Бөтә яңылыҡтар

Бында ерле халыҡ йәшәй

Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар. Улар йәшәйеше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән айырыла. Ә шулай ҙа ерле халыҡ йәшәгән төбәк көслөләрҙән һанала. Ишбирҙе биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәрҙең барыһының да тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Шуның менән дә беҙ берҙәм һәм көслө...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге бар. Улар йәшәйеше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән айырыла. Ә шулай ҙа ерле халыҡ йәшәгән төбәк көслөләрҙән һанала. Ишбирҙе биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәрҙең барыһының да тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Шуның менән дә беҙ берҙәм һәм көслө.

- Ишбирҙе биләмәһенә Ишбирҙе, Йылым, Бөрйәнйылға һәм Крепостной Йылайыр ауылдары ҡарай. 339 хужалыҡта 978 кеше йәшәй. Мин хакимиәткә эшкә килгәндә ауылдар ҙа ҙурыраҡ ине, халыҡ та күберәк ине, - тине әңгәмәне борсолоуҙан башланы Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Лиза Рәфҡәт ҡыҙы. – Улар һаны йылдан-йыл кәмей. Ләкин ҙур ауылға ни кәрәк – бәләкәсенә лә шул талап ителә, тиҙәр. Халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн күп көс һалабыҙ. Беҙҙең алда улар өсөн яуаплылыҡ һәр ваҡыт беренсе урында килә. 

Ысынлап та һуңғы йылдарҙа Ишбирҙе ауыл биләмәһендә күп эштәр башҡарыла. Быға республика һәм федераль программалар этәргес көс бирә. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы өс йыл рәттән Ишбирҙе мәктәбендә төҙөкләндереү эштәре атҡарылды. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде ремонтлау һәм арт-объект ҡуйыу планлаштырыла. “Аныҡ эштәр” программаһы иһә башлыса урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Йылым ауылының Раш ҡоҙоғо ла уның ярҙамында икенсе һулыш алған. Былтыр иһә БР-ҙың “Экология һәм тәбиғәт ресурстары” программаһы Ишбирҙенең тәүҙә Йылҡы, һуңынан Тәтек шишмәләрен төҙөкләндереү мөмкинселеген биргән. Эшҡыуарҙар Мөнир Дәүләткилдин менән Юнир Халиҡовтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыуға өлгәшкән.  

- Бөгөн беҙҙең төп эштәребеҙҙең береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, - тине Лиза Оморҙаҡова. – Даими рәүештә гуманитар ярҙам әҙерләйбеҙ. Был тәңгәлдә һәр кем үҙ бурысын аңлап ҡабул итә. Беҙҙә халыҡ әүҙем. Тәмле күстәнәстәрен, йылы ойоҡ-бирсәткәләрен шунда уҡ әҙерләп тапшыралар. Шулай уҡ яугирҙәрҙең ғаиләләрен дә даими иғтибар үҙәгендә тотабыҙ. Бынан тыш, ауыр хәлдә, социаль хәүеф тыуҙырған, физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм яңғыҙ йәшәгәндәр айырым контролгә алынған. Даими рейдтар үтеп тора. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтеү буйынса эш алып барыла.

Ауылда ниндәй генә сара булмаһын, ауыл халҡы дәррәү күтәрелеп сыға. Ауыл Советы депутаттары, бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ҡоролтай ағзалары һәр башланғыста ла башлап йөрөүсе. “Таҙа яр”, “Таҙа урман”, “Йәшел Башҡортостан”, “Таҙа кесаҙна”, “Еңеү баҡсаһы” кеүек экологик өмәләр даими уҙа. Был сараларға халыҡты өгөтләү ҙә кәрәкмәй. Һәр кем ҙур теләк менән ҡатнаша. Ташландыҡ биләмәләрҙе, аллея һәм скверҙарҙың ҡоймалары төҙөкләндерелә. Урындағы зыяраттарҙы, иман йорто – мәсетте тәртиптә тотоуға ҙур иғтибар бүленә.

Ауылда сәләмәт тормош алып барыуға айырым иғтибар бирелә. Ишбирҙелә “Урал” спорт үҙәге асылды. Шәхси эшҡыуар Радик Иҙелбаев бөтә сығымды үҙе күтәреп, ауылдаштарына ҙур бүләк эшләне.

- Эшләнгән эштәр ни тиклем күп булһа ла, алда торғандары ла байтаҡ, - тине Лиза Оморҙаҡова әңгәмәне дауам итеп. - Быйыл тәбиғи газ селтәрен һуҙыуҙы тамамлап, йорттарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу буйынса эштәрҙе башларға уйлайбыҙ. Йылайыр аша һалынған күпергә ремонт талап ителә. Ауыл халҡын шулай уҡ юл мәсьәләһе лә борсой. Киләсәктә иһә өлгәшелгәндәр менән туҡталып ҡалмаҫҡа, артабан да халыҡ менән эшләргә, килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә иҫәп тотабыҙ.

Бына ошондай барлыҡ эштәрҙе атҡарып сығыуҙа ауыл биләмәһе башлығына эштәр идарасыһы ышаныслы терәк булып тора ла инде. Лиза Оморҙаҡова тап шундайҙарҙан һанала. Ул 2001 йылдан алып ошо вазифаны үҙ иңенә алған. Бөгөн ул бишенсе ауыл биләмәһе башлығы менән эшләй. Тимәк, үҙен ышаныслы һәм тәжрибәле белгес итеп күрһәтеүгә өлгәшкән. Оҙайлы йылдар халыҡ менән эшләү дәүерендә ул ауылдаштарының тормошо, яҙмышы менән яҡындан таныш. Уларҙың мөрәжәғәт итеп, күҙ терәп килгән һорауҙарын һәр ваҡыт хәл итергә тырыша.

Лиза Рәфҡәт ҡыҙы – Юлыҡ ауылы ҡыҙы. Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлап, иҡтисадсы һөнәрен алған. Хеҙмәт юлын “Һаҡмар” колхозында башлай. Белемен камиллаштырыу маҡсатында БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә һәм ситтән тороп “Юриспруденция” һөнәрен ала. 1989 йылда Ишбирҙе ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йыл элек оҙайлы ауырыуҙан һуң ул вафат булып ҡалған. Бөгөн улдары Илнар ғаиләһе менән ауылда төпләнгән. Ҡыҙҙары Айзилә ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй. Икеһе лә юғары белем алыуға өлгәшкән. Наҙгөл - Сибай медицина колледжының өсөнсө курс студенты.

Ысынлап та, ауыл биләмәһе хакимиәте власть органдары менән халыҡ араһында булған күперҙе тоташтырыусы. Мөһим мәсьәләләр менән халыҡ урындағы власҡа күҙ терәп бара. Шунлыҡтан үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшләүенә күп нәмә бәйле.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото: Лиза Оморҙаҡова.

Бында ерле халыҡ йәшәй
Бында ерле халыҡ йәшәй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: