Әлмира Мәҡсүтова, Семеновск ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе, 1952 йылда тыуған:
- Уңышлы, тыныс йыл килер, тип көтәм һәм шуға ышанам. Аждаһа ул ауыҙынан ут бөркөп торған тәбиғәттең бер илаһи заты. Изгелек ҡылып-ҡылып йөрөй ҙә, түҙемлегенең сигенә етһә, ялҡынын бөркөп ебәрә. Мин дә шулай. Бөтә булғанды эсемә йыйып-йыйып йөрөйөм дә, сабырлығым бөтһә, ярып әйтеп һалам.
- “Аждаһалар” йомшаҡ күңелле. Бар тойғоларын үҙендә һаҡлай белә. Бер ваҡытта ла кеше күңелен ҡырып, битенән алып һүҙ әйтмәй. Улар өҫтөнә таш яуып торһа ла, вәғәҙәләрен үтәй, әйткән һүҙҙәрендә тора беләләр.
- Бала саҡта Ҡыш бабайға ышана торғайным. Бөгөн дә мөғжизә көтәм. Уның тылсымына ышанып, тиҙерәк илебеҙҙә именлек урынлашыуын һорайым.
- Яңы йылды һәр ваҡыт ғаилә менән, балаларым менән бергә ҡаршы ала торғайныҡ. Бер улым махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Шуға күңелем китек. Баймаҡта йәшәгән улым да күстәнәстәр тейәп, ғаиләһе менән килеп етә. Яңы йыл куранттары һуҡҡанға ҡәҙәр ауыл хакимиәте ойошторған Шыршы байрамына йыйылып, урамда өҫтәл әҙерләп, йыр-бейеү менән билдәләй инек. Ауылдаштарыбыҙҙы, хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлап бергә йыйыла торғайныҡ.