Аҡ халатлы фәрештә.
Һүҙем - хеҙмәт кенәгәһендә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының шәфҡәт туташы тигән бер генә яҙыуы булған, аҡ халатлы фәрештә апайым хаҡында. Ишбирҙе ауылында ишле ғәиләлә тыуып үҫеп, ата - әсәйебеҙҙең матур тәрбиәһен алған Әнисә Зәки ҡыҙы Мөрсәлимова бына 40 йыл инде шәфҡәт туташы булып эшләй. Сибай медицина колледжын уңышлы тамамлай.
Апайым үҙенең эшен бик яратып башҡара. Сабыр холҡло Әнисә Зәки ҡыҙы бына 15 йыл инде кардиолог менән бергәләр. Врач яҙған күрһәтмәләрҙе пациенттарға төплө итеп аңлата, бер ваҡытта ла тауыш күтәреп, асыулы сырайын күрмәҫһең апайымдың. Тормош юлдашын да ошо Баймаҡ ерендә таба ла инде Әнисә Зәки ҡыҙы. Аллабирҙе еҙнәйем менән бер ул үҫтерәләр. Апайым бик тәмле итеп бешеренергә, гөл -сәскәләр үҫтерергә ярата, барыһына ла өлгөрә. Күпләп мал, ҡош р-ҡорт үҫтерәләр. Хаҡлы ялда булһа ла һаман да һаулыҡ һағында, ял ит инде тигән кәңәшебеҙгә бына нимә тип яуап бирҙе ул: "Эшемдән ләззәт алам, күңел тыныслығы табам". Мин апайымды Шәфҡәт туташтары көнө менән тәбрик итәм. Һаулыҡ - ҙур байлыҡ шул байлыҡтан айырмаһын Хоҙайым.
Әнисә Зәки ҡыҙы юғары категориялы тәжрибәле шәфҡәт туташы. Ул үҙенең кәңәштәре менән дә уртаҡлашты: "Йөрәгегеҙҙе һаҡлағыҙ, бер ваҡытта ла, бер ҡайҙа ла ашыҡмағыҙ, тормоштан, һәр көндән ләззәт алып йәшәгеҙ, сәләмәт тормош һәм әлбиттә, иманлы булайыҡтар".
Апай! Һөнәри байрамығыҙ мөбәрәк булһын, эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Хәҙисә Райманова.