-3 °С
Болотло
Әйенселәү (ҡайһы яҡтарҙа уны “әйселәү”, “байрамсылау” һ.б. тип тә әйтәләр) – башҡорт халҡының бик борондан килгән йолаһы. Уның тамырҙары исламға тиклемге осорҙарға барып тоташа. Артабан ул ислам дине йолалары менән бергә уҡмашып, Ураҙа һәм Ҡорбан айыты, йәғни байрамы көнө балалар борон-борондан, тоҡсай тотоп, өйҙән-өйгә йөрөп, әйенселәгән. Өй һайын ололар уларҙың тоҡсайҙарына тәм-том, ризыҡ-тәғәм һалып сығарған. Хәҙерге көндә лә ошо йола һаҡлана Аллаға Шөкөр . Балаларҙың ҡыуанысын , шатлығын күреү -ул үҙе ҙур бәхет Һаулыҡ ,йорт-илдәр тыныс булһын .,халыҡ бергә -берҙәм татыу йәшәһен .Боронғо йолалар онотолмаһын.
Рәсимә Халиҡова.