Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң мөһиме - үҙ эшеңде яратыу

Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ә. И. Исмәғилева ла ғүмерен ошо изге һәнәргә бағышлаған, балаларға аң-белем биреү өсөн күп көс һалған уҡытыусыларҙың береһе. Уның педагогик стажы - 33 йыл.

Иң мөһиме - үҙ эшеңде яратыу  

 Уҡытыусы булыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәйҙер. Сөнки  был һөнәрҙе бөтә һөнәрҙәрҙең башланғысы, тип әйтергә лә мөмкиндер. Балаларҙы хәреф танырға,  уҡырға-яҙырға өйрәтеүсе, фән тауына үрләтеүсе, һәр яҡлап таланттарын асырға тырышыусы, уны үҫтерергә тырышыусы ул уҡытыусы.

 Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ә. И. Исмәғилева ла ғүмерен ошо изге һәнәргә бағышлаған, балаларға аң-белем биреү өсөн күп көс һалған уҡытыусыларҙың береһе. Уның педагогик стажы - 33 йыл.

Ҡыуат ауылы ҡыҙы Әлфинә Ишкилде ҡыҙы Әбделкәрим урта мәктәбен тамамлағас, 1987 йылда  Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының «Башланғыс кластар методикаһы һәм педагогикаһы» бүлегенә уҡырға инә. 1991 йылда уны уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Башланғыс кластар уҡытыусы булып 30 йыл эшләй ул. Ошо ваҡыт эсендә бик күп кескәйҙәргә башланғыс белем  биреп, улар тормошона киләсәккә нигеҙ һалыуға булышлыҡ итә.

2016 йылда рус  һәм башҡорт телдәре  буйынса икенсе юғары белем ала.  Әле Әлфинә Ишкилде ҡыҙы урындағы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.  «Балаларҙа үҙем уҡытҡан фән буйынса төплө белем бирергә тырышам. Ата-әсәһенә улар нисек яҡын, миңә лә һәр береһе ғәзиз һәм ҡәҙерле. Уларға ҡарата йомшаҡ та, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан да булырға кәрәк.  Уҡыусыларға яҡшы белем биреү өсөн уҡытыусы үҙе белемле булырға, уны арттырыу  өҫтөндә эшләргә тейештер. Мин  дә яңылыҡтарға ынтылып, төрлө видео-дәрестәр тыңлайым. Баланың дәрестә һәр нәмәһенә - уҡыуына, яҙыуына, дәфтәренә, матур итеп һөйләшеүенә, кеше менән аралаша белеүенә, шулай уҡ   парта артында дөрөҫ ултырыуына иғтибар итергә кәрәк», тип тәжрибәле уҡытыусы үҙ фекерҙәре менән дә бүлеште.

Ә.И. Исмәғилева уҡыусылары менән район кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә, алдынғы урындар яулай.

Эшендә абруйлы хеҙмәткәр, тормош иптәше өсөн- яғымлы ҡатын, балалары өсөн хәстәрлекле әсәй, ейән- ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан өләсәй ул Әлфинә Ишкилде ҡыҙы. Рәмил Рафаэль  менән ике ҡыҙға  Рәзилә һәм Гүзәлиәгә ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән ҡыҙҙары  Рәзиләнең   үҙ ғаиләһе бар. Улар тормош иптәше менән  менән  ике бала үҫтерәләр.  

 Әлфинә ханым мәктәп тормошонан тыш, йорт эштәрендә лә булышырға ваҡыт таба. Улар шәхси хужалыҡтарында мал аҫрайҙар, ҡош - ҡорт көтәләр, баҡса үҫтерәләр.  Баҡсала һәр төрлө йәшелсә, емеш - еләк ишелеп уңа.  Уңған хужабикә уларҙан ҡышҡылыҡҡа төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләй. Ә инде ихаталағы  аллы-гөллө сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша.

Алдынғы ҡарашлы, үҙ эшен яратҡан,  уны бөтә күңелен һалып башҡарған Әлфинә Ишкилде ҡыҙына киләсәктә лә уҡыусыларын шатландырып, уларҙы аңлап, ихласлыҡтарын һүндермәй, белемгә ҡыҙыҡһыныуҙарын уятып, тағы ла оҙаҡ йылдар эшләргә яҙһын!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: