Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Туған телгә һөйөү тәрбиәләй.

Күсей ауылы мәктәбе уҡытыусыһы И. М. Латыпованың  дөйөм педагогик стажы - 26 йыл. Шуларҙың 20 йылы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология фәндәренән белем биреүгә арналған. Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы - районда тырыш, маҡсатлы, үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән һәм уҡыусыларына еткерә алған остаздарҙың береһе.

Күсей ауылы мәктәбе уҡытыусыһы И. М. Латыпованың  дөйөм педагогик стажы - 26 йыл. Шуларҙың 20 йылы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология фәндәренән белем биреүгә арналған. Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы - районда тырыш, маҡсатлы, үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән һәм уҡыусыларына еткерә алған остаздарҙың береһе.

   И. М. Латыпова 1976 йылда  Күсей ауылында ябай совхоз эшселәре ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә.1980 йылда уның иң бәләкәй ағаһы беренсе класҡа уҡырға бара. 4 йәшлек ҡыҙыҡай ҙа уға эйәреп, яйлап хәреф танырға, ижекләп уҡырға, китаптағы кеүек баҫма хәрефтәр менән яҙырға өйрәнә. «Бала саҡта һәр ваҡыт уҡытыусы булып уйнаным. Йомошҡа килгән кешеләр әсәйемә, уҡытыусы булыр ул был ҡыҙың, тип йыш әйтә торғайнылар. Алланың  «Амин» тигәненә тура килдеме, мин уҡытыусы һөнәрен һайланым», - тине ул үткәндәргә байҡау яһап. 1983 йылда урындағы мәктәпкә уҡырға бара ул. Фән тауына үрләткән, белем орлоҡтары сәсеүсе   уҡытыусыларын әле лә оло хөрмәт менән иҫкә ала.  «Тәүге уҡытыусыбыҙ Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы Исламғолованы  бөтә класыбыҙ менән яраттыҡ. Ул беҙгә дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтте. Унан һуң Нәзирә Мөжәүир ҡыҙы Хәсәнова һәм Гүзәл Йыһанур ҡыҙы Иҫәнбаева ҡулында уҡыныҡ. Йылдан-йыл белемдәребеҙ ҙә артты, матур итеп уҡырға, теүәл иҫәпләргә һәм башҡа бик күп һөнәрҙәргә өйрәтте улар беҙҙе. Ә инде  5 - се кластан мәктәпте тамамлағансы  алыштырғыһыҙ класс етәксебеҙ Рәйсә Марат ҡыҙы Абдуллина беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды.  Күңелде киткән, яралаған, кемебеҙҙелер ситкә типкән бер мәле лә булманы уның. Ғөмүмән, бер уҡытыусы ла насарлыҡ теләмәне, барыһы ла нимәгәлер өйрәтте, яманлыҡтарҙан ҡурсаланы, дөрөҫ юлдан барырға өйрәтте. Бына ошондай мөхиттә тәрбиә һәм белем алғанға  ла һайлағанмындыр ул уҡытыусы һөнәрен» ,- тине ул.

Туған тел уҡытыусыһы булараҡ, Илүзә  Мөхәмәт  ҡыҙының төп маҡсаты - уҡыусыларында туған теленән тартынмай, башҡортса таҙа итеп һөйләшергә, телде һаҡларға, үҫтерергә өйрәтеү. Шуға күрә уҡыусыларын  төрлө ижади конкурстарға, фәнни - эҙләнеү эштәрендә ҡатнаштырыр өсөн бар тырышлығын һала. Район һәм республика кимәлендәге «Игебаев уҡыуҙары», «Таңсулпан сулпылары», иншалар  конкурстарында , Кесе Фәндәр Академияһы фәнни - эҙләнеү эштәрендә уның уҡыусылары һәр ваҡыт призлы урын ала. 2015 йылда диалектология һәм топонимика буйынса ике фәнни эш менән ике уҡыусыһы Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты үткәргән конкурста ҡатнаша. Уларҙың эштәре конференцияның йыйынтығында баҫылып сыға. 2019 йылда Ролан Абдразаҡов исемле уҡыусыһы  Күсей ауылы диалектизмдары  темаһына сығыш яһап, район фәнни эҙләнеү эштәре призеры була. 2020 йылда Гөлүзә Латыпова  Күсей ауылының этнолингвистик һүҙлеге  темаһына район фәнни-эҙләнеү конкурсында сығыш яһай.

Иғлан ителгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтарында И. Латыпова телде байытыу, йолаларҙы онотмау өсөн фольклор өлгөләренә өҫтөнлөк бирә. Ә инде  фәнни эштәр башҡарғанда уҡыусылар менән диалектизмдар, Күсей ауылына ғына ҡағылышлы мәҡәл - әйтемдәр , тыйыуҙар, топонимик легендалар, риүәйәттәр яҙып алыу менән шөғөлләнәләр. Башҡорт теле көндәрендә  5-9 сы  класс уҡыусылары менән матбуғат баҫмаларына реклама видеофильмдар төшөрәләр, билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын тасуири һөйләп флешмоб үткәрәләр, туған телдә һәр төрлө интеллектуаль уйындар, ҡыҙыҡлы викторина ойошторалар. Тырыш уҡытыусы ошондай юлдар менән балаларҙа үҙе уҡытҡан фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләй!

Ошо ауылда тыуып үҫкән яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ла уҡыусыларҙың ижади эшкә ынтылышын, уҡытыусының тырышлығын күреп, Күсей ауылы мәктәбендә  үҙенең шәхси премияһын булдыра. Ул йәш  ҡәләм оҫталарын, йәғни хикәйә яҙыусыларҙы бишенсе йыл  рәттән 5 мең һум күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләй. Был дәртләндереү ҙә талантлы балаларҙың һәләтен  артабан үҫтереүҙең бер ысулы. Ошо конкурста үҙҙәрен һынап ҡараған  уҡыусылар һуңынан да башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса  төрлө конкурстарҙа призлы  урындар яулай.

Уҡыусыларҙың дөйөм дәүләт имтихандарында башҡорт теленән дә, рус теленән дә, биологиянан да яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә ошо фәндәрҙән белем биргән Илүзә Мөхәмәт ҡыҙының ҙур тырышлығы ята.  

 Күсей ауылы талантлы шәхестәргә бай. Шуға ла мәктәптә уларға арналған ижади саралар  йыш ойошторола. Ниндәй генә сара үтһә лә уларға сценарийҙар яҙыу И.М. Латыпова иңенә йөкмәтелә. 2017 йылда «Күсей ауылы феномены» республика форумына ла сценарий яҙыу, доклау әҙерләү, алып барыу эшен дә  уға ышанып тапшыралар.

Тынғыһыҙ уҡытыусы туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр артында. Уның киләсәккә уй - ниәттәре  бихисап. Диалектология, этнолингвистика өлкәһендә артабан эште дауам итеү, уҡыусыларҙың ижади эштәрен китап итеп туплау хыялы менән яна ул. Илүзә Мөхәмәт ҡыҙының хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйһе ҡала. Тап һеҙҙең ише уҡытыусылар - районыбыҙ ғорурлығы.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: