Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Илһамығыҙ дөрләп китер, килегеҙ Әбйәлилгә!

Әбйәлил районының "Мөғжизә"фольклор ансамбле Яҙыусылар союзын 90 йәшлек оло юбилейы айҡанлы таҡмаҡ башҡара. Һай, афарин үҙҙәренә! Әйткәндәй, ансамблдең етәксеһе Разыя Насырйән ҡыҙы Ғиззәтова. Ә бына таҡмаҡ авторы - Башҡортостандың халыҡ шағиры, РФ һәм РБ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева була. Билдәле шағирәбеҙ байрамға арнап ошондай матур таҡмаҡ сығарған.   

Әбйәлил районының "Мөғжизә"фольклор ансамбле Яҙыусылар союзын 90 йәшлек оло юбилейы айҡанлы таҡмаҡ башҡара. Һай, афарин үҙҙәренә! 
Әйткәндәй, ансамблдең етәксеһе Разыя Насырйән ҡыҙы Ғиззәтова. Ә бына таҡмаҡ авторы - Башҡортостандың халыҡ шағиры, РФ һәм РБ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева була. Билдәле шағирәбеҙ байрамға арнап ошондай матур таҡмаҡ сығарған. 

Һүҙ - таҡмаҡсыларға! 


Языусының эш ҡоралы-
Аҡ ҡагыҙ менән ҡәләм.
Яратҡан языусыларға
Әбйәлилдәрҙән сәләм!

90 йәш тә тулған икән
Һеҙҙең союзығыҙға.
Өмөтлө һәм тура булһын
Алдағы юлығыҙ ҙа.

Ихтирамға, данға лайыҡ
Яҙыусы тигән исем:
Халҡым, илем, телем,- тиеп,
Янып йәшәгән өсөн.

Һеҙҙең китаптарҙы уҡып,
Йәшәргә өйрәнәбеҙ.
Яҡтылыҡҡа,матурлыҡҡа --
Ынтылабыҙ үргә беҙ.

Һеҙҙең фәһемле китаптар--
Ғүмерлек дуҫтарыбыҙ.
Йөрәктәргә дәрт өҫтәһен
Гел илһам уттарығыҙ.


Китап яратҡан кешенең
Аңы зирәк,күп белә.
'Китап байрамы" тип үтә
Ҙур тантана Өфөлә

Әбйәлилдә лә үтер ул
Гөрләп китап байрамы.
Беҙҙә китап һөйгәндәр ҙә,
Әҙиптәр ҙә бар әле.

Йыр-таҡмағыбыҙ күп тә ул,
Етеп торор әлегә.
Илһамығыҙ дөрләп китер,
Килегеҙ Әбйәлилгә!

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: