Фәһимә Һибәтуллина, Һәмән ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе, 1964 йылда тыуған:
- Бөгөн һәр кемдең уйында бер генә теләк – тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланһын инде, тип көтәбеҙ. Аждаһа йылынан да шуны һорайбыҙ. Еңеү яулап, ир-егеттәребеҙ ғаиләһенә, әсәйҙәре, ҡатындары, балалары эргәһенә ҡайтһын. “Аждаһа” – ул ҡыйыу, ҡеүәтле һәм ғәҙел йәнлек. Алдашыуҙы, хыянатты, маһайыуҙы, ике йөҙлөлөктө ене һөймәй.
- Ҡайһы бер йыл хужалары кеүек хәйләкәр була белмәй. Бик етди хайуан ул.
- Элек ата-әсәйҙәр, яҡшы уҡыһағыҙ, Ҡыш бабай бүләк бирә, тигәндәренә ышана торғайныҡ. Хәҙер иһә балаларыбыҙға әкиәт донъяһы булдырыу өсөн үҙебеҙгә тырышырға тура килә. 14 йыл инде ауыл халҡы менән бергәләп Яңы йыл ҡаласыҡтары эшләйбеҙ, район конкурсында ҡатнашабыҙ. Гран-при алғаныбыҙ бар. Ҡаласыҡты үҙ көсөбөҙ менән эшләйбеҙ, ауыл хакимиәтенә ауырлыҡ һалмайбыҙ. Балалар телефонда ултырғансы, саф һауала уйнаһын, тип тырышабыҙ.
- Яңы йылды йыл һайын ғаиләбеҙ менән ҡаршылайбыҙ.