Илүзә Мөхәмәтйәнова, Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе, 2000 йылда тыуған:
- Ниндәй генә йыл килеүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек килһен, тип көтәбеҙ. Тормошобоҙ тағы ла яҡшыраҡ юлдан барһын, тип өмөтләнәбеҙ.
- Йөҙәр йыллап йәшәгән йылан мең йылдан юхаға әйләнә, тиҙәр. Шуға күрә лә “аждаһалар” бер ҡараһаң ҡыҙыу, бер ҡараһаң уларҙан да тыныс йән эйәһе юҡ. Ҡыҙыу, тигәнде насар яҡтан әйтмәйем. Улар тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға ярата. Тоталар ҙа эшләй башлайҙар, көтөп тормайҙар. “Аждаһалар” үҙҙәрен, яҡындарын яҡлай һәм ҡурсалай белә.
- Ҡыш бабайҙың барлығына бәләкәй саҡта кем генә ышанмай икән? Мин дә шулар иҫәбендә инем. Беренсе класта уҡығанда бер ҡыҙыҡай, атай-әсәйенең шыршы аҫтына бүләк һалғанын күрҙем, ә улар Ҡыш бабай ҡалдырған, тип алданылар, тигәненән алып уның барлығына ышанмай башланым.
- Йыл һайын Германияла йәшәүселәр Яңы йылдан алдынан ике аҙна алдан Штоллен тигән кекс бешерәләр ҙә майлап, сироп һөртөп, ике аҙнаға ултыртып ҡуялар. Ул байрам өҫтәленең бер биҙәге булып тора. Һуңғы өс йылда мин дә шуны бешерә башланым. Бигерәк тәмле килеп сыға. Һеҙгә лә кәңәш итәм.