Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Музейҙар киләсәккә лә күпер һуҙа

“Музейҙа фондты тулыландырыу эше һәр ваҡыт алып барыла, төрлө тематик күргәҙмәләр ойошторола. Әле экспонаттарҙы дәүләт каталогына индереү буйынса ҙур эш алып барыла. Уҡыусыларҙың класс менән музейҙа йыш булыуы ҡыуандыра. Улар  төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда ла ярҙам һорап киләләр, тарих менән ҡыҙыҡһыналар”, - ти музей хеҙмәткәрҙәре.

Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар киләсәккә лә күпер һуҙа

Бөгөн Халыҡ-ара музейҙар көнө билдәләнә. Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнешелә тап тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыуҙан тора ла инде.  Йыл һайын 18 майҙа Халыҡ-ара музейҙар көнө  үткәрелә. Был көн бөтә донъяла 1977 йылдан билдәләнә. Халыҡ-ара музейҙар көнө йылдың-йылы популяр була бара.

Башҡортостан Республикаһында 96 музей бар, улар Өфөлә генә түгел, республиканың ҡала һәм райондарында урынлашҡан, байтаҡ ауылдарҙа һәм мәктәптәрҙә лә музей мөйөштәре ойошторолған.

Баймаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы 1979 йылда асылған. Уның ике бүлеге бар: Төркмән ауылында Ғата Сөләймәнов исемендәге һәм Урғаҙа ауылында “Сиҙәм” музейҙары эшләй. Әлеге көндә ошо музейҙарҙа  районыбыҙҙың тарихын сағылдырған 12 307 экспонат, шул иҫәптән  төп фондта 8 356, ғилми-ярҙамсы фондта 3 951экспонат бар.

Баймаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында төрлө ҡомартҡылар, диорама, фотолар, стендтар менән байытылған этнография, Алтын, Хәрби дан, Шәжәрә залдары бар. Этнография залы Урал аръяғы башҡорттарының көнкүрешенә, мәҙәниәтенә арнала. Тирмә, тире-күндән, ағастан яһалған көнкүреш әйберҙәре, ҡорамалдар, йорт ҡаралтыһы, ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫ кейемдәре, биҙәүестәр, ҡул эштәре өлгөләре, айыу, бүре, илек, бурһыҡ һындары урын алған.

     Алтын залы районыбыҙҙа сәнәғәт үҫешенә – Баймаҡ районында алтын табыу эшенә арнала. Бында алтын йыуыусыларҙың эш ҡоралдарын, Түбә руда идаралығының эшмәкәрлегенә арналған фотостенд һәм документтар, минералогик коллекцияны, ҡул менән алтын йыуыу процесын күрергә була.

       Хәрби дан залы беҙҙең район биләмәһендә булып үткән аяныслы ваҡиғаларҙы сағылдыра. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар хаҡында һөйләй. Шулай уҡ бында хәрби ҡоралдар менән танышырға мөмкин.

     Шәжәрә залы Баймаҡ ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихына, ошонда башлап йәшәгән кешеләрҙең шәжәрәһенә, районыбыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр һәм ғорурланырлыҡ ҡаҙаныштарға арнала.

Баймаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәилә Мөйәссәр ҡыҙы Галина ике тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт юлын музей эшенә бағышлаған. Ошо йылдар эсендә ул музей фондын тулыландырыуға күп көс һалған. Төп фонд һаҡлаусыһы Сәлимә Фәрит ҡыҙы Кейекбирҙина экспонаттарҙы һаҡлау, тәртиптә тотоу өсөн яуаплы. “Музейҙа фондты тулыландырыу эше һәр ваҡыт алып барыла, төрлө тематик күргәҙмәләр ойошторола. Әле экспонаттарҙы дәүләт каталогына индереү буйынса ҙур эш алып барыла. Уҡыусыларҙың класс менән музейҙа йыш булыуы ҡыуандыра. Улар  төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда ла ярҙам һорап киләләр, тарих менән ҡыҙыҡһыналар”, - ти музей хеҙмәткәрҙәре.

Музей  менән танышҡан һайын,  әллә күпме  яңылыҡҡа юлығаһың, хатта  асыштар яһайһың,  тарих  һуҡмаҡтарын ҡыҙыраһың. Ҡомартҡылар серен аса, һүрәттәрҙәге шәхестәр йәнләнә, ваҡиғалар  күҙ алдынан үтә. 

Музейҙарҙа үткәндәрҙе гиҙәбеҙ, уҙған тарихтарҙы, шәхестәрҙе барлайбыҙ. Шуны ла онотмаһаҡ ине: музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа, улар һаҡлаған хәтер  беҙгә һабаҡ та, фәһем дә  бирә. 

Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар  киләсәккә лә  күпер һуҙа
Музейҙар киләсәккә лә күпер һуҙа
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: