Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Балаҫ һуғыу оҫтаһы

Таһир ауылынан “Ағинәйҙәр” ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе - Ғәшүрә Рауилова. Уны балаҫ һуғыу оҫтаһы булараҡ беләләр. Ысынлап та, оҫта ҡуллы Ғәшүрә Билал ҡыҙы тыуҙырған балаҫтар күҙҙең яуын алырлыҡ, уларға йәйғор нурҙары күскән.

Таһир ауылынан “Ағинәйҙәр” ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе - Ғәшүрә Рауилова. Уны балаҫ һуғыу оҫтаһы булараҡ беләләр. Ысынлап та, оҫта ҡуллы Ғәшүрә Билал ҡыҙы тыуҙырған балаҫтар күҙҙең яуын алырлыҡ, уларға йәйғор нурҙары күскән.

- Әсәйем элек балаҫ һуҡты, - тине Ғәшүрә апай. - Башҡаларға ла эшләп бирә торғайны. Ул саҡта әсәйемдең был шөғөлөнә күңел дә һалмағанмын инде. Хәҙер иһә асылыбыҙға ҡайтып, башҡорт халҡының кәсептәрен, йолаларын тергеҙеүгә иғтибар артҡас, ағинәйҙәр менән берлектә ошо йүнәлештә эшләйбеҙ. Әсәйемдән ҡалған балаҫты бик ҡәҙерләп һаҡлайым. Уны һабантауйҙарға, күргәҙмәләргә лә алып йөрөнөк. Уның өлгөһөндә балаҫ һуғып алыусылар булды.

Ғәшүрә Билал ҡыҙы - Бөрйән районы ҡыҙы. 1953 йылда Нәби ауылында тыуып үҫә. Урындағы мәктәптең 4-се класын, Байназар урта мәктәбен тамамлай. Йәшлек дәрте менән тиҫтерҙәренә эйәреп һауынсы булып та эшләй. Һуңынан магазинда һатыусы була. Яҙмыш ҡушыуы буйынса 1981 йылда ике улы менән Таһир ауылына килен булып төшә. Ғаиләне тулыландырып һәм йәм өҫтәп, тағы ла ике ул һәм бер ҡыҙ донъяға ауаз һала. Бөгөн уларҙың барыһы ла үҙ аллы тормош ҡороп, матур итеп донъя көтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәшүрә апайҙың тормош иптәше өс йыл элек вафат булып ҡалған.

Бөгөн Ғәшүрә Билал ҡыҙы ағинәйҙәр менән бергә йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Ун дүрт йыл элек әсәһенең тоҡҡа һалып элеп ҡуйылған балаҫ һуғыу станогын табып ала. Шул ваҡыттан алып ул ҡәҙерле кешеһенең ҡомартҡыһын ҡулынан төшөрмәй. Оҫта ҡуллы апайҙарҙан балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнә. Бөгөн уның тиҫтәләгән балаҫы бар. Ҡул эштәре Таһир ауылының “Ағинәйҙәр” бүлмәһен биҙәй.

Ғәшүрә апай балаҫтарҙың төрлөһөн һуға. Төҫлө йөндән дә, сиратылған тауарҙан да матур биҙәктәр һалып эшләй ул. Ағинәйҙәр менән берлектә халҡыбыҙҙың кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә һәм улар нигеҙендә йәш быуынды тәрбиәләү буйынса ҙур эштәр алып бара.

Әйткәндәй, бөтмөр, уңған, һәр эште урынына еткереп башҡарырға яратҡан  һәм таҙалыҡ, бөхтәлек яратҡан Ғәшүрә апай бишбармаҡ, туҡмастарҙы ла тәмле итеп ҡырҡа. Байрамдарға, аяттарға, туйҙарға унан күпләп ҡырҡтырып алалар. Шуның өсөн дә уның ауылдаштарының араһында абруйы ҙур.

Лилиә ТАКАЕВА.

Балаҫ һуғыу оҫтаһы
Балаҫ һуғыу оҫтаһы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: