Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ юбилейын билдәләй

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән Илшат Тажетдиновҡа 55 йәш тула

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ юбилейын билдәләй
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ юбилейын билдәләй

Илшат Азамат улы Тажетдиновты район һәм республика халҡы билдәле дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, ғалим-иҡтисадсы, тыуған төбәгенең һәм Башҡортостанының ысын патриоты булараҡ белә. 13 йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары һәм Хөкүмәт Аппараты етәксеһе булып эшләү осоронда И.А. Тажетдинов республикабыҙҙы үҫтереүгә күп көс һалды, ҙур абруй ҡаҙанған дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән булып танылды. Тап уның ныҡышмалы хеҙмәте менән республикала ғәйәт ҙур проекттар тормошҡа ашырылды, Башҡортостанды социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса мәсьәләләр уңышлы хәл ителде. Һуңғы йылдарҙа яҡташыбыҙ федераль милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнде, был осорҙа республикала байтаҡ объекттар төҙөлдө, капиталь ремонтланды һәм модернизацияланды.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары вазифаһында ла ул республикабыҙҙы үҫтереү буйынса ал-ял белмәй эшләй.

Илшат Азамат улы бер ҡасан да тыуған районын, тыуған ауылын онотманы. Ул Баймаҡ ҡалаһы һәм районын социаль-иҡтисади үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе, даими рәүештә тыуған төйәгендә эш сәфәрҙәре менән булды. Икенсе Этҡол ауылы И.А. Тажетдиновтың шәхсән ярҙамы һәм хәстәрлеге арҡаһында яңы һулыш кисерҙе, бында социаль-мәҙәни объекттар төҙөлдө һәм реконструкцияланды. Бының өсөн баймаҡтар һәм тыуған ауылы халҡы Илшат Азамат улына әле лә оло рәхмәтле.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн И.А. Тажетдинов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеме, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев, “Халыҡтар дуҫлығы”, Рәсәйҙең “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Илшат Тажетдиновты күркәм юбилейы менән ысын йөрәктән тәбрикләп, иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Халыҡ мәнфәғәтендә башҡарған изге эштәрегеҙ дауамлы булһын!

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: