Роза Сөләймәнова, Баймаҡ ҡалаһынан, 1940 йылда тыуған:
- Һәр килгән йыл үҙенсәлекле һәм Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте менән генә башлана. Киләсәк Аждаһа йылы ла бик матур, бәрәкәтле йыл булыр, тип уйлайым. Азия илдәренән килгән йыл атамаларына иғтибар биреп тә бармайым. Әммә “аждаһалар тураһында әйткәндә, улар – көслө рухлы, аҡыллы, ҡыйыу, ғәҙел характерлы кешеләр йылы, тип уйлайым.
- Йәшебеҙгә ҡарамай, һәр Яңы йылды тулҡынланып көтәбеҙ, шыршы ултыртабыҙ. Бик тә булмаһа берәй гөлөмдө булһа ла биҙәп ҡуйырға тырышам.
- Әлбиттә, Ҡыш бабайҙың бүләктәренән мәхрүм ҡалмайбыҙ. Ғөмүмән, ҡыштың тәҙрәләргә семәрләп һүрәт төшөрөүе, ер өҫтөндә йым-йым ҡарҙар ятыуын үҙе бер мөғжизә тип ҡабул итәм.
- Һәр Яңы йылды балалар менән бергә ҡаршы алабыҙ, бүләктәр бирешәбеҙ. Ә үҙем йыл да байрам табынына гөбәҙиә бәлешен бешереп, балаларымды һыйлайым.