Әлфирә Хәлитова, Түбә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, 1976 йылда тыуған:
- Яңы йылға яҡты өмөттәр бағлайым. Ҡеүәтле, шундай көслө йән эйәһе һәр нәмәне үҙ урынына ултыртыр, тип уйлайым. Донъялар именлеге, тыныслыҡ теләйем.
- “Аждаһалар” ғәҙеллек ярата. Ике йөҙлөлөктө, алдашыуҙы үҙһенмәй. Күҙгә ҡарап, тураһын әйтәләр. Улар сабыр, ләкин уларҙың түҙемлеген һынарға ярамай.
- Ҡыш бабайҙың барлығына бала саҡта ла ышанмай торғайным. Ләкин башҡалар кеүек мин дә унан ниндәйҙер мөғжизә көтә инем. Хәҙер иһә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролен ҡабул итеп, балаларға байрам кәйефе булдырыу өсөн тырышабыҙ.
- Яңы йылды һәр ваҡыт ғаиләбеҙ, балалар менән ҡаршылайбыҙ. Байрам табынына бергә эшләгән билмәнде бешереп ултыртабыҙ. Төрлө бәлештәр, турамалар ҡуябыҙ. Яңы йылдың тәүге минуттарында бер-беребеҙгә бүләктәр бирешәбеҙ. Һәм, әлбиттә, бер генә йылда ла фейерверк атмай ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Ләкин быйыл унан тотҡарланып торорбоҙ, ахырыһы.