Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Яңы йыл донъялар именлеге килтерһен!”

18 йыл Ҡыш бабай вазифаһын үтәгән Ҡыш бабай менән ҡыҙыҡлы әңгәмә: - Ҡыш бабай ун һигеҙ йыл эсендә нисә быйма бөтөрҙө икән? - Ҡыш бабай булып йөрөү өсөн махсус рәүештә аҡ быйма кәрәк. Башҡа ваҡытта ҡараһын кейәһең бит инде. Ике пар аҡ быйманы бөтөрҙөм, әле өсөнсөһөн алдым. Бер йылыға инеп, кире һыуыҡҡа сығып, уларҙың табаны йышыла ла ҡата һәм йәбешеп төшөп ҡала. - Йәйәүләп йөрөп бүләктәр таратҡан осраҡтар булдымы? - Юҡ. Һәр ваҡыт матур итеп биҙәлгән аттарҙа йөрөйбөҙ. - Бүләген тотоп ингән Ҡыш бабайҙы табын артына саҡыралармы? - Башҡорттар бит ҡунаҡсыл халыҡ. Айырыуса ауылдыҡылар. Берәй йомош менән генә барып инһәң дә сәй артына саҡыралар. Ә Яңы йыл алдынан бигерәк тә. Ләкин һәр өйҙә ҡунаҡ булып йөрөһәң, һуңғыһына барып етмәүең мөмкин. Шуға күберәк күсергә көс төшә инде. Һөҙөмтәлә бер-ике адрестан һуң дилбегәне Ҡыш бабайға тотоп йөрөргә тура килә. - Бүләк таратып, өйҙә бикләнеп ҡалған ваҡыттар булманымы? - Юҡ, ундай осраҡтар булманы. Ә бына ҡунаҡ булмайынса сығармайбыҙ, тип бәйләнгәндәре булды. - Был хәлдән нисек сыға инегеҙ?..Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ҡыш бабайҙың барлығына ышанаһығыҙмы? Бала саҡта уның тоғонан алған иң тәмле күстәнәс нимә була торғайны? Унан ниндәй мөғжизә көтәһегеҙ? Бөтә булған шундай ҡыҙыҡлы һорауҙарҙы оҙаҡ йылдар Ҡыш бабай булып “эшләгән” оло йөрәкле, изге күңелле кешегә бирәбеҙ. Ул – Ҡаратал мәктәбе директоры, ауыл старостаһы, ғөмүмән “стажлы” Ҡыш бабай Рим Йәнбирҙин.

- Рим Сөләймән улы, һеҙ нисә йыл Ҡыш бабай ролен үтәйһегеҙ?

- Яҡынса алғанда ун һигеҙ йыл бар.

- Әле лә саҡыралармы?

- Эйе, әле булһа мине был “вазифанан” бушатмайҙар.

- Тимәк, һеҙ яҡшы Ҡыш бабай.

- Белмәйем инде. Һәр хәлдә, байрамдың ниндәй йәштәгеләр өсөн ойошторолоуына ҡарап ролгә инергә кәрәк.

- Ҡыш бабай булып “эшләүе” ауырмы?

- Тәүҙә ҡыҙыҡ ине. Һуңынан өйрәнеп киттем. Хәҙер иһә үҙем дә ысын Ҡыш бабайға әйләнеп барам. Ғөмүмән, Ҡыш бабайҙың эшен өс этапҡа бүлеп ҡарарға кәрәк. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп уҡыусылары, ололар һәм ғаилә өсөн ойошторолған яңы йыл кисәләрендә уның роле бермә-бер айырыла. Мәҫәлән, балалар менән балаларса булырға кәрәк. Ниндәйҙер мөғжизә көткән кеүек улар һинең күҙеңә генә ҡарап тора. Айырыуса бәләкәстәр. Шуға эшләүе лә еңел. Ә бына ҙурыраҡ балалар Ҡыш бабайҙың барлығына ышанмай, шунлыҡтан байрам кәйефе бүләк итеү өсөн тырышырға кәрәк. Ә инде ололар менән бергә уйнап-йырларға мөмкин. Ҡайҙа ғына булһа ла Ҡыш бабайҙың таяғын туҡылдатып, матур һүҙҙәреңде әйтеп, теләктәр теләп, кәрәк икән шиғыр ҙа һөйләп, көлдөрөп тә алаһың.

- Ҡыш бабайҙың тоғона ниндәй күстәнәстәр төшөп ята?

- Баяғыса әйткәнсә, Яңы йыл байрамының кемдәр өсөн ойошторолоуына ҡарап инде. Башлыса кәнфит-шоколадтар, печенье-пряниктәр инде. Ғаилә байрамында иһә Ҡыш бабайҙың тоғона уларҙан тыш балаларыңа алған бүләктәр ҙә инеп ята.

- Үҙегеҙ уға ышана торғайнығыҙмы?

- 7-8-се кластарға тиклем ышанғанмындыр, буғай. Ғөмүмән, беҙ бит уны ысын Ҡыш бабай итеп ҡабул итә торғайныҡ. Ул беҙҙең өсөн авторитет булды. Шиғыр һөйләп, уның тоғонан тәмлекәс алыу үҙе бер ҡыуаныс була торғайны. Кәнфит алып, әллә кем булып йөрөй торғайныҡ.

- Ә ниндәй күстәнәс ярата торғайнығыҙ?

- Кәнфит-шоколадтар инде. Ул ваҡыттарҙа беҙгә тәмлекәстәр бик һирәк эләгә торғайны бит.

- Яңы йыл байрамына кем булып кейенә торғайнығыҙ?

- Атайым хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәнлектән, уның моряк формаһы бар ине. Шуға ла йыл һайын шул әҙер форманы кейеп, моряк була торғайным.

- Һеҙҙең Ҡыш бабай кем була торғайны, иҫләйһегеҙме?

- Мәктәп директоры Миңлеғәле Йәндәүләтов. Беҙ тәүҙә ысын Ҡыш бабай тип ҡабул итә торғайныҡ. Бәләкәй саҡта малайҙар менән Ҡыш бабай булып ҡыланып та ҡарай торғайныҡ. Үҫә барғас ҡына уның ысын түгеллеген аңланыҡ. Уның шундай оҫта итеп ролен башҡарыуы әле лә күҙ алдымда. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүге тәжрибәне, бәлки, шул ваҡытта алғанмындыр.

- Һеҙҙең замандың Ҡыш бабайы менән бөгөнгөһөндә айырма бармы?

- Ҡыш бабайҙың бурысы бер ваҡытта ла үҙгәргәне юҡ. Тышҡы йөҙөнән башҡа. Элегерәк Ҡыш бабай ысын әкиәт донъяһынан килгән кеүек була торғайны. Кейеме лә шулай булды. Боронғо открытка, һүрәттәрҙе генә алып ҡарағыҙ. Уның үҙенән бер мөғжизә бөркөлә торғайны. Ә замана Ҡыш бабайының туны иһә затлыраҡ. Ләкин уларға ҡарата балаларҙың мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Ҡыш бабайҙың ысын түгел икәнлеген дә беләләр, тәмле-татлы менән тулы тоҡҡа ла алданмайҙар. Сөнки өйҙәрендә тағы ла яҡшыраҡтары, тәмлерәктәре тулып ята. Ә шулай ҙа ҡайһы бер баланы яратып, башынан һыйпап китеү ҙә етә.

- Беренсе тапҡыр ҡасан Ҡыш бабай ролен башҡарҙығыҙ?

- Йомаш мәктәбендә эшләгәндә. Артабан Покровка, Билал ауылдарында, әле Ҡаратал мәктәбендә лә миңә ошо ролде ышанып тапшыралар.

- Тимәк, һеҙ алыштырғыһыҙ Ҡыш бабай.

- Яңы йыл кисәһендә беҙгә 15-20 минут ҡына ваҡыт бүленһә лә, байрамдың бөтә ҡото тап ана шул Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙа, тип уйлайым. Сөнки Яңы йыл байрамы тиһәк, иң беренсе Шыршы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу күҙ алдына килеп баҫа.

Дөрөҫөн әйткәндә, байрам барышында нисектер үҙем дә бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡан һымаҡ тәьҫораттар кисерәм. Халыҡҡа әҙ генә булһа ла шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк итә алғаныма һөйөнәм. Урамда үтеп барғанда балалар менән тауҙан да шыуған саҡтар була. Ул ваҡытта мине уҡытыусы, директор тип түгел, ә ысын Ҡыш бабай итеп ҡабул итәләр. Мин икәнде белһәләр ҙә танымаған булып ҡыланалар инде.

- Ҡарһылыу, тигәндәй, Ҡыш бабай ролен башҡарған һайын Ҡарһылыу ҙа алмашынамы?

- Эйе, Ҡарһылыу бит Ҡыш бабайҙың ейәнсәре.

- Ҡыш бабай бөтә хыялдарҙы ла тормошҡа ашыра аламы?

- Юҡ, әлбиттә. Әгәр ундай тылсымға эйә булған булһа был донъя әкиәт булыр ине.

- Һеҙгә шундай үҙенсәлекле теләк менән мөрәжәғәт иткәндәре булдымы?

- Эйе, бер шундай сетерекле хәл килеп тыуҙы. Әлеге лә шул Баймаҡта балаларҙы ҡотлап йөрөгәндә өлкәнерәк бер инәй үҙҙәренә мине көсләп тигәндәй алып инеп китте. Ейәнсәремде генә ҡотлап сыҡ инде, тип бәйләнде. Аптырағандан индем. Ә унда 3 йәштәрҙәге бала эргәмә килеп: “Ҡыш бабай, ә ҡайҙа минең әсәйем? Ниңә һаман ҡайтмай? Һағындым, тиҙерәк ҡайтһын”, - тигән һорауына аптырап ҡалдым. Нимә әйтергә лә белмәнем. Алдаштырырға уларҙың ғаилә хәлен белмәйем бит. Шунлыҡтан күҙеңде йом да, әсәйем тиҙерәк ҡайт, тип ныҡ итеп телә, тинем. Ул күҙен йомоп: “Әсәй, тиҙерәк ҡайт!” - тип ҡысҡырып ебәреүенә фатирҙың ишеге асылып китте лә, бәләкәс кенә бер төргәкте ҡәҙерләп тотҡан ир менән ҡатын килеп инде. Баҡтиһәң, әсәһе бала табыу йортонда булған икән. Улдары тыуған булған. Үҙем дә аңғармаҫтан, бәләкәй генә бер ҡыҙыҡайҙың хыялын тормошҡа ашырҙым.

- Тағы ла ниндәй мажараларға тарығанығыҙ булды?

- Бер йыл Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡәйнешем килеп, балаларҙы ҡотлап, бүләктәр тапшырып кит инде, тип саҡырҙы. Улар күп ҡатлы йортта йәшәй ине. Һөйләшелгән көнгә кейенеп, биргән бүләктәрен тоғома һалып алып киттем. Улар был ваҡытҡа тәҙрәнән ҡарап, Ҡыш бабайҙы көтөргә тейеш ине. Фәҡәт ана шул урам буйлап, өйҙәр араһынан килеп сыҡҡан Ҡыш бабай унда ҙур тәьҫораттар уятҡан икән. Таяғын тыҡылдатып, бүләк һалынған тоғон аҫып килеп ингән Ҡыш бабайҙы улдары мөғжизә көткәндәй ҡыуанып ҡаршы алды. Шиғыр һөйләтеп, бүләгемде тапшырҙым да сығып киттем. Сыҡһам, ишек төбөндә мине бер нисә ир көтөп тора. Аптырап киттем. Баҡтиһәң, улар ҙа балаларын ҡотлап сығыуымды теләй икән. Ныҡ үтенгәстәр, балалар хаҡына баш тарта алманым. Ваҡытым тар булһа ла фатирҙан-фатирға йөрөп, балаларҙы ҡотлап сығырға тура килде.

- Тимәк, Ҡаратал ауылының Ҡыш бабайына Баймаҡта ла һорауҙар булған...

- Урындағы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙе, мәктәп уҡыусыларын ҡотлап бөтөүгә туғандар араһында сират барлыҡҡа килә. Шунан китәһең инде ауыл һайын туғандарҙы барлап. Бер шулай матур итеп егелгән аттарҙа Таһир ауылындағы туғандарыбыҙға киттек. Барып етәрәк, ат нимәнәндер өрктө лә, беҙҙе алып ҡасты бит. Туҡтатып булмай, тыңламай. Үҙемдән дә бигерәк ғаиләм өсөн ҡурҡтым. Балалар илай башланы. Уларҙы арбанан төшөрөп ебәреп тә булмай. Юл ситендә этелгән ҡар туңып, бейек стена булып ҡалҡҡан ине. Бара-бара ат берәүҙәрҙең ишек алдына инеп китте. Шунда барып туҡтап, тынысланды.

- Ысынлап та, элек матур итеп биҙәлгән саналарҙа Ҡыш бабай, Ҡарһылыу урам буйлап күстәнәстәр тарата торғайны...

- Ундай матур йола беҙҙең ауылда ла булды. Әле лә бар. Эргәгә гармун тартҡан егетте ултыртып алып, хеҙмәт ветерандарына, хеҙмәт алдынғыларына, балаларға күстәнәстәр тарата инек. Был үҙе бер байрамға әйләнә торғайны. Өйҙән-өйгә йөрөп, Ҡыш бабайҙың күстәнәстәрен таратып, шиғыр һөйләтеп, байрам кәйефе бүләк итә инек.

- Һеҙгә ниндәй шиғырҙы һөйләп ишеттерәләр?

- Ҡуян менән Ҡыш бабай,

Икеһе лә аҡ ҡына.

Ҡыш бабай ҡурҡаҡ түгел,

Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.

Өҫтәп әйтәйем, тиҫтә йылдар инде Ҡадир Даяндың был шиғырын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып һөйләй. Үлемһеҙ бер шиғыр кеүек ул.

- Әле ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

- Яңы йыл кисәләрен уҙғарыу өсөн алдан әҙерләнеп, костюмдарымды ҡарап сыҡтым. Беҙҙең Яңы йыл кисәләре 21 декабрҙә башлана һәм яҡынса ун көндәй дауам итә.

- Ҡыш бабайҙар бер-береһе менән осрашһа, нимә эшләй?

- Һөйләшеп килешәләр инде. Бер байрамда ике Ҡыш бабай булмай бит.

- Бүләктәрҙе бутаған осраҡтар булдымы?

- Булды. Кейенгән костюмға ҡарап, бүләктәрҙе билдәләп һалалар бит инде. Ойоштороусылар йәнлек булып кейенеүселәргә биреләсәк бүләккә “йәнлектәр” тип яҙып һалғандар. Ә улар бит күп: төлкө, бүре, айыу һәм башҡалар. “Бүре”гә тигән бүләктең “ҡуян”ға йәки киреһенсә тапшырылғаны булды. Яңылыш булған, тип бүләкте кире алып тормайһың бит. Бүләкһеҙ ҡалғандың башынан һыйпап маҡтайһың да ҡуяһың.

- Ҡыш бабай ун һигеҙ йыл эсендә нисә быйма бөтөрҙө икән?

- Ҡыш бабай булып йөрөү өсөн махсус рәүештә аҡ быйма кәрәк. Башҡа ваҡытта ҡараһын кейәһең бит инде. Ике пар аҡ быйманы бөтөрҙөм, әле өсөнсөһөн алдым. Бер йылыға инеп, кире һыуыҡҡа сығып, уларҙың табаны йышыла ла ҡата һәм йәбешеп төшөп ҡала.

- Йәйәүләп йөрөп бүләктәр таратҡан осраҡтар булдымы?

- Юҡ. Һәр ваҡыт матур итеп биҙәлгән аттарҙа йөрөйбөҙ.

- Бүләген тотоп ингән Ҡыш бабайҙы табын артына саҡыралармы?

- Башҡорттар бит ҡунаҡсыл халыҡ. Айырыуса ауылдыҡылар. Берәй йомош менән генә барып инһәң дә сәй артына саҡыралар. Ә Яңы йыл алдынан бигерәк тә. Ләкин һәр өйҙә ҡунаҡ булып йөрөһәң, һуңғыһына барып етмәүең мөмкин. Шуға күберәк күсергә көс төшә инде. Һөҙөмтәлә бер-ике адрестан һуң дилбегәне Ҡыш бабайға тотоп йөрөргә тура килә.

- Бүләк таратып, өйҙә бикләнеп ҡалған ваҡыттар булманымы?

- Юҡ, ундай осраҡтар булманы. Ә бына ҡунаҡ булмайынса сығармайбыҙ, тип бәйләнгәндәре булды.

- Был хәлдән нисек сыға инегеҙ?

- Әлеге лә баяғы күсер ҡотҡара инде.

- Яңы йыл байрамын яратаһығыҙмы?

- Ә кем яратмай икән уны? Балаларҙың да, ололарҙың да яратҡан ғаилә байрамылыр ул, тип уйлайым.

- Яңы йылды ғаиләгеҙҙә нисек ҡаршылайһығыҙ?

- Йыл да ғаилә менән генә булабыҙ, ҡунаҡ саҡырмайбыҙ. Ҡәйнештәр генә килә ғаиләһе менән. Тағы ла шуныһы: Яңы йылды ла, иҫкесә Яңы йылды ла билдәләйбеҙ.

- Байрам табынына нимә әҙерләйһегеҙ?

- Итле-һурпалы бишбармаҡ. Үҙем йыл да махсус һауыттарҙа ит быҡтырам һәм балыҡ әҙерләйем. Улар минең “фирменный” аш-һыуым. Ҡалғанын ҡатыным әҙерләй, бешерә, етештерә.

- Ә балыҡты ҡайҙан алаһығыҙ, үҙегеҙ тотаһығыҙмы?

- Әлбиттә. Магазиндаыҡын яратмайым. Йылға балығының тәме бөтөнләй икенсе төрлө бит. Йыл һайын алдан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Рәил Кәримов менән Һаҡмар йылғаһына барып махсус рәүештә балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Быйыл өс балыҡ әҙерләп ҡуйҙым инде.

- Иң яратып ҡабул итеп алған бүләк ниндәй?

- Ҡотларға килгән кеше үҙе килеп ҡотлаһа, һинең менән бергә табын артында ултырһа – шул иң ҙур бүләк, тип һанайым.

- Ә үҙегеҙ нимә бүләк итергә яратаһығыҙ?

- Гармунымды һыҙҙырып уйнап ебәреп, йыр бүләк итәм.

- Ҡыш бабайҙан теләк...

- Һәр кемгә донъялар именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйем. Яңы йыл барығыҙға ла тик шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен!

- Рим Сөләймән улы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Ысынлап та, Яңы йыл бары тик һөйөнөслө мәлдәр менән генә тулы булһын!

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

“Яңы йыл донъялар именлеге килтерһен!”
“Яңы йыл донъялар именлеге килтерһен!”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: