- Телескоп ярҙамында йыһанды тәүге тапҡыр күҙләгән кеше – Галилео Галилей.
- Тирә-йүндәге температура, дымлылыҡ һәм башҡа факторҙар үҫемлектәрҙең еҫенә лә йоғонто яһай икән. Шуға ла йыһанда рауза сәскәһе бөтөнләй икенсе төрлө еҫ бөркә. Уны япон хушбуйына ла “тултырғандар”.
- Йыһанда тауыш юҡ.
- Беҙҙекеләр иң беренсе Лайка исемле этте осороп ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кислород бөтә һәм хайуанҡай Ергә кире әйләнеп ҡайтмай.
- Бактериялар йыһанда 2 тапҡырға тиҙерәк үрсей.
- Ҡояш системаһында Айға оҡшаш 180-ләп “юлдаш” теркәлгән.
- Венера иң эҫе планета һанала, унда Цельсий буйынса 462 градус икән!
- Марста йыһандағы иң бейек тау бар. 25 саҡрымлыҡ the Olympus Mons Эверестан 3 тапҡыр бейегерәк.
- Ҡояш шундай ҙур, унда 1 миллион 300 мең Ер һыйыр ине.
- Айҙа ел юҡ, шуға ундағы эҙҙәр мәңгелеккә ҡаласаҡ.
- Барлыҡ планеталар ҙа аллалар исемен йөрөтә. Ерҙән башҡа.
- Нептун 1846 йылда асыла. Ул әлегә Ҡояш тирәләй бер генә тапҡыр әйләнеп өлгөргән. Сөнки бының өсөн 165 йыл кәрәк уға!
- Рәсми рәүештә йыһан Ерҙән 50 километрға күтәрелгәс башлана.
- 1968 йылдың 27 мартында тәүге космонавт Юрий Гагарин фажиғәле һәләк була – аныҡ сәбәптәре әлегә тиклем билдәһеҙ. Уға ни бары 34 йәш була..
Сығанаҡ: https://yanshishma.com/articles/bylar-y-y-ly-/2024-04-12/yy-an-ha-ynda-3724684?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында эшләнде: kandinsky-download-1712901674381