ла автобусҡа ултыра. Бер үк ваҡытта ағас ташыған машинала ла йөрөй. 2009 йылда Рәмил ағай Себер яҡтарына сығып китергә мәжбүр була. Егерме бер йыл ғүмере шулай ситтә уҙғандан һуң, уның бәләкәй генә эш хаҡына ла риза булып, тыуған яғымда эшләр инем, тигән хыялы, ниһайәт, 2013 йылда тормошҡа аша. Рәмил Илһам улын Ишбирҙе ауылы мәктәбенә автобус водителе итеп саҡыралар. Бөгөн ул Бөрйәнйылға ауылынан – алты, Крепостной Йылайырҙан – дүрт, Йылымдан дүрт баланы мәктәпкә ташый. Бынан тыш, аҙнаһына ике тапҡыр уҡыусыларҙы Юлыҡ ауылына математика дәресенә алып бара.
- Балаларҙы үҙем уҡытып, тәрбиәләгән һымаҡмын, уларҙы ҡарап ҡына йөрөтәм, - тине Рәмил Рәхимов эше менән таныштырып. – Кемеһе кейемен онота, кемеһе сумкаһын, тигәндәй. Һәр береһенә айырым иғтибар талап ителә. Балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплылыҡ алғанмын икән, мин уны тейешенсә үтәргә тейеш.
Эшен шулай яратып башҡарғаны өсөн дә Рәмил Рәхимовтың коллегалары араһында абруйы ҙур. Уны бөтәһе лә “Беҙҙең Рәмил ағай” тип йөрөтөүҙәре лә шуны иҫбатлай.
Тәнзилә һәм Рәмил Рәхимовтар - Ишбирҙе ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе. Ҡот һәм күңел йылылығы хакимлыҡ иткән донъяларында өс бала тәрбиәләнеп үҫкән. Уларҙың барыһы ла бөгөн үҙ аллы тормош ҡороп, балалар үҫтерә. Юлиәләре – Сорғот ҡалаһында, Фидандары – Сибайҙа, кинйә ҡыҙҙары Йондоҙ Баймаҡ ҡалаһында ғаиләләре менән матур донъя көтөп, ата-әсәләренә алты ейән-ейәнсәр һөйөү бәхете бүләк иткән.