Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мин – янғын һүндереүсе!

– Янғын һүндереүсе – һөнәр түгел, ә күңел талабы ул. Беҙҙең бурыс – бәләгә тарыған кешегә беренсе булып ярҙамға ташланыу, – тине Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 114-се янғын һүндереү часының бүлексә командиры Рифат Зиннәт улы. – Дөрөҫ, бындай саҡта беҙҙән ҡыйыулыҡ та, һөнәри оҫталыҡ та талап ителә. Сөнки халыҡҡа ҡурҡыныс янаған ергә янғын һүндереүселәр беренсе булып ташлана. Беҙҙең часта тап шундай ҡуш йөрәкле, ышаныслы ҡотҡарыусылар тупланған. Улар менән бергә бер ниндәй икеләнеүһеҙ утҡа ла, һыуға ла инергә мөмкин.

Мин – янғын һүндереүсе!

- Янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусы булыу – бала саҡтан килгән хыялым, - тине 114-се янғын һүндереү часының дүртенсе ҡарауыл бүлексәһе командиры Рифат Әлибаев. – Шул теләгем мине бында алып килде лә инде. Бөгөн мин – янғын һүндереүсе!

Рифат Зиннәт улы Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының 105-се һөнәрселек училищеһына уҡырға килә. Артабан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ир-егеттәр мәктәбе үткәс, 2014 йылда бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында 114-се янғын һүндереү часына килә.

Рифат Әлибаев тәүге биш йылда янғын һүндереүсе булып эшләй. Һөнәри кимәлен арттырғаны, үҙенә талапсан, бурыстарына яуаплы ҡарағаны һәм һәр эште урынына еткереп башҡарғаны өсөн уны 2019 йылда бүлексә командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Һайлап алған һөнәрен бөгөн ул ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

– Янғын һүндереүсе – һөнәр түгел, ә күңел талабы ул. Беҙҙең бурыс – бәләгә тарыған кешегә беренсе булып ярҙамға ташланыу, – тине Рифат Зиннәт улы. – Дөрөҫ, бындай саҡта беҙҙән ҡыйыулыҡ та, һөнәри оҫталыҡ та талап ителә. Сөнки халыҡҡа ҡурҡыныс янаған ергә янғын һүндереүселәр беренсе булып ташлана. Беҙҙең часта тап шундай ҡуш йөрәкле, ышаныслы ҡотҡарыусылар тупланған. Улар менән бергә бер ниндәй икеләнеүһеҙ утҡа ла, һыуға ла инергә мөмкин.

Рифат Әлибаев фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының һәм район хакимиәте башлығының  Почет грамотаһы, “Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына – 375 йыл” миҙалы менән наградланған.

Айгөл һәм Рифат Әлибаевтар бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһында:

Мин – янғын һүндереүсе!
Мин – янғын һүндереүсе!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: